Инфоурок Другое КонспектыУрок на тему: "Сифат темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?"

Урок на тему: "Сифат темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?"

Скачать материал

              Тема: Сифат темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

                          Ерҙә ниндәй эҙең ҡала? (6-сы класс)

(Тәнҡитле фекерләү технологияһы һәм логик мәғәнә моделен ҡулланып үткәрелгән дәрес өлгөһө)

       Маҡсат. 1. Уҡыусыларҙы сағыштырыу, һығымталау алымдары аша сифат тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү; сифат, уның яһалашы, ҡулланышы, үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәтте нығытыу, уларҙы текста таба һәм ҡуллана белергә өйрәтеү. 2. Балаларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, фекерҙәрен дәлиләргә өйрәтеү. 3. Йәш быуынға әхләки тәрбиә биреү, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға этәргес яһау.

       Йыһазландырыу. Дәреслек, карточкалар, мультимедиялы проектор, терәк-схемалар.

     Уҡыусылар менән төркөмдәрҙә эшләү.

Дәрес барышы.

      1.Тәбиғәт- үҙе бер мөғжизә. Шул мөғжизәләргә бергәләп һоҡланып алайыҡ. Экранға иғтибар итегеҙ.( Проекторҙа һүрәттәр күрһәтелә).

 

%E5%9Blady-ko%E5%82_2777299.jpg9694-800.jpg23102780571207.jpg

       2.-Был һүрәттәрҙә  ниндәй мөғжизәләр күрҙегеҙ?

          -Һүрәттәрҙе нимә берләштерә?

          -Был эҙҙәрҙе кемдәр ҡалдырған?( Кешеләр, ҡоштар, хайуандар).

          -Кешеләр ниндәй эҙҙәр ҡалдыра ала?( Тәрән, яҡшы, насар, йөрәктәге, күңелдәге.)

          -Ә ниндәй эҙҙәр оҙағыраҡ һаҡлана?

 

3. -Эҙ һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?( Исем.Нимә? Предмет).

   -Эҙ һүҙенән тағы ниндәй һүҙҙәр яһап була?( Эҙләүсе, эҙләй, эҙле.)

   -Эҙле һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?( Сифат, билдә, ниндәй?)

 

4.  - Балалар, беҙ бөгөн сифат тураһында үткәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, ҡабатлап үтербеҙ. Дәрестә тағы нимәләр тураһында һөйләшеүебеҙҙе асыҡлар өсөн мин һеҙгә  В. Сухомлинскийҙың “ Кеше ерҙә ниндәй эҙ ҡалдырырға тейеш” хикәйәһен тәҡдим итәм. Ә тәүҙә ауыр аңлайышлы һүҙҙәргә иғтибар итәйек.

            Һоҡланып ҡарау- смотреть с восхищением

             Ғорурлыҡ- гордость

             Ғәжәпләнеү- удивляться

             Иҫтәлек- память

             Ҡыҙғаныс- сожаление

-Хикәйәне үҙ аллы уҡып сығығыҙ, ә һуңынан инде уны ролдәргә бүлеп уҡып ҡарарбыҙ.(һәр төркәмдән бер уҡыусы һайлана).

 

Suhomolinsky_V.jpg  В. Сухомлинский “Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?

Оҫта ҡарт  таштан йорт һала. Бер аҙ ситкәрәк китеп үҙ хеҙмәтенә һоҡланып ҡарап тора.” Иртәгә был йортҡа кешеләр күсенер”-, тип уйлай ул, ғорурланып.

Ә тап шул ваҡытта өй янында бер бәләкәс кенә малай уйнай ине. Ул баҫҡысҡа һикерҙе һәм әле ҡатып өлгөрмәгән ценментта аяҡ эҙен ҡалдырҙы.

Был хәлде күреп, оҫта бик ғәжәпләнде.

-Ниңә минең эшемде боҙаһың? –тип һораны ул, борсолоп.

Малайҙың иҫе лә китмәне, ул көлдө генә һәм үҙ өйөнә табан йүгерҙе.

Йылдар уҙҙы. Малай үҫеп етте. Ләкин бер эшкә лә  ҡулы ятманы.Ҡартайып, эшләй алмаҫ хәлгә килгәс, ул бала сағы үткән ауылын иҫкә төшөрҙө. Уның тыуған ерен бик күрәһе килде. Ләкин ауылда үҙенең кем икәнен әйткәс, уны бер кем дә хәтерләй алманы.

-Һин үҙең тураһында ниндәй иҫтәлек ҡалдырҙың һуң? - тип һораны бер ауылдашы. -Һинең улың йәки ҡыҙың бармы?

-Минең бер кемем дә юҡ, - тине ҡарт.

-Бәлки,  һин имән ағасы ултыртҡанһыңдыр?

-Юҡ, ултыртманым.

-Бәлки, иген иккәнһеңдер?

-Юҡ, иген икмәнем.

-Улайһа, йыр ижад  иткәнһеңдер?

-Юҡ, йыр ҙа яҙманым.

-Кем һин? Ғүмерең буйы ниндәй эш башҡарҙың һуң? - тип ғәжәпләнеп һораны кешеләр.

Ҡарт бер нимә лә тип яуап бирмәне. Ул баҫҡыста эҙ ҡалдырыуын иҫенә төшөрҙө һәм шул йортҡа табан атланы. Өй кисә генә һалынған кеүек, тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Ә иң аҫтағы баҫҡыста- уның бәләкәс кенә аяғының эҙе.” Ерҙә мин ошо ғына эҙҙе ҡалдырғанмын икән, -тип уфтанды ҡарт. –Ҡыҙғаныс, былай йәшәйһе булмаған икән!”

 -Хикәйә тураһында үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ.

- Ул һеҙҙә ниндәй хистәр уятты?

     1.Ҡарт эшсе өй һалып ҡына ҡалмай, ә хеҙмәте менән ғорурланыу  хисе лә кисерә. Йылдар уҙған, ә уның йорто яңы килеш һаҡланған.Сөнки ул намыҫ менән эшләй. Хеҙмәтенең кемгәлер шатлыҡ килтерәсәген йөрәге менән тоя.

    2.Малай эшлекһеҙ, мәрхәмәтһеҙ булып  үҫә, шулай булмаһа ул оҫтаның эшен боҙмаҫ ине. Ул тирә-яҡтаға һөнәрҙәргә битараф. Уның был сифаты ғүмере буйына һаҡланған. Кешеләрҙе шатландырыу, уларға ярҙам итеү уның өсөн ят нәмә.

   -Хикәйәгә һеҙ ниндәй исем бирер инегеҙ? (“Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?”)

Хикәйәнең идеяһы: Кеше ерҙә эҙ ҡалдырып йәшәргә тейеш. Йәшәү мәғәнәнәһе,тормош мәғәнәһе тураһында уйландыра.

-Тимәк, беҙ дәрестә нимәләр тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе асыҡланыҡ, теманы билдәләнек.. Бөгөнгө көндөң числоһын, темаһын дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

3. Сиффаттар тураһында белемдәрегеҙҙе ҡабатлау, тәрәнәйтеү өсөн мин һеҙгә логик мәғәнә моделен тәҡдим итәм. Әммә был моделдә һорау билдәләре бик күп, беҙ ошо һорауҙарға яуап бирергә, һәр бер координатаһын билдәләргә тейешбеҙ.

                 

Сифаттарҙы ҡабатлап, бирелгән схемалағы һорауҙарға яуаптар эҙләйек.

              Көслө –көсөн, һөнәрле- эшен күрһәтер.

              Яҡшы хужа юҡты бар итер, яман хужа барҙы юҡ итер.

-Сифаттар предметтың ниндәй билдәләрен белдерә ?

 (Төҫөн, формаһын, тәмен, күләмен, физик  һәләтен, тышҡы күренешен, температураһын, урынын, ваҡытын).

4.Сифаттар һөйлмдәрҙә ниндәй роль уйнайҙар?

 -Мин һеҙгә бер нисә һөйләм тәҡдим итәм, ә һеҙ уларҙа сифаттарҙы табып ниндәй һөйләм киҫәге булып килеүен асыҡлағыҙ.( Һөйләмдәр таҡтаға яҙыла, проекторҙа тикшерелә).

      Яҡшының ҡәҙерен яман белмәҫ.

      Ялҡауға эш өйрәтһәң, ул һиңә аҡыл өйрәтер.

      Минең иң яратҡан кешеләрем- тырыштар.

(ЛММ-гә мөрәжәғәт итеү)

5. Сифаттар аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап ниндәй сифаттарға бүленә:

 Төп с. үҙ алдына предметтың билдәһен аңлата: ҡара, аҡыллы, һалҡын, оялсан.

Шартлы с. йә урынды, йә ваҡытты, йә предметтың нимәнән яһалышын белдерә: өҫтәлдәге, ҡышҡы, киске, алтын балдаҡ.

(ЛММ-гә мөрәжәғәт итеү)

-         Шартлы һәм төп сифаттарҙы нисек үҙләштерҙек икән?

-         Экранда бирелгән һүҙбәйләнештәргә иғтибар итегеҙ. 1-10 тиклем һандарҙы яҙып ҡуйығыҙ, улар ҡаршыһына бирелгән сифаттың төрөн билдәләп яҙығыҙ.  (Экрандағы яуаптар менән сағыштырыу,балалар үҙҙәрен тикшерәләр).

1.Яҡшы китап                                  6.Ҡалалағы майҙан

2.Ҡышҡы көн                                  7.Аҡыллы уҡыусы

3. Буранлы көн                                8. Һап-һары япраҡ

4. Тырыш уҡыусы                          9. Өфөләге театрҙар

5. Алтын сәғәт                                 10.Ярҙамсыл бала

 

 

1

2

3

4

5

6

7

8

9

10

Т/Ш

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

-Арып та киттек шикелле. Әйҙәгеҙ бергәләшеп ял минуты уҙғарып, бөгөнгө яңы тыуып килгән көндө сәләмләйек:

36124297.jpg

                      Һаумы, алтын ҡояшым!

                      Һаумы, зәп- зәңгәр күгем!

                      Иҫәнме һин, елкәйем!

                      Бөтәгеҙҙе сәләмләйем.

 

6.Сифаттарҙың яһалыу юлдарын иҫкә төшөрөү.  Төркөмдәрҙә эш. Карточкалар таратып бирелә. Һөйләмдәрҙәге сифаттарҙы табып,  яһалыу юлдарын асыҡлау.

    Күңелең саф булһа, көндәрең шат булыр. Ҡара йөрәк бер йәшәһә, изге йөрәк мең йәшәр.

    Аҡыллыға ым да етә. Егетлек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер. Башҡорттар- ҡунаҡсыл халыҡ. Уҡыусылар фәнни конференцияға йыйылды.

    Ғабдулла- ҡуйы ҡара сәсле, аҙ һүҙле, уйсан малай. Оялыуҙан Вәзирҙең бите тимгел-тимгел булды. Дейеү ергә батҡан ерҙән ҡаралы- ҡыҙыллы ут күренде.

(ЛММ-гә мөрәжәғәт итеү)

7. Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау, яһалыу юлдарын иҫкә төшөрөү.

 

             

      Таблица менән эш.

      -Һәр бер төркөм бирелгән һүҙҙәрҙе дәрәжәләр менән үҙгәртә.( Аҡыллы, ҡыҙыл, ҡышҡы. Иртәнге, йәшел, изгелекле. Тәртипле, бөгөнгө, әсе).

 

              

         8. Сифаттар тураһында алған белемдәребеҙҙе, дәрестең темаһын йомғаҡлап мин һәр төркөмгә ысын мәғәнәһендә ерҙә яҡшы эҙ ҡалдырыусы кеше моделен  ижад итергә тәҡдим итәм. Бының өсөн  беҙ синквейн алымын ҡулланырбыҙ. (Синквейн- биш юллыҡ ) .

    Ул бер билдәле схема буйынса төҙөлә:

1.     Бер исем.

2.     Ике сифат.

3.     Өс ҡылым.

4.     Бер һөйләм, мәҡәл, цитата.

5.     Ассоциация( бер һүҙ, һүҙбәйләнеш).

      -  Һәр төркөм үҙенең моделен яҡлай.

      1. Тормошта яҡшы эҙҙәр генә ҡалдырыу өсөн нисек йәшәргә?

      2. Кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

     3. Беҙҙең арала яҡшы эҙҙәр ҡалдырып йәшәүселәр бармы?

     4. Атай- әсәйҙәрегеҙ һеҙҙе ниндәй итеп күрергә теләй?

akmulla2.jpgs_yulayev.jpgгагарин.jpgкарим.jpg

9.Һығымта: һеҙ төҙөгән модель буйынса йәшәүселәр күберәк булһа, тормошобоҙ ҙа матурыраҡ булыр ине.

- Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?

 - Сифаттар тураһында нимәләр иҫтә ҡалдырҙыҡ?

10.Уҡыусыларҙың үҙҙәрен баһалауы. Баһалау.

11. Өй эше.1. Кешенең  яҡшы сифаттарын һүрәтләүсе 5-6 мәҡәл яҙып килегеҙ.

          2. Ижади эш. “Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?”  темаһына миниатюр инша

яҙығыҙ.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок на тему: "Сифат темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

(Тәнҡитле фекерләү технологияһы һәм логик мәғәнә моделен ҡулланып үткәрелгән дәрес өлгөһө) Маҡсат. 1. Уҡыусыларҙы сағыштырыу, һығымталау алымдары аша сифат тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү; сифат, уның яһалашы, ҡулланышы, үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәтте нығытыу, уларҙы текста таба һәм ҡуллана белергә өйрәтеү. 2. Балаларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, фекерҙәрен дәлиләргә өйрәтеү. 3. Йәш быуынға әхләки тәрбиә биреү, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға этәргес яһау.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 123 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.03.2020 635
    • DOCX 431.3 кбайт
    • 14 скачиваний
    • Рейтинг: 1 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Жукова Оксана Михайловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Жукова Оксана Михайловна
    Жукова Оксана Михайловна
    • На сайте: 3 года и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 102907
    • Всего материалов: 236

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Мини-курс

Педагогические идеи выдающихся педагогов и критиков

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методические навыки и эффективность обучения школьников на уроках литературы

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективное создание и продвижение школьной газеты

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе