Инфоурок Другое Другие методич. материалыУрок по башкирскому языку. Ф. Исангулов. Мост Хамита

Урок по башкирскому языку. Ф. Исангулов. Мост Хамита

Скачать материал

Дәрестең темаһы: Фәрит Иҫәнғолов“Хәмит күпере” хикәйәһе.

Маҡсаты:

 1)“Хәмит күпере хикәйәһенең идея – тематик йөкмәткеһен үҙләштереү;

                2)Фекерләү ҡеүәһен, тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереү.

      3) Әхләҡи тәрбиә биреү, уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

4) Хеҙмәткә аңлы ҡараш һәм билдәле шәхестәр миҫалында Тыуған илгә һөйөү, патриотик тойғолар тәрбиәләү, үҙ-ара бәхәс аша үҙ фекереңде әйтергә һәм яҡларға өйрәтеү.

Йыһаҙландырыу:Яҙыусының портреты, әҫәрҙәре,дәреслек,дәрестең презентацияһы,аудиояҙма, китаптар күргәҙмәһе, электрон дәреслек.

 

Дәрес барышы:

Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Мин Зилә Рауил ҡыҙы. Һеҙгә 1-се Бүздәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенән килдем. Бөгөн  башҡорт әҙәбиәте дәресен мин алып барасаҡмын.

Ә хәҙер тәҙрә аша тышҡа күҙ һалайыҡ. Ниндәй матур ҡышҡы көн. Ҡулдарыбыҙҙы күкрәккә ҡуйып матур, тыныс көнгә рәхмәт әйтеп, баштарыбыҙҙы эйәйек.Аяҡ остарына баҫып, ҡулдар менән йылы ҡояшҡа үреләйек. Бармаҡ остарынан үтеп йылы бөтә тәнгә тарала. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан, һауанан көс, дәрт алабыҙ. Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ. Уңыштар, хәйерле көн теләйек.

Хәйерле көн!

Уңыштар һеҙгә!.

Уҡыусылар бөгөн беҙҙең өйрәнәсәк әҫәр кеше исеме менән бәйле. Һеҙ уны өйҙә уҡып килдегеҙ.

Ул Ф.Иҫәнғоловтың “ Хәмит күпере” хикәйәһе.

Артабан өҫтәлгә бер тартма сығарып ҡуям.

-         Уҡыусылар был тартма эсендә хикәйәлә нимә тураһында һүҙ барғанын белдереүсе әйберҙәр ята. Мин уларҙы күрһәтәм, ә һеҙ нимә икәнен әйтегеҙ.

-         Кем ҡыйыураҡ? Кем беренсе булып тартманан әйберҙе ала.

Бысҡы( пила)

Йышҡы( рубанок)

Балта( топор)

Сүкеш(молоток)

-         Был әйберҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

-         Исем

-         Афарин. Ә былар барыһы бергә нисек атала?

-         Эш ҡоралдары тип атала.

-         Эш һүҙенең синонимын әйтегеҙ әле.

-         Хеҙмәт.

-         Шулай булғас, һеҙ уҡып килгән һәм өйрәнәсәк хикәйәлә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ?

-         Хеҙмәт тураһында, эш һөйөүсе кеше тураһында.

-         Эйе,беҙ бөгөн, кеше, уның тормоштағы тотҡан урыны, хеҙмәткә, тыуған еренә, иленә,халҡына мөнәсәбәте тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

 

Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

Слайд( портрет Ф.Иҫәнғолов)

Уҡытыусы: Ф.Иҫәнғолов тураһында ҡыҫҡаса һөйләй.  Кайҙа тыуған?Нисәнсе йылда? Ниндәй әҫәрҙәре бар?( Уҡусылар үҙҙәре яуап бирергә тейештәр.

 

Хикәйәне уҡығанда ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы?Дәреслектәге һүҙҙәр менән дә эшләү.

Слайдта һүҙҙәр.

Батраҡ- байға ялланып эшләгән кеше, ялсы.

Мираҫ- үлгән кешенән кемдеңдер кармағына күскән мал- мөлкәт, байлыҡ.

Һырышып- нимәгәлер һырышып, ел өйгән ҡар, көрт( сугроб)

Артмаҡлаған- тоҡто элмәкләп арҡаға аҫыу

Һәүәҫ- нимәгәлер күңел һалыусан, ихлас

Ғиллә- нимәнеңдер нигеҙендә ятҡан тип сәбәп, дәлил

 

Ошо һүҙҙәрҙе дәфтәрегеҙгә күсереп яҙып алығыҙ.

Һеҙҙең һүҙлек

“ һандығығыҙға” тағы ла яңы һүҙҙәр өҫтәлде.

 Ә хәҙер,хикәйәне уҡығандан һуң тыуған тәүге фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашайыҡ.Түбәндәге һораҙарға яуап бирәйек.

 

1.Уҡытыусы: Вәлит менән Хәмиткә аталары ниндәй васыят ҡалдыра?

Яуап:Үҙегеҙ үлгәс тә, донъяла исемегеҙ ҡалырлыҡ итеп йәшәгеҙ,кеше араһында кәм – хур булмағыҙ.

2.Уҡытыусы:Вәлит уны нисек башҡара?

Яуап:Ул васыятты тура мәғәнәһендә аңлай,бөтә ергә лә исемен яҙып йөрөй.

3.Уҡытыусы: Ә Хәмит нимә эшләй?

Яуап:Кешеләргә ярҙам итә,күпер эшләп,исемен мәңгеләштерә.

4.Уҡытыусы: Ниңә донъяла Хәмиттең исеме генә һаҡлана?

Яуап: Сөнки уның яҡшылығы күпер аша халыҡ хәтерендә мәңге Һаҡланасаҡ.

5. Уҡытыусы:Ауыл халҡы Хәмит менән Вәлитте нисек итеп иҫкә ала?( дәреслектән яаупты уҡыйбыҙ, 88- се бит)

6.Уҡытыусы: Ни өсөн әҫәр “Хәмит күпере” тип атала?

Яуап:Сөнки Хәмит васыятты дөрөҫ аңлай һәм уның күпере күп быуындар буйы хеҙмәт итәсәк.

6.Уҡытыусы: Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр бигерәк тә күңелегеҙгә ятты?

Вот здесь пока нет связки………потом придумаю…

-         Ә хеҙмәт тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?Әйҙәгеҙ әле иҫкә төшөрәйек.

-         Уҡыусылар үҙҙәре белгән мәҡәлдәрҙе әйтә.

 

Мин һеҙгә икегә бүленгән мәҡәлдәр таратам. Ә һеҙ уларҙы бергә ҡушып уҡырһығыҙ.

Бер уҡыусыла мәҡәлдең башы, ә икенсе уҡыусыла уның дауамы, аҙағы булыр.

 

 

Эш һөйгәнде –                            ил һөйгән

Хөрмәт төбө –                             хеҙмәт

Оҫта үлһә -                                   ҡулы ҡалыр

Изгелек                                         изгелек тыуҙыра

Изгелек эшлә лә һыуға һал –      халыҡ белер, халыҡ белмәһә - балыҡ белер.

Изгелек ерҙә                                 ятып ҡалмай.

Ағасты япраҡ биҙәй,                   кешене хеҙмәт биҙәй.

 

 

Молодцы! Афарин!

 

Ә хәҙер инде уҡыусылар әҫәрҙәге төп образдарҙы әйтәйек. Кемдәр инде улар?

Эйе. Хәмит менән Вәлит.

Ике төркөмгә буленәйек тә  был образдарға характеристика бирәйек. Һеҙҙең эшегеҙҙе еңеләйтер өсөн мин терәк һүҙҙәр яҙҙым. Ошо терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып тиҙ генә характеристика әйтәбеҙ. Кем бында ыңғай образ? Ә кем кире? Беренсе төркөмдәгеләр Хәмиткә, икенсе төркөм Вәлиткә характеристика бирһен. Шулар араһынан үҙегеҙҙең образға тура килгәнен һайлап алығыҙ.

 

1-се төркөм ( Хәмит)                                          2- төркөм( Вәлит)

Сыҙамлы                                                              Эшлекһеҙ

Сабыр                                                                    Иренсәк

Түҙемле                                                                 Елкәһе соҡор

Булдыҡлы                                                              Эште ашыҡ- бошоҡ башҡара

Егәрле                                                                    Һәр ерҙә исемен яҙып йөрөй

Эшлекле                                                                 Ҡырҡ һүҙгә етә

Эш һөйәр                                                                Ҡустыһына екерә

Йорт- ҡаралты тирәһен нығыта                           Ялҡау

Иген игә

Балта эшен эшләй

Уңған

 

 

-         Һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?

-         Беҙҙең арала Вәлит кеүек кешеләр бармы? ( Хәмиткә оҡшарға тырышайыҡ. Яҡшы кешеләр күберәк булған һайын тормошобоҙ матурыраҡ, донъя именерәк булыр).

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


7.Уҡытыусы:Ә хәҙер әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын билдәләйбеҙ.

Әҫәрҙең темаһы: хикәйәлә Хәмит менән Вәлиттең аталары ҡалдырған васыятты үтәүе.

Идеяһы: Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү, яҡшы исем ҡалдырыу. Хәмит кеүек уңған, изгелекле булыу.

 

Хикәйәнең идеяһы булып тыуған илгә , халыҡҡа хеҙмәт итеү тинек.

 

 

 

Һығымта ( дәрестең аҙағында әйтеләһе һүҙҙәр)

Хәҙер, уҡыусылар, бөгөнгө дәрескә ҡыҫҡаса ғына йомғаҡлауяhайыҡ.

— Бөгөнгө дәрестә нимәләр белдегеҙ? Ул белгәндәрегеҙ тормошта hеҙгә кәрәк буласаҡмы? Ни өсөн?

 

 

Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә  тырышығыҙ. Һеҙҙең турала: «Кем балаһы - шуның балаһы, ҡайҙан килгән – шул яҡтан, шул ауылдан», - тип ғорурланып әйтерлек булһын.

Хәмит халыҡҡа изгелек эшләй. Халыҡ уны хөрмәт итә. Үҙе үлһә лә, яҡшы исеме ҡала.

 

Шулай итеп, халыҡ Хәмитте бары тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алған, уның һалған күпере ауылдаштарына оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән. Ә Вәлит иһә,йылдар үтеү менән, бөтөнләй онотолған.Яҡшылыҡ бер ҡасан да онотолмай.“Яҡшылыҡ эшлә лә, һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә,балыҡ белер”,ти башҡорт халыҡ мәҡәле.

 

Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр. (Хәмит)

Эш белгәнгә – уңыш юлдаш. (Хә-мит)

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәрҙә аҙ. (Хәмит)

Ялҡауға ҡашыҡ та ауыр. (Вәлит)

Иҫәр үҙен күккә сөйөр. (Вәлит)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дәрескә анализ.

Дәрескә анализ яhай белеү — уҡытыусы эшмәкәрлегенең, ижади эшенең төп үҙенсәлеге. Уҡытыусы үҙ дәресенә, үҙе инеп, ҡарап

ултырған башҡа уҡытыусыларҙың дәресенә анализ яhай белергә,

дөрөҫ баhа бирә алырға тейеш. Дәрескә методик hәм педагогик яҡтан

камил булған анализ — уҡытыусының педагогик оҫталығын да

күрhәтә. Үҙ дәресеңдең конспектын ентекләп яңынан ҡарап сығыу,

ҡайhы бер өҫтәмәләр индереү — дәрескә булған анализдың башы.

Дәрес ныҡлы ҡалыпҡа hалынған күренеш, сағылыш түгел. Ул —

уҡытыусының hәм уҡыусыларҙың ижад эше. Кластың әҙерлек ки_

мәле, дәрес барышындағы психологик атмосфера, психологик си_

туация, уҡытыусының үҙ булмышындағы хис_тойғо кисерештәре

дәрескә лә, эшмәкәрлеккә лә үҙенең төҙәтмәләрен, өҫтәмәләрен

индерә. Уҡыу эшмәкәрлеге, йәғни класс менән уҡытыусы араhындағы ижади эшмәкәрлек әүҙем булған осраҡта теге йәки былдәрескә тип алдан әҙерләп килгән конспект, план_конспект буйынса эшләп тә булмаясаҡ. Шуға күрә дәрестән сыҡҡас та уҡытыусы,әгәр ул үҙ дәресенә, уҡыусыларына битараф булмаhа, әгәр ул ижади эшләhә, шул дәресте тағы ла күҙ алдынан үткәрә, дәрес конспектына күҙ hала. Нимәләр эшләнде, нимәләр эшләнмәне? Бына ошоларҙы асыҡларға тейеш. Дәрестең маҡсаты ни дәрәжәлә, ниндәй

кимәлдә үтәлде? Әллә үтәлмәнеме? Ошо күҙлектән дә ул дәресен

hәм шул дәрескә тип алдан яҙылған конспектын тикшерә, улар

араhындағы оҡшаш hәм айырмалы яҡтарын билдәләй.

Уҡытыусы үҙенең коллегаларының дәрестәренә лә аныҡ ана_

лиз бирә белергә тейеш. Дәрескә дөрөҫ анализ яhау — дәресте күрә

белеү тигән hүҙ. Дәрескә баhа бирә белеү үҙеңдең ижади асылы_

шыңды башҡа коллегаларың алдында яҡлай алыу өсөн дә кәрәк.

Дәрескә анализ яhай белеүҙең мөhимлеге ҡайhы бер шарттар,

сәбәптәр, хатта осраҡлыҡтар менән дә аңлатыла. Уҡытыусыға кил_

әсәкте тәрбиәләү, киләсәк быуын шәхесен үҫтереү бурысы

йөкмәтелгән. Был инде уҡытыусы эшмәкәрлегенә ҙур яуаплылыҡ

өҫтәй. Класына ҡарап, уҡыусыларынан сығып, уҡытыусының эшен

баhалап була. Дәрескә фәнни анализ яhай белеү уҡытыусының үҙе

өсөн дә бик мөhим.

Уҡытыусының дәресенә, ғәҙәттә, мәктәп директоры, уның урын_

баҫары, башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәhе

етәксеhе инеп ултырырға мөмкин. Район, ҡала, республика мәға_

рифы етәкселәре лә башҡорт теле уҡытыусыhының дәресен күҙ

уңынан ситтә ҡалдырмай. Шулар араhында мәктәп фәндәре

системаhында башҡорт теленең үҙенсәлеген, спецификаhын аңла_

маусы тикшереүселәр ҙә булырға мөмкин, hәр инеп ултырыусы

уҡытыусының эшенә, ғәҙел, объектив баhа бирергә тейеш. Мето_

дик, дидактик, психологик яҡтан дәрескә анализ яhай белеү hәр инеп

ултырыусының, тикшереүсенең ҡулынан килмәҫкә лә мөмкин.

Үҙеңде яҡлау, дәресеңде аҡлау, белем hәм тәрбиә биреү систе_

маhында үҙ фәнеңдең мөhимлеген күрhәтеү өсөн дә дәрескә анализ

яhай белеү кәрәк.

Сер түгел, белем биреү системаhында уҡытыусының эшен юҡҡа

сығарыу өсөн дә уның дәрестәрен тикшереүселәр бар. Үҙ дәресең_

де дөрөҫ баhалай белеү был осраҡта ла уҡытыусыға ярҙам итәсәк.

Хәҙерге дидактик ҡаҙаныштарҙан күренеүенсә, дәрескә анализ

өлгөhө түбәндәгесә булырға мөмкин.

 

1. Дәрестең дөйөм төҙөлөшө. Дәрестең төрөн билдәләү.

Дәрес нисә этаптан торҙо? Һәр этабына күпмешәр ваҡыт бүлен_

де? Дәрескә тәғәйенләнгән программа материалы дәрес этапта_

рына дөрөҫ бүленгәнме?

2. Дәрестә дидактик маҡсаттарҙың үтәлеше. Был тема (про_

блема) программала ҡаралғанса дәрестә сағылыш таптымы? Яңы ма_

териалды үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың әүҙемлеге (аңлау, үҙләштереү,

танып белеүгә ҡыҙыҡhыныу) нисек булды? Яңы теманы өйрәнеү пла_

ны дөрөҫ төҙөлгәнме? Был теманы өйрәнеү методикаhы алдан уйлан_

ғанмы? Тема буйынса уҡытыусының белеме ни кимәлдә? Яңы матери_

алды өйрәнеүҙе тағы ла нисегерәк планлаштырып була ине? Яңы тема

буйынса алған белемде күнекмәгә әйләндереү (яңы теманы нығытыу)

этабы дөрөҫ үткәрелдеме? Уҡыусыларҙың белем hәм күнекмәләрен

тикшереү нисек ойошторолдо (нисә уҡыусының белеме баhаланды)?

Уҡытыусының балаларҙы дәрескә йәлеп итеү hәләте нисек?

3. Яңы материалды өйрәнеү барышында уҡыусыларҙы үҫте

реү. Фекерләү төрҙәренә (анализ, синтез, дөйөмләштереү, клас_

сификация, системаға hалыу) уҡыусылар йәлеп ителдеме? Уҡыу_

сыларҙың уйлау hәләтен ҡуҙғытыусы сәбәптәр (мотивтар) булды_

мы? Булhа, улар дәрестең ҡайhы этабында күҙәтелде? Уҡыу_

сыларҙың үҙ аллы танып белеү hәләтен үҫтереү нисек ҡуйылған?

Предмет эсендә hәм предмет_ара бәйләнеш нисек хәл ителде?

Уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереүсе саралар (проблемалы,

ижади эштәр) дәрестә ҡулланылдымы? Дәрестә уҡыусының дөйөм

үҫешен тәьмин итеүсе hүҙ(информация) булдымы? Булhа, ул нисек

(уҡыусыларҙың сығышында, яуаптарында, уҡытыусының яңы ма_

териалды өйрәнеүгә ҡарата ҡайhы бер өҫтәмәләрендә) бойомға

ашты? Бының өсөн ниндәй саралар ҡулланылды дәрестә?

4. Дәрестә уҡыусыларға тәрбиә биреү. Уҡыу материалының

тәрбиәүи мөмкинлектәре тулыhынса файҙаланылдымы? Уҡыусы_

ларҙың тирә_йүнгә, донъяға ҡарашын, мөнәсәбәтен формалаш_

тырыу буйынса ниҙәр эшләнде? Донъяуи хәл_ваҡиғаларға баhалы

ҡарашын, тормошҡа инаныуын тәрбиәләү буйынса дәрестә ниҙәр

эшләнде? Белем биреүҙе тормош менән бәйләү нисек хәл ителде?

Кешеләргә әҙәпле, кешелекле булыу, хеҙмәткә hәм уның hөҙөмтә_

ләренә ихтирам, hөйөү менән ҡарау сифаттарын тәрбиәләү буйын_

са нимәләр эшләнде? Уҡыусыларҙың белемен баhалағанда ошо

тәрбиәүи мөмкинлектәр файҙаланылдымы? Уҡытыусы шәхесенең

тәрбиәүи тәьҫире булдымы?

 

5. Төп дидактик принциптарҙы күҙ уңында тотоу.

Уҡытыусының hәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге дөрөҫ ойош_

торолдомо? Үҙ аллы эш нисек үтәлде? Бының өсөн алдан әҙерлән_

гән материал ауыр түгелме? Күләме нисек? Ул уҡыусыларҙың бе_

лем кимәленә торошломо?

6. Белем биреү методтарын hайлау. Яңы материалды өйрә_

неү өсөн hайлап алынған метод (методтар) ҡулаймы? Уҡыусы_

ларҙың үҙ аллы эшләү мөмкинлектәре тулыhынса файҙаланыл_

дымы? Дәрестә ниндәй техник саралар ҡулланылды? Яны материал_

ды аңлатыуҙа, нығытыуҙа ул сараларҙың үҙ аллы эшмәкәрлегенең

арта барыуы (ябай күнегеү эшләүҙән ижади эшкә) ни кимәлдә бул_

ды? Баhалау, тикшереү методтары урынлы файҙаланылдымы?

Уҡыусыларҙан бирелгән hорауҙарға яуаптар алыу дөрөҫ ойошто_

ролғанмы? Һорау нисек бирелә: айырым уҡыусығамы, класҡамы,

ҡайhы бер уҡыусыларғамы? Уҡыусыларҙың яҙғандарын тикшереү

нисек хәл ителә? Хаталар өҫтөндә эш нисек ойошторола hәм ул

ғөмүмән бармы был дәрестә? Уҡытыу методтарын hайлау буйынса

дөйөм талаптар (дөйөм маҡсатҡа йүнәлтелгән, дидактик маҡсатты,

предметтың, уҡыу материалының үҙенсәлеген, уҡыусыларҙың йәш

hәм үҙ аллы үҙенсәлеген күҙ уңында тотҡан) күҙәтелдеме?

7. Уҡытыусының дәрестәге эше. Дәрес башланыуға барлыҡ

кәрәкле әйберҙәр әҙерләнеп бөткән инеме? Уҡытыусы был дәрескә

тәғәйен конспектын дөрөҫ файҙаландымы? Уҡытыусының ойошто_

роу эшмәкәрлеге менән уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеге_

нең нисбәте нисек, ни кимәлдә булды? Уҡытыусы эшмәкәрлегенең

ниндәй төрҙәре (телмәр эшмәкәрлеге, тыңлау, яҙыу, әhәмиәте бул_

дымы? Күнегеүҙәр эшләгән саҡта уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәрендә

уҡыусыларға ярҙам итеү h.б.) hәм ниндәй кимәлдә был дәрестә са_

ғылыш тапты? Уҡыусыларҙы эшкә ылыҡтырыу hәләте нимәлә

күренде? Класс менән эшләй алыуға өлгәштеме? Айырым уҡыусы_

лар менән ниндәй эштәр башҡарылды? Уҡытыусының тышҡы

ҡиәфәте нисек?

8. Уҡыусыларҙың дәрестәге эше. Уҡыусыларҙың дәрескә әҙер_

леге тикшерелдеме? Дәрестең төрлө этаптарында уҡыусыларҙың

әүҙемлеге нисек булды? Дәрестә уҡыусылар эшмәкәрлегенең

ниндәй төрҙәре (телмәр эшмәкәрлеге, тыңлау, таҡтаға яҙылғанды

күсереү, үҙ аллы яҙма эш h.б.) өҫтөнлөк алды? Уҡыусыларҙың хеҙмәт

культураhына (дәфтәрҙәренең тотошо, унда яҙғандарының дөрөҫ_

лөгө, дәреслек менән hаҡсыл файҙаланыу h.б.) иғтибар бирелдеме?

 

Дәрестә уҡыусыларҙың тәртибе нисек булды? Өйрәнелеүсе пред_

метҡа hәм уҡытыусыға уҡыусыларҙың мөнәсәбәте нисек?

9. Дәрестәге гигиена шарттары. Класс кабинеты етерлек

кимәлдә яҡтыртылғанмы? Парталарҙың, панелдәрҙең, стеналар_

ҙың буяуҙары дәрескә ниндәй йоғонто яhай? Кластағы мебель

уҡыусыға уңайлымы, уның йәшенә ҡулайлымы? Уҡыусылар

hаулығына, буй_hынына, өлгәшенә ҡарап ултыртылғандармы?

Был предметтың мәктәп расписаниеhындағы урыны ҡәнәғәт_

ләнерлекме? Ул ҡайhы көнгә hәм нисәнсе дәрес итеп ҡуйылған?

Дәрес алдынан булған тәнәфестең ваҡыты дөрөҫ бүленгәнме?

Ҡыңғырауҙан hуң дәрескә hуңлап инеүселәр булдымы?

10. Ҡайhы бер махсус бурыстар, hәр мәктәп ниндәй ҙә булhа

бер проблеманы бойомға ашыра. Был педсовет йә методик берек_

мәнең ҡарары буйынса хәл ителә. Мәҫәлән, мәктәп коллективы

алдында шундай бурыстар торорға мөмкин: дәфтәр тотошона йә

уҡыусыларҙың телмәр культураhына булған берҙәм талаптарҙы

hаҡлау, предмет_ара бәйләнеште бойомға ашырыу, уҡыусыла_

рға айырым мөнәсәбәт булдырыу h. б.

Дәрескә бындай киң, тулы, ентекле анализ уҡытыусының

ижади үҫешен, алдынғы педагогик эш тәжрибәhен ныҡлап

өйрәнгән саҡта ғына үткәрелергә мөмкин. Дәрес — уҡытыу_

сының ижад эше, күркәм әҫәр hымаҡ. Сәнғәт донъяhында бер

иш, бер төҫлө әйберҙәр булмаған кеүек, игеҙәк, бер_береhенә

тап килгән дәрестәрҙең дә булыуы мөмкин түгел. Бер үк темаға,

хатта параллель кластарҙа үткәрелгән дәрестәр ҙә оҡшаш була

алмай. Кластағы балаларҙың үҫеш кимәле, уҡытыусының күңел

торошо, дәрестең мәктәп расписаниеhындағы урыны hәм баш_

ҡа шарттар дәрестең йөкмәткеhенә йоғонто яhай ала. Шуға күрә

уның композицион үҫешен анализ ҡыҫандарына hыйҙырып бул_

май.

Үрҙә килтерелгән анализ өлгөhө буйынса, уның hәр пунктына,

hәр hорауына ярашлы берәү ҙә дәрескә характеристика бирә ал_

май, әлбиттә. Шуға күрә хәҙерге дидактикала дәрескә анализдың

бер нисә формаhы hәм төрө бар.

8Дәрескә анализдың был өлгөhө П.И.Пидкасистыйҙың хеҙмәтендәге өлгө

буйынса бирелә. Был хаҡта ҡара: Педагогика. Учебное пособие для студентов

педагогических вузов и педагогических колледжей/Под ред.П.И.Пидкасистого.

— М.: Педагогическое общество России, 1998. — 640 с.

 

М.И.Мәхмүтов хәҙерге дәрескә арналған үҙенең хеҙмәтендә

уларҙың hәр ҡайhыhын аныҡ итеп айырып күрhәтә . Уның әйте_

үенсә, дәрескә анализдың тулы, ҡыҫҡаса, комплекслы, аспектлы

(йәғни дәрескә йә дидактик, йә психологик яҡтан, йә тәрбиәүи йәки

ойоштороу өлөшөн генә алып анализлау) формалары бар.

Тулы анализ, башта әйтелеүенсә, уҡытыусының эш тәжрибәhен

өйрәнеү өсөн, мәктәптә уҡытыу тәрбиә эштәренең барышын тик_

шергән саҡта үткәрелергә мөмкин.

Ҡыҫҡаса анализ дәрестең сифатын, фәнни_теоретик кимәлен

тикшергән саҡта яhала. Был осраҡта дәрескә ҡуйылған маҡсаттың

бойомға ашыуы, танып белеүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәрҙең сифа_

ты, йөкмәткеhе hәм улар өҫтөндә эш төрҙәре, дәрес планының үтәле_

ше тикшерелә.

Комплекслы анализ дәрес маҡсаттарының үҙ_ара бәйләнешен,

дәресте төҙөк бер система итеп ойоштороусы метод hәм алымдарҙы

өйрәнеүҙе, тикшереүҙе күҙ уңында тота. Анализдың был төрө сту_

денттарҙы, йәш уҡытыусыларҙы, мәктәп директорҙарын, мәғариф

етәкселәрен дәрескә анализ бирергә өйрәтеү маҡсатында ҡулла_

ныла. Шулай уҡ уҡытыусының бер үк тема, блок буйынса ойошто_

ролған бер нисә дәресен ҡарағандан hуң да (уҡытыусының hорауы

буйынса) комплекслы анализ үткәрелергә мөмкин. Комплекслы

анализды шул уҡ тулы анализ тип ҡарарға була. Улар ҡуйылған

маҡсаттары яғынан ғына бер_береhенән айырыла.

Аспектлы анализ, әйтеп үтелеүенсә, дәрестең айырым бер

өлөшөн генә, уға йә дидактик, йә психологик яҡтан, йә тәрбиәүи

әhәмиәте, йәки ойоштороу кимәле яғынан баhа биреү өсөн ҡулла_

ныла. Дәрескә анализдың был төрө уҡыу_уҡытыу эштәрен тик_

шергәндә, аттестация ваҡытында мәктәптең уңыштарын йәки

етешhеҙлектәрен асып биреү өсөн үткәрелә.

Былар барыhы ла — дәрескә анализ биреү формалары (тип_

тары), тармаҡтары.

Дәрескә анализ биреү төрҙәренә лә туҡталып китәйек. Хәҙерге

дидактикала тамам нығынған, ныҡлы урын алған анализ төрҙәренә

түбәндәгеләр инә.

1. Дидактик анализ үткәргән саҡта дәрестең маҡсатына, ойош_

тороу hәм үткәреү принциптарына, дәрескә тәғәйен материалдың

9Махмутов М.И. Современный урок: Вопросы теории. — М.: Педагогика,

1981. — 175177се биттәр.

 

әhәмиәтенә, мәғәнәhенә, ҡулланылған сараларҙың сифатына,

уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген ни рәүешле ойоштороуға, уҡыу эшмәкәрлегенә ныҡлы иғтибар бирелә.

2. Психологик анализ барышында төп иғтибар уҡытыусы менән

уҡыусының, кластағы барлыҡ уҡыусыларҙың үҙ_ара мөнәсәбәтенә,

уҡытыусының дәрестә үҙен тотошона, дәрес проблемаhына бала_

ларҙы йәлеп итә алыу hәләтенә йүнәлтелә. Үҫтереүле уҡытыу про_

блемалары ла психологик анализ ваҡытында тикшерелә, өйрәнелә.

3. Тәрбиәүи яҡтан анализ хәҙерге дәрескә бирелгән төп баhа_

ларҙың береhелер. Уҡытыусы ижадының, дәрес материалының төп

өлөшө балаларға тәрбиә биреүҙе күҙ уңында тоторға тейеш.

4. Дәресте методик яҡтан анализлаған саҡта уҡытыусының дәре_

сте үткәреү методикаhына иғтибар ителә, ниндәй принципҡа, мето_

дҡа, технологияға таяныуы байҡала.

5. Ойоштороу яғынан сығып анализ үткәргәндә дәрестең

йөкмәткеhенә (күнегеүҙәр, күргәҙмә hәм техник саралар), hәр эта_

бына сарыф ителгән ваҡыттың күләменә иғтибар бирелә.

6. Күргәҙмә hәм техник саралар. Уларҙың дәрес темаhына hәм

маҡсатына тәьҫире, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә тотҡан уры_

ны.

7. Дәрестә уҡыу, яҙыу, hөйләү ни кимәлдә бойомға ашырылды.

Уҡытыусының дәрес үткәреү методикаhы (дәрес материалы әҙер

көйө биреләме, әллә дәрес проблемаhын уҡыусылар үҙҙәре хәл ит_

әме?)

8. Өйгә эштең күләме hәм төрҙәре.

9. Уҡыусыларҙың белем hәм күнекмәләрен баhалау.

Дәрескә ҡарата дөйөм hығымта

1. Дәрескә ҡуйылған маҡсаттар үтәлдеме? Үтәлhә, нисек?

Үтәлмәгән осраҡ күҙәтелдеме? Миҫалдар менән күрhәтергә.

2. Дәрестең әhәмиәте нимәлә? Уҡытыусының ижади үҫеше

нимәлә күренә?

3. Уҡыусыларҙың үҫешендә дәрестең тотҡан урынын миҫалдар

менән иҫбатларға.

Башҡорт теле дәресенә яҡынса анализ өлгөhө:

1. Дәрестең фәнни_теоретик hәм практик әhәмиәте.

2. Дәрескә ҡуйылған төп маҡсаттарҙың (белем hәм тәрбиә

биреү, уҡыусыларҙы үҫтереү) берҙәм бойомға ашыуы.

3. Уҡыусыларҙың үҙ аллы танып белеү hәләтен үҫтереүсе саралар.

4. Уҡыу эшмәкәрлеге. Уҡытыусы менән уҡыусы араhындағы

хеҙмәттәшлек. Уҡыусы эшмәкәрлеге. Уҡытыусы эшмәкәрлеге.

5. Дәрестә ҡулланылған күнегеү төрҙәре. Уларҙың уҡыусыларҙың белем hәм рухи кимәлен үҫтереүҙә әhәмиәте.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирскому языку. Ф. Исангулов. Мост Хамита"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Ландшафтный дизайнер

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

   Дәрестең темаһы: Фәрит Иҫәнғолов“Хәмит күпере” хикәйәһе.

Маҡсаты:

 1)“Хәмит күпере хикәйәһенең идея – тематик йөкмәткеһен үҙләштереү;

                2)Фекерләү ҡеүәһен, тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереү.

      3) Әхләҡи тәрбиә биреү, уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

4) Хеҙмәткә аңлы ҡараш һәм билдәле шәхестәр миҫалында Тыуған илгә һөйөү, патриотик тойғолар тәрбиәләү, үҙ-ара бәхәс аша үҙ фекереңде әйтергә һәм яҡларға өйрәтеү.

Йыһаҙландырыу:Яҙыусының портреты, әҫәрҙәре,дәреслек,дәрестең презентацияһы,аудиояҙма, китаптар күргәҙмәһе, электрон дәреслек.

 

Дәрес барышы:

Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Мин Зилә Рауил ҡыҙы. Һеҙгә 1-се Бүздәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенән килдем. Бөгөн  башҡорт әҙәбиәте дәресен мин алып барасаҡмын.

Ә хәҙер тәҙрә аша тышҡа күҙ һалайыҡ. Ниндәй матур ҡышҡы көн. Ҡулдарыбыҙҙы күкрәккә ҡуйып матур, тыныс көнгә рәхмәт әйтеп, баштарыбыҙҙы эйәйек.Аяҡ остарына баҫып, ҡулдар менән йылы ҡояшҡа үреләйек. Бармаҡ остарынан үтеп йылы бөтә тәнгә тарала. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан, һауанан көс, дәрт алабыҙ. Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ. Уңыштар, хәйерле көн теләйек.

Хәйерле көн!

Уңыштар һеҙгә!.

Уҡыусылар бөгөн беҙҙең өйрәнәсәк әҫәр кеше исеме менән бәйле. Һеҙ уны өйҙә уҡып килдегеҙ.

Ул Ф.Иҫәнғоловтың “ Хәмит күпере” хикәйәһе.

Артабан өҫтәлгә бер тартма сығарып ҡуям.

-        Уҡыусылар был тартма эсендә хикәйәлә нимә тураһында һүҙ барғанын белдереүсе әйберҙәр ята. Мин уларҙы күрһәтәм, ә һеҙ нимә икәнен әйтегеҙ.

-        Кем ҡыйыураҡ? Кем беренсе булып тартманан әйберҙе ала.

Бысҡы( пила)

Йышҡы( рубанок)

Балта( топор)

Сүкеш(молоток)

-        Был әйберҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

-        Исем

-        Афарин. Ә былар барыһы бергә нисек атала?

-        Эш ҡоралдары тип атала.

-        Эш һүҙенең синонимын әйтегеҙ әле.

-        Хеҙмәт.

-        Шулай булғас, һеҙ уҡып килгән һәм өйрәнәсәк хикәйәлә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ?

-        Хеҙмәт тураһында, эш һөйөүсе кеше тураһында.

-        Эйе,беҙ бөгөн, кеше, уның тормоштағы тотҡан урыны, хеҙмәткә, тыуған еренә, иленә,халҡына мөнәсәбәте тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

 

Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

Слайд( портрет Ф.Иҫәнғолов)

Уҡытыусы: Ф.Иҫәнғолов тураһында ҡыҫҡаса һөйләй.  Кайҙа тыуған?Нисәнсе йылда? Ниндәй әҫәрҙәре бар?( Уҡусылар үҙҙәре яуап бирергә тейештәр.

 

Хикәйәне уҡығанда ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы?Дәреслектәге һүҙҙәр менән дә эшләү.

Слайдта һүҙҙәр.

Батраҡ- байға ялланып эшләгән кеше, ялсы.

Мираҫ- үлгән кешенән кемдеңдер кармағына күскән мал- мөлкәт, байлыҡ.

Һырышып- нимәгәлер һырышып, ел өйгән ҡар, көрт( сугроб)

Артмаҡлаған- тоҡто элмәкләп арҡаға аҫыу

Һәүәҫ- нимәгәлер күңел һалыусан, ихлас

Ғиллә- нимәнеңдер нигеҙендә ятҡан тип сәбәп, дәлил

 

Ошо һүҙҙәрҙе дәфтәрегеҙгә күсереп яҙып алығыҙ.

Һеҙҙең һүҙлек

“ һандығығыҙға” тағы ла яңы һүҙҙәр өҫтәлде.

 Ә хәҙер,хикәйәне уҡығандан һуң тыуған тәүге фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашайыҡ.Түбәндәге һораҙарға яуап бирәйек.

 

1.Уҡытыусы: Вәлит менән Хәмиткә аталары ниндәй васыят ҡалдыра?

Яуап:Үҙегеҙ үлгәс тә, донъяла исемегеҙ ҡалырлыҡ итеп йәшәгеҙ,кеше араһында кәм – хур булмағыҙ.

2.Уҡытыусы:Вәлит уны нисек башҡара?

Яуап:Ул васыятты тура мәғәнәһендә аңлай,бөтә ергә лә исемен яҙып йөрөй.

3.Уҡытыусы: Ә Хәмит нимә эшләй?

Яуап:Кешеләргә ярҙам итә,күпер эшләп,исемен мәңгеләштерә.

4.Уҡытыусы: Ниңә донъяла Хәмиттең исеме генә һаҡлана?

Яуап: Сөнки уның яҡшылығы күпер аша халыҡ хәтерендә мәңге Һаҡланасаҡ.

5. Уҡытыусы:Ауыл халҡы Хәмит менән Вәлитте нисек итеп иҫкә ала?( дәреслектән яаупты уҡыйбыҙ, 88- се бит)

6.Уҡытыусы: Ни өсөн әҫәр “Хәмит күпере” тип атала?

Яуап:Сөнки Хәмит васыятты дөрөҫ аңлай һәм уның күпере күп быуындар буйы хеҙмәт итәсәк.

6.Уҡытыусы: Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр бигерәк тә күңелегеҙгә ятты?

Вот здесь пока нет связки………потом придумаю…

-        Ә хеҙмәт тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?Әйҙәгеҙ әле иҫкә төшөрәйек.

-        Уҡыусылар үҙҙәре белгән мәҡәлдәрҙе әйтә.

 

Мин һеҙгә икегә бүленгән мәҡәлдәр таратам. Ә һеҙ уларҙы бергә ҡушып уҡырһығыҙ.

Бер уҡыусыла мәҡәлдең башы, ә икенсе уҡыусыла уның дауамы, аҙағы булыр.

 

 

Эш һөйгәнде –                            ил һөйгән

Хөрмәт төбө –                             хеҙмәт

Оҫта үлһә -                                   ҡулы ҡалыр

Изгелек                                         изгелек тыуҙыра

Изгелек эшлә лә һыуға һал –      халыҡ белер, халыҡ белмәһә - балыҡ белер.

Изгелек ерҙә                                 ятып ҡалмай.

Ағасты япраҡ биҙәй,                   кешене хеҙмәт биҙәй.

 

 

Молодцы! Афарин!

 

Ә хәҙер инде уҡыусылар әҫәрҙәге төп образдарҙы әйтәйек. Кемдәр инде улар?

Эйе. Хәмит менән Вәлит.

Ике төркөмгә буленәйек тә  был образдарға характеристика бирәйек. Һеҙҙең эшегеҙҙе еңеләйтер өсөн мин терәк һүҙҙәр яҙҙым. Ошо терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып тиҙ генә характеристика әйтәбеҙ. Кем бында ыңғай образ? Ә кем кире? Беренсе төркөмдәгеләр Хәмиткә, икенсе төркөм Вәлиткә характеристика бирһен. Шулар араһынан үҙегеҙҙең образға тура килгәнен һайлап алығыҙ.

 

1-се төркөм ( Хәмит)                                          2- төркөм( Вәлит)

Сыҙамлы                                                              Эшлекһеҙ

Сабыр                                                                    Иренсәк

Түҙемле                                                                 Елкәһе соҡор

Булдыҡлы                                                              Эште ашыҡ- бошоҡ башҡара

Егәрле                                                                    Һәр ерҙә исемен яҙып йөрөй

Эшлекле                                                                 Ҡырҡ һүҙгә етә

Эш һөйәр                                                                Ҡустыһына екерә

Йорт- ҡаралты тирәһен нығыта                           Ялҡау

Иген игә

Балта эшен эшләй

Уңған

 

 

-        Һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?

-        Беҙҙең арала Вәлит кеүек кешеләр бармы? ( Хәмиткә оҡшарға тырышайыҡ. Яҡшы кешеләр күберәк булған һайын тормошобоҙ матурыраҡ, донъя именерәк булыр).

Хәмит

САБЫР

СЫҘАМЛЫ

ЭШЛЕК-ЛЕ

ЕГӘРЛЕ

УҢҒАН

БУЛДЫКЛЫ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

7.Уҡытыусы:Ә хәҙер әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын билдәләйбеҙ.

Әҫәрҙең темаһы: хикәйәлә Хәмит менән Вәлиттең аталары ҡалдырған васыятты үтәүе.

Идеяһы: Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү, яҡшы исем ҡалдырыу. Хәмит кеүек уңған, изгелекле булыу.

 

Хикәйәнең идеяһы булып тыуған илгә , халыҡҡа хеҙмәт итеү тинек.

 

 

 

Һығымта ( дәрестең аҙағында әйтеләһе һүҙҙәр)

Хәҙер, уҡыусылар, бөгөнгө дәрескә ҡыҫҡаса ғына йомғаҡлауяhайыҡ.

— Бөгөнгө дәрестә нимәләр белдегеҙ? Ул белгәндәрегеҙ тормошта hеҙгә кәрәк буласаҡмы? Ни өсөн?

 

  Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә  тырышығыҙ. Һеҙҙең турала: «Кем балаһы - шуның балаһы, ҡайҙан килгән – шул яҡтан, шул ауылдан», - тип ғорурланып әйтерлек булһын. Хәмит халыҡҡа изгелек эшләй. Халыҡ уны хөрмәт итә. Үҙе үлһә лә, яҡшы исеме ҡала.

 

Шулай итеп, халыҡ Хәмитте бары тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алған, уның һалған күпере ауылдаштарына оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән. Ә Вәлит иһә,йылдар үтеү менән, бөтөнләй онотолған.Яҡшылыҡ бер ҡасан да онотолмай.“Яҡшылыҡ эшлә лә, һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә,балыҡ белер”,ти башҡорт халыҡ мәҡәле.

 

Тырышҡан – табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр. (Хәмит)

Эш белгәнгә – уңыш юлдаш. (Хә-мит)

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәрҙә аҙ. (Хәмит)

Ялҡауға ҡашыҡ та ауыр. (Вәлит)

Иҫәр үҙен күккә сөйөр. (Вәлит)

 

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 322 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

ПМ 06 Организация и контроль текущей деятельности подчиненного персонала для специальности 43.02.15 Поварское и кондитерское дело
  • Учебник: «Товароведение продовольственных товаров», В.А. Тимофеева
  • Тема: 1.5.Методы определения качества товаров
  • 02.10.2020
  • 3022
  • 52
«Товароведение продовольственных товаров», В.А. Тимофеева
ПМ 01 Организация и ведение процессов приготовления и подготовки к реализации полуфабрикатов для блюд, кулинарных изделий сложного ассортимента для специальности 43.02.15 Поварское и кондитерское дело
  • Учебник: «Организация хранения и контроль запасов и сырья. Профессиональное образование», Володина М.В., Сопачева Т.А.
  • Тема: 1.1. ОЦЕНКА КАЧЕСТВА ПРОДОВОЛЬСТВЕННЫХ ТОВАРОВ
  • 02.10.2020
  • 1896
  • 22
«Организация хранения и контроль запасов и сырья. Профессиональное образование», Володина М.В., Сопачева Т.А.
Техническое оснащение организаций питания для специальности 43.02.15 Поварское и кондитерское дело
  • Учебник: «Экспертиза потребительских товаров», Вилкова С.А.
  • Тема: Глава 2. Организация и процедура проведения товароведной экспертизы.
  • 02.10.2020
  • 1300
  • 14
«Экспертиза потребительских товаров», Вилкова С.А.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.01.2015 781
    • DOCX 59.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мустафина Зиля Равиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мустафина Зиля Равиловна
    Мустафина Зиля Равиловна
    • На сайте: 8 лет и 10 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 60237
    • Всего материалов: 21

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 847 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Эффективные коммуникационные стратегии в образовательной среде: от управления до мотиваци

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие мотивации к обучению

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 155 человек из 47 регионов
  • Этот курс уже прошли 148 человек

Мини-курс

Дизайн-проектирование: практические и методологические аспекты

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе