Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по родному башкирскому языку и литературе в 7 классе

Рабочая программа по родному башкирскому языку и литературе в 7 классе

Скачать материал

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Средняя общеобразовательная школа № 2

 с. Чишмы муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

Рассмотрено на заседании МО

Протокол № _____ от   «___»___________2014 г.

Руководитель ШМО

_________Шафикова З.Х.

«Согласовано»

Зам. директора школы по УВР

_____________Р.Х.Сафиуллина

«____»____________2014 г

«Утверждаю»

Директор школы:

__________Ф.А.Асадуллин.

Приказ № ___ от «___»_____________2014 г.

 

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО ПРЕДМЕТУ

«РОДНОЙ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК И ЛИТЕРАТУРА»

                                                         ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ

7  КЛАСС

 

Составила учитель башкирского языка

и литературы первой категории

Шафикова Зимфира Халитовна

2013-2014 учебный год

 

 

I.                    Пояснительная записка

Рабочая программа учебного предмета «Родной башкирский язык и литература» разработана на основе следующих нормативно-правовых документов:

·        Федерального компонента государственного стандарта общего образования, утвержденного приказом Минобразования России от 5.03.2004г. № 1089 (с изменениями: приказ Минобрнауки России от 10.11.2011 № 2643, приказ Минобрнауки России от 31.01.2012 №69)

·        Федерального закона Российской Федерации от 29.12.2012г. №273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации»

·        Закона Республики Башкортостан от 01.07.2013г. №696-3 «Об образовании в Республике Башкортостан»

·        Концепции духовно-нравственного развития и воспитания личности гражданина России/ А.Я.Данилюк, А.М.Кондаков, В.А.Тишков. – М.:Просвещение, 2009.

·        Учебного плана СОШ №2  на 2014-2015 учебный год.

·        Примерной программы по родному башкирскому языку

Программа соответствует учебнику «Баш3орт теле 89м 929би9те» для 7 класса, Ф.А.Хуснутдинова, Д.С.Тикеев, Б.Б.Гафаров ,  Уфа:Китап, 2010г.

Рабочая программа рассчитана на 136 часаов в год (4 часа в неделю).

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

I.Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 7-се класы  өсөн туған башҡорт тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 136 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 4 сәғәт) .

Дәреслек: Х5сн5тдинова Ф.(.,  Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. . – Өфө: Китап, 2010. – 288 бит.

1)   Ма3саттар 89м бурыстар:

1.      У3ыусыны4 баш3орт 929би телен 72л9штере7ен9, тексты а4лап, тасуири итеп, й7герек у3ыуына, д5р56 я2а беле7ен9, 929би тел нормаларын 8а3лап, т5рл5 темалар1а иркен 85йл9ше7ен9 иреше7.

2.      Балалар2ы баш3орт халы3 ижады, йыр-музыка8ы, театры, 8ынлы с9н19те мен9н таныштырыу, к7ренекле я2ыусылар2ы4 969р29рен 72л9штере7ен9 иреше7.

3.      У3ыусылар1а баш3орт хал3ыны4 килеп сы1ышы, тарихи я2мышы, сит илд9р29ге милл9тт9шт9ребе22е4 тормошо тура8ында м91л7м9тт9р бире7.

4.      Халы3 тарихын 89м мира6ын 5йр9не7 аша 76мер29р29 Ватан1а, халы33а, ту1ан телг9 м5х9бб9т, ололар1а, кесел9рг9 89м, 1ом7м9н, кешег9 ихтирам, м9рх9м9тлелек, ш9ф39тлелек т9рби9л97.

2)Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа “Шишм9 ауылы 2-се 8анлы м9кт9п”  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

3)Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

      Программа йөкмәткеһе: Һүҙ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙъяһалыш. Морфология: һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик һәм семантик категориялары.

Программаны4 й5км9тке8е идея-тематик 89м  нинд9й2ер д9р9ж9л9 тарихи-хронологик принциптары ерлегенд9 т525лд5 89м у1а тормош 8ынауын 7тк9н ю1ары художестволы, бай й5км9ткеле, у3ыусылар1а т9р9н белем 89м т9рби9 бирер29й 969р29р индерелг9н.

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

 

 

 

4)Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):   

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

2.     Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплексы (комплексы):

Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. . – Өфө: Китап, 2010. – 288 бит.

 

IIҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Теле бар2ы4 – иле бар. - 12 сәғәт.

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легөндалар - 8 сәғәт.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше.                                                          

Йырҙар - 9 сәғәт.

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Таҡмаҡтар - 3 сәғәт.

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

Алтын көҙ - 6 сәғәт.

М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү. 

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

Уҡыу - белем шишмәһе - 3 сәғәт.

Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 15 сәғәт.

Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 9 сәғәт.

М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.

М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.

Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.

Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

Исемлек билдәләре:  килеш,  һан,  эйәлек  категориялары  менән үҙгәреүе.

Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.

Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.

Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Башҡортостан-ғәзиз ерем - 9 сәғәт.

Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында   килеүсе   сифат   ҡылымдарҙың   һан,   эйәлек,   килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.

Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.

М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ап-аҡ карҙар яуа - 7 сәғәт.

К.Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

Ә.ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.

Ил намыҫы - ир күңелөндә - 14 сәғәт.

Р.Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.

Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

В.Исхаков. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

А.Баһуманов. «Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.

Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 10 сәғәт.

Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.

Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Г.Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.

Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

 

Эх, күңелле яҙ килә! - 7 сәғәт.

Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.

Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

Тел - тере шишмә - 12сәғәт.

Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.

М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Йәмле йәй - 12 сәғәт.

М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Х.Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.

Н.Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

 

III.Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

1.     Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

·         текстың планын төҙөү;

·         текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

·         текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

·         тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

·         6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

·         тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

·         әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

·         текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

 

IV. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-         башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-         тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-         дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-         һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-         тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Диктант – 4+3

Изложение - 1

Инша – 2

Я2ма эшт9р - 3

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:

- һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

- һүҙлек диктанттары;

- аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;

- һорауҙарға яуаптар;

- тестарға яуаптар яҙыу;

- изложениелар;

- иншалар.

 

V.Календарь-тематик план

 

Тема

Сәғәт

һаны

Биттәр

Дата

Йы8азландырыу

План.

Үткәр.

1-се сирек – 35 сәғәт.

1-се сирек   Теле барҙың – иле бар. 12 сәғәт.

  1.  

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр.

1

3-4

 

 

Китаптар

  1.  

Етем төлкө.

1

4-8

 

 

87р9тт9р

  1.  

Исемдәрҙе ҡабатлау.

1

22

 

 

таблица

  1.  

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

23

 

 

 БР Карта8ы

  1.  

Хайуандар тураһында әкиәттәр.

1

9

 

 

 

  1.  

Тылсымлы әкиәттәр тура8ында. Алтын алма.

1

9-12

 

 

 

  1.  

(бй9лил.

1

12-14

 

 

Сюжетлы картиналар

  1.  

Сифаттарҙы ҡабатлау.

Төп һәм шартлы сифаттар.

1

16-19

20-22

 

 

Таблица

  1.  

Тормош-көнкүреш әкиәттәре. Алтын тамсы.

1

15-18

 

 

 

  1.  

*аранбай мен9н Зинн9т а1ай. 9ки9т.

1

18-21

 

 

 

  1.  

Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет. Гипербола. Аллегория.

1

 

 

 

Таблица

  1.  

Алмаштарҙы ҡабатлау.

1

23

 

 

 

Риүәйәт һәм легендалар. 8 сәғәт.

  1.  

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү.

“Етегән йондоҙ” риүәйәте.

1

31-32

25

 

 

Сюжетлы картина

  1.  

Инеш диктант.

1

 

 

 

Йыйынты3

  1.  

“Ай менән Зөһрә” риүәйәте.

1

25-26

 

 

 

  1.  

Сы4рау торна.

1

26-28

 

 

 

  1.  

Хаталар 56т5нд9 эш.

1

 

 

 

 

  1.  

ҡылым.Һөйләмдәрҙә ҡылымдарҙың тотҡан урыны.

1

23

 

 

Таблица

  1.  

“Бошман-3ыпса3 батыр” ри79й9те.

!илмияза” риүәйәте.

1

28-31

 

 

 

  1.  

72 аллы 89м яр2амсы 3ылымдар.

Ҡылымдарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ төшөнсәләре.

1

34

 

 

Схема, таблица№12

Йырҙар. 9 сәғәт.

  1.  

Йыр тураһында төшөнсә.

Тыуған ил һәм халыҡтар берҙәмлеге тураһында йырҙар.

“Эскадрон” “Урал”, “Й9йл97ек” йыры.

1

46

39-41

 

 

БК -диск

  1.  

Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөйкәлеше.

1

35

 

 

таблица№21-25

  1.  

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше.

1

36

 

 

 

  1.  

3ас3ындар тура8ында1ы йыр2ар. Буранбай. Бейеш.

1

41-43

 

 

БК -диск

  1.  

Кластан тыш уҡыу.

1

 

 

 

 

  1.  

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарҙың хәҙерге заманы.

1

37-38

 

 

таблица№21-25

  1.  

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарҙың үткән заманы.

1

47

 

 

таблица№21-25

  1.  

Кантон башлыҡтары тураһында йырҙар. Тәфтиләү. Ҡолой кантон.

1

43-44

 

 

БК -диск

  1.  

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында йырҙар. “Зөлхизә”, “Ғилмияза”.

1

45-46

 

 

БК -диск

Таҡмаҡтар. 3 сәғәт.

  1.  

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарҙың кил9с9к заманы.

 

1

50-51

 

 

 

  1.  

Таҡмаҡтар тураһында төшөнсә.

Бейеү таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре. Уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

 

1

48-49

 

 

Аудиокассета,

магнитофон

  1.  

Контроль диктант. Ҡылым һөйкәлештәре.

1

 

 

 

Йыйынты3

Алтын көҙ. 6 сәғәт.

  1.  

М.Тажи “Алтын көҙ”, Ф.Рәхимғолова “Көҙ” шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең һынланышы.

1

 

 

 

таблица

  1.  

Хаталар 56т5нд9 эш.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын 3абатлау.

1

52

 

 

 

  1.  

М.Ғафуриҙың “Ҡыр ҡаҙы” хикәйәһене4 идея-тематик й5км9тке8е.. Ҡыр ҡаҙының яҙмышы.

2-се сирек.

1

54-60

 

 

 

  1.  

Т.7. Инша. “3оштар – бе22е4 3анатлы ду6тар”       

1

 

 

 

 

  1.  

Бойороҡ  һөйкәлеше ҡылымдары.

1

 

 

 

 

  1.  

Хаталар өҫтөндә эш.

1

 

 

 

 

Уҡыу – белем шишмәһе. 3 сәғәт.

  1.  

Раил Байбулатов. К74ел күҙҙәре.

Х9мз9  89м У1атар образдары.

1

62-68

 

 

 

  1.  

Н.Мусин ижады. Тайғаҡ баҫма.

1

69-75

 

 

портрет

  1.  

 Яҙма эш.  Дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел.

1

 

 

 

 

Дуҫлыҡта – берҙәмлек. 15 сәғәт.

  1.  

Б.Бикбай. Рус теле

1

78

 

 

Портрет

  1.  

Р.Сафин. Дуҫлыҡ.

1

79

 

 

Портрет

  1.  

Ш.Биҡҡол. Дуҫлыҡ.

М.К9рим. Мил9ш.

1

80

 

 

портрет

  1.  

Бойороҡ  һөйкәлеше ҡылымдары.

1

60-61

 

 

таблица№22

  1.  

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

1

75-77

 

 

таблица№21

  1.  

Кластан тыш уҡыу.

1

 

 

 

 

  1.  

Р.Байбулатов. Һарыбай.

1

82-96

 

 

 

  1.  

Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының яһалышы.

1

101-102

 

 

таблица№23

  1.  

Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше.

1

 

 

 

таблица№23

  1.  

“8арыбай” 969рене4 идея-тематик й5км9тке8е.

1

 

 

 

 

  1.  

*арыбай мен9н Иншар образдарына характеристика.

1

 

 

 

 

  1.  

Ә.Бичәнтәев ижады. Бакенщиктар илаҡ булмай.

1

97-101

 

 

портрет

  1.  

Шарт ҡылымы һөйкәлеше мәҡәлдәрҙә.

1

 

 

 

 

  1.  

И6к9ртм9ле-к7ре7 диктанты.

1

 

 

 

Йыйынты3

  1.  

Бакенщиктар тормошо.

1

 

 

 

 

Хеҙмәт т5б5 – х5рм9т. 9 сәғәт.

  1.  

М. М.Ямалетдинов. Ураҡ өҫтө.

Ғафури. Гөлдәр баҡсаһында.

1

103-105

 

 

портрет

  1.  

3ылым 85йк9лешт9рен 3абатлау. Хаталар өҫтөндә эш.

1

 

 

 

Тест 8орау2ары

  1.  

Ж.Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай.

1

106-112

 

 

портрет

  1.  

Оморҙаҡ бабайға характеристика.

Оморҙаҡ бабайҙың тормошо.

1

 

 

 

 

  1.  

Ҡылым т5рк5мс9л9ре.

1

111-112

 

 

таблица

  1.  

Контроль диктант. 3ылым 85йк9лешт9ре.

1

 

 

 

Йыйынты3

  1.  

Хаталар өҫтөндә эш.

1

105

 

 

 

  1.  

Ж.Кейекбаев. Туғандар һәм таныштар.

1

115-124

 

 

 

  1.  

Туғандар һәм таныштар әҫәренең идея-тематик й5км9тке8е..

1

 

 

 

 

3-сө сирек   Башҡортостан – ғәзиз ерем. 9 сәғәт.

  1.  

Исем 3ылым.

Исем 3ылымдар2ы4 я8алышы.

1

113-114

 

 

таблица

  1.  

Ә.Үтәбай. Башҡортостан.

А.Игебаев. Онотманым һине, ауылым.

1

129-130

 

 

портреттар

  1.  

М.Кәрим. Ҡайын япрағы тураһында.

1

132-135

 

 

портрет

  1.  

Сифат ҡылым.

1

124-126

 

 

таблица

  1.  

7тк9н заман сифат 3ылым.

1

125

 

 

 

  1.  

Кластан тыш у3ыу. «Аманат» журналдарына к729те7.

1

 

 

 

журналдар

  1.  

Т.7. Инша. “Тыу1ан ерем – Баш3ортостан”

1

 

 

 

87р9тт9р

  1.  

Т.7. Инша. “Тыу1ан ерем – Баш3ортостан”

1

 

 

 

 

  1.  

Х92ерге заман сифат 3ылым.

1

126

 

 

 

Ап-аҡ ҡарҙар яуа. 7 сәғәт.

  1.  

К.Кинйәбулатова. Һаумы, аҡ ҡыш!

Шакир Бикҡолов. Урман.

1

136-137

 

 

портрет

  1.  

Ә.Әхмәт-Хужа. Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!

1

138-139

 

 

портрет

  1.  

Киләсәк заман сифат ҡылым.

1

127-128

 

 

схема

  1.  

Г7з9л !9лиева .3ар8ылыу.

1

139

 

 

портрет

  1.  

(хм9т Әһлиуллинды4 . “Биҙәкле сана”  969ренд9 ду6лы3 89м татыулы3 мотивтары.

1

143-148

 

 

 

  1.  

Урта3 3ылым.

1

130-131

 

 

схема

  1.  

Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулыҡ мотивы.

 

1

 

 

 

 

Ил намыҫы – ир күңелендә. 14 сәғәт.

  1.  

Р.Шәкүр. Һаҡта тора илдең улдары.

1

149

 

 

портрет

  1.  

Ф.Аҡбулатованы4 “Атай икмәге” 969рене4 идея-тематик й5км9тке8е.

1

150-164

 

 

 

  1.  

Х9л 3ылым.

Х9л 3ылымды4 т5р29ре.

1

140-142

 

 

таблица

  1.  

Ф.Аҡбулатованы4 .

1

 

 

 

 

  1.  

Хикәйәлә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

1

 

 

 

 

  1.  

Әсе һуғыш йылдары.

1

 

 

 

 

  1.  

Х9л 3ылымды4 т5р29ре.

1

185

 

 

 

  1.  

7телг9нде 3абатлау. 3ылым т5рк5мс9л9ре.

1

 

 

 

Тест 8орау2ары

  1.  

В.Исхаков. Кеше күңеле – тәрән даръя.

1

166-173

 

 

 

  1.  

Һуғыш осоронда тылдағы халыҡтың тормошо.

1

 

 

 

 

  1.  

Кластан тыш у3ыу.

1

 

 

 

 

  1.  

Рәүештәр.

Рәүеш төркөмсәләре.

1

164-165

174

 

 

таблица№15,16

  1.  

А6ыл1ужа Ба8уманов. “3ай2а 8ин, генерал?”

1

178-189

 

 

 

  1.  

Образдар1а характеристика бире7.

1

 

 

 

 

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр. 10 сәғәт.

  1.  

Г.Юнысова “Әсәйҙәр байрамы”, “Йырлайым әсәйҙәр турында”.

1

186

 

 

портрет

  1.  

Р97еш д9р9ж9л9ре.

1

175

 

 

таблица№15

  1.  

Р97ешт9р2е4 я8алышы.

1

175-176

 

 

 

  1.  

Ф.Иҫәнғолов. Бер йом1аҡ май.

1

189-195

 

 

портрет

  1.  

Ә.Бикчәнтәев. Яраланған бүре күҙҙәре.

1

195-199

 

 

портрет

  1.  

Г.Яҡупова. Мейес 9бей.

1

200-202

 

 

 

  1.  

Контроль диктант.

1

 

 

 

Йыйынты3

  1.  

Хаталар өҫтөндә эш. Синоним бәйләүестәр.

1

 

 

 

 

  1.  

Т.7. Изложение “(с9й” тема8ына.

1

 

 

 

Сюжетлы 87р9тт9р

  1.  

Хаталар өҫтөндә эш.

1

 

 

 

 

4-се сирек. Эх, күңелле яҙ килә! 7 сәғәт.

  1.  

Теркәүес Теркәүестәрҙең д5р56 я2ылышы.тәр. Эй9рте7 терк97ест9ре.

 

1

203-204

 

 

таблица№20

  1.  

Р.Ни1м9ти . Я2 килде, я2!

1

205

 

 

портрет

  1.  

Р.!арипов. *абантур1ай.

1

206

 

 

портрет

  1.  

Һ.Дәүләтшина. “Айбикә” повесынан өҙөк.

1

207-215

 

 

портрет

  1.  

Бәйләүестәр.Б9йл97ест9р2е4 б7ленеше.

1

215

 

 

таблица№19

  1.  

Яҙма эш. Шаулап, гөрләп яҙ килә!

1

 

 

 

 

  1.  

Азатлы3 5с5н 3атын-3ы22ы4 рухи 76еше.

1

 

 

 

 

Тел – тере шишмә. 12 сәғәт

  1.  

Ҡ.Аралбай. Башҡорт теле. Ғ.Байбурин. Тыуған илемә.

1

218

 

 

портрет

  1.  

М.Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ.

Мостай Кәримдең бала сағы.

1

219-250

 

 

Видеоя2ма

  1.  

И6к9ртм9ле-ишете7 диктант.

1

 

 

 

Йыйынты3

  1.  

Хаталар өҫтөндә эш.

1

 

 

 

 

  1.  

Оло инәйҙең йомшаҡ ҡулдары.

1

 

 

 

 

  1.  

Кесе инәй.

1

 

 

 

 

  1.  

Киҫәксәләр. Ки69кс9л9р2е4 б7ленеше.

1

250

 

 

таблица№20

  1.  

(69р29 929п-9хла3 м9сь9л9л9ре.

1

 

 

 

 

  1.  

Әсҡәт образы.

1

 

 

 

 

  1.  

Яҙма эш. Оло инәй , Кендек образдарына характеристика.

1

 

 

 

 

  1.  

Ки69кс9л9р2е4 д5р56 я2ылышы.

1

252

 

 

таблица№20

  1.  

7телг9нде 3абатлау.Терк97ест9р, ки69кс9л9р.

 

1

 

 

 

Тест 8орау2ары

Йәмле йәй. 12 сәғәт.

  1.  

М.Ғафури. Болон. Шиғыр төҙөлөшө.

1

254

 

 

портрет

  1.  

Х.Назар. Йәйге йәшен.

С.Әлибай. Ямғыр теләү.

1

256

259

 

 

портрет

слайдтар

  1.  

Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

254

 

 

таблица№20

  1.  

Н.Игеҙйәнова. Өйөрөлмәк.

1

260-276

 

 

 

  1.  

Ымлыҡтар. Ымлыҡтар2ы4 дөрөҫ яҙылышы.

1

256-258

 

 

таблица№20

  1.  

Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаны һүрәтләү.

1

 

 

 

 

  1.  

Экскурсия.

1

 

 

 

 

  1.  

Кластан тыш уҡыу.

1

 

 

 

 

  1.  

Контроль диктант.

1

 

 

 

Йыйынты3

  1.  

Хаталар өҫтөндә эш.

1

 

 

 

 

  1.  

Ғариза тураһында төшөнсә.

Аңлатма яҙыу.

1

 

 

 

1ариза 5лг585

А4латма я2ыу 5лг585

  1.  

 Йом1а3лау д9ресе

1

 

 

 

Тест 8орау2ары

карточкалар

 

 

VI.Материаль-техник ҡулланмалар

 

-         телевизор;

-         видеомагнитофон

-         мультимедиа

 

 

 

 

 VII. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

 

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005. Өфө, Китап, 2006 .
  3. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

VIII.Төп әҙәбиәт

 

1.     Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

2.     Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

3.     Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. . – Өфө: Китап, 2010. – 288 бит.

 

 

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

 

1.     Аслаев Т. Х., Исламғолова Ы. Ә. Уйнат, уйлат баланы: уҡытыусы өсөн ҡулланма. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 1993.

2.     Аслаева Р. Ғ. Телмәр һәм зиһен. – Өфө: Китап, 2005.

3.     БМҮИ нәшриәте, 2007.

4.     Ғафаров Б. Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

5.     Ғөбәйҙуллина Ф. Х. Беҙҙең байрамдар. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп сәхнәһе өсөн сценарийҙар. – Өфө: Китап, 2004.

6.     Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Уҡыу ҡулланмаһы. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966.

7.     Раҡаева Ә. С., Дәүләтшина М. С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. Өфө: Педкнига, 2008.

8.     Тамырҙарыңды беләһеңме? Шәжәрә байрамдарын үткәреү буйынса ҡулланма. – Өфө: “Белая река”, 2006.

9.     Толомбаев Х. А., Ғәбитова З. М., Фәтихова Ш. Х. Башҡорт теленән тестар. 5-9 кластарҙа рус телендә уҡытыусы мәктәптәр өсөн. Башҡорт теле уҡытыусыларына һәм уҡыусыларға ҡулланма. Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2008.

10.  Ураҡсин З. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф., Ҡотлобаева Г. М., Әхтәмов М. Х. Ҡыҙыҡлы грамматика: башҡорт мәктәптәренең 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 1993.

11.  Шәжәрә байрамын ойоштороусыларға кәңәштәр/ Әсәҙуллина-Ибраһимова Н. И.: Өфө: Эшлекле династия, 2007.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по родному башкирскому языку и литературе в 7 классе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель страховой организации

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Рабочая программа по родному башкирскому языку и литературе в 7 классе составлена на основе Закона об образовании в РБ. Рабочая программа состоит из титульного листа, пояснительной записки, где перечислена вся нормативно-правовая дукументация, пояснительной записки на башкирском языке и всех пунктов, требуемых  при составлении рабочей программы.

    Календарно-тематическое планирование составлено на основе программы "Ижевск.Книгоград. 2008г". Родной башкирский язык в 7 классе изучается 4 часа в неделю.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 761 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.03.2015 460
    • DOCX 75.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Шафикова Зимфира Халитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Шафикова Зимфира Халитовна
    Шафикова Зимфира Халитовна
    • На сайте: 8 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3040
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 19 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов

Мини-курс

Figma: основные принципы дизайна и композиции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 73 человека из 34 регионов

Мини-курс

Взаимоотношения в семье и успех детей

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Культурное наследие России: язык и фольклор

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе