Башҡортостан
Республикаһы мәғариф министрлығы Республика спорт йүнәлешле 5-се мәктәп
интернаты.
Ғилми
конференция.
Доклад.
“Башҡортостандың
кино тарихы”.
Әҙерләне:
7 синыф уҡыусыһы
Динисламов
Айгиз
Етәксеһе:
Сәғитова Г.Ә.
Юғары
категориялы уҡытыусы.
Башҡортостандың
кино тарихы.
Башҡортостандағы
кино китабының авторы – Радмир менән Рәшит Янгировтар. Улар республикала кино
сәнғәтенең таралыуын, уның халыҡ өсөн танһыҡ булыуын, күңел асыу һәм тәрбиә,
белем арттырыу сараһы булыуын тасуирлай.
Ә
икенсе автор Марсель Ҡотлоғәләмовтың “Тылсымлы нур” китабы Башҡортостан
киностудияһының тарихына һәм эшмәкәрлегенә байҡау яһай.
Әммә
Башҡортостан тамашасыһына үтә таныш, яҡын, башҡорт теленә тәржемә ителгән нәфис
һәм документаль фильмдар хаҡында ике китапта ла бер генә лә һүҙ юҡ.
Тап
улар 50йылға яҡын иң төпкөл ауылдарҙа ла ҡәҙерле ҡунаҡ булған. Совет осоронда
йылына 15-20 фильм башҡорт теленә ауҙарылып экранға сыға.
Тәржемә
тамамланғас һәр дубляж радио аша иғлан ителә.
Халыҡ
белеп тора, көтөп ала. Режиссер дублер Акмир Нуретдинов әйтеүенсә дубляж идеяһы
тарих буйынса ул 1946-йылдан бара. Был турала миңә актер-дублер Зариф Каюмов
һөйләне, тип хәтерләй ул.
Актер-дублер
Зариф Каюмов ул ваҡытта алмаштырғыһыҙ администратор булды. Үҙенең дубляж
идеяһы менән ул Европа илдәрендә лә булған. Элек, ул ваҡытта
Бащҡортостанға Мәскәүҙән, Свердловскийҙан актерҙар кино дубляж эше менән
килделәр.
Бик
ҙур режиссерҙар килә торғайны. Улар тарафынан хатта шиғырҙарҙа “Гамлет”
тәржемә ителә. Тағы ла “Атайҙар” фильмы ителгән.
Фильмдың
дубляж, уның икенсе телдә яңғырауы, актер һөйләшкәндә ирендәрҙең ҡыбырҙауы
экрандағы һүрәткә тап.
Образдың
характере, телмәр тауышы, интонацияһы дубляжда тулыһынса сағылырға тейеш
булған.
Советтар
союзындағы күп милләттәр үҙ телдәрендә дубляж фильмдар ҡарағандар.1948
йылда башҡортса телгә килгән беренсе фильмдар “Ауыл уҡытыусыһы”, “Чапаев”,
“Эскадрон һәләкәте”.
Дубляжды
мин көтмәгәндә башланым тип хәтерләй Зариф Каюмов.
Мин
телевиденияла ул ваҡытта тауыш режиссеры булып эшләй инем. Бер ваҡыт
бер төркөм кешеләр эш урынына килеп инделәр. Улар Ҡазан ҡалаһы
киностудияһынан инеләр. Минең тауыш режиссеры икәнлеген белеп улар миңә
фильмда ҡатнашырға һоранылар. Беренсе тапҡыр “Посол Советского Союза”
фильм дубляж яһаным. Ошо дубляж өсөн беренсе наградамды алдым. Дубляжлык
эшем шунан һуң башланды ла инде.
1962
йылдан Башкино дубляж эшен Акмир Нуретдинов, Вәли Ғәлимов, Нәжиб
Хафизовтар дауам итә.
Иң
тәжрибәле тәржемәүселәр – Фәрит Иҫәнғолов, Рәшит Солтангәрәев, Риф Мифтахов
Һәм башҡалар эшләй.
Редакторҙар
Нәжиб Хафизов, Раил Байбулатов.
Дубльгә
телмәр һалыусылар Әхтәм Абушахманов, Фаиз Вахитов, Риф Мифтахов. Шулай ҙа
фильм тәржемә ителгәндә иң яуаплы кеше режиссер.
Акмир
Хисам улы Нуретдинов етәкселегендә 34 йыл буйына 600-ҙән ашыу фильм
башҡортса һөйләй башлай. Үҙенсә ул ҡатмарлы эш. Телевизорҙан шул осорҙа
тәржемә ителгән фильмдар эле лә күрһәтелә.
Башҡортса
тәржемә ителгән фильмдар Министрҙар кабинеты янындағы Башкиновидеопрокат
дәүләт иждимағи производство идаралағы ҡарамағында. Бында үҙ эшен яратҡан
кешеләр эшләгән, эшләй.
Башҡортостан
кинотеатрҙарында, ауыл клубтарында күрһәтелгән фильмдар ошо алтын ҡуллы
кешеләр тарафынан Башкино дубляждың күп фильмдары яңыртыла.
Сифаттары
юғалған, туҙған берәр экземплярҙа ҡалған фильмдарыбыҙҙға оло
артистарыбыҙҙан Рим Сыртланов, Хөсәйен Кудашев, Арыҫлан Мөбәрәков, Ильшат
Йомағолов, Галли Мөбәрәковтарҙың тауыштары һаҡлана.
Башкино
видеопрокат етәксеһе Нариф Хафизов әйтүенсә башҡорт артистары уйнаған
башҡортса фильмдар сығарылһа бигерәк яҡшы булыр ине.
Башҡорт
телендә ижад ителгән яңы сифатлы фильмдарҙы беҙ Башҡортостан киностудяһынан
көтәбеҙ.
Башҡорт
кино сәнғәтенә нигеҙ һалған режиссерҙар Азат Иманаев, Малик Якшембәтов,
Әмир Абдразаков эштәрен әлеге көндә йәштәрҙән Булат Йосопов, Дамир Халитов
дауам итә.
Башҡортостан
киностудияһы фильмдарҙы ике телдә башҡортса һәм русса төшөрәләр.
Туған
телдең яңғырауы төп принцип итеп алынғаны ҡыуандыра.
Тәржемә
ителгән фильмдарҙың ҡыҙыҡлығы юғала.
Ысынлап
та башҡорт кино сәнғәте телевидения Һәм матбуғат ярҙамына мохтаждыр.
Әле бөтә телевидения Галивудты рекламалай, ә башҡортса яңы фильмдар ошо
ағым араһында юғалмаҫҡа тырыша.
Киностудиябыҙҙың
50-нән ашыу фильмы - нәфис, документаль һәм мультфильмдары тураһында кем
белә? Уларҙы бөтә Рәсәй буйлап таратыу мотлаҡтыр.
Икенсенән
был яңы фильмдарҙы ауыл ерендә йәшәүсе йәш үҫмерҙәр, ололар рәхәтләнеп
үҙ телендә барған фильмдарҙы ҡарап ҡыуанырҙар ине - тигән өмөттә ҡалам
мин.
Быйылғы
йыл кино йылы, яңынан яңы уңыштар менән килһен ине.
Баш
ҡаланың “Родина” кинотеатрында Рәсәйҙә кино йылын асыуға йыйылыусылар “кино
геройҙар” булып тарихҡа, йәғни кинояҙмаға инеп ҡалды. Мәҙәниәт министры
Әминә Шәфиҡова, тантаны асып, кино оҫталарын, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне, йыл
дауамында республиканың барлыҡ район һәм ҡалалары буйлап үтәсәк
марафонға старт биреүен иғлан итте.
Өфөләр
йәш режиссер Айнур Асҡаровтың “Әсә” фильмын, “Пилорама” комедияһын,
Рөстәм Юлаевтың “Өс хат”, Таңсулпан Бураҡаеваның “Ике лә генә егет” нәфис
фильмдарын, Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Тәүбә” документаль, “Уралтау менән
айҙың барлыҡҡа килеүе”, “Алдар менән бүре” йәнһүрәттерен ҡараны.
Республиканың
Милли музейында иһә “Башортостандың кино тарихы” күргәҙмәһе асылды.
Экспонаттар араһында фильм төшөрөү өсөн ҡулланылған тәүге совет
телевизоры, кино күрһәтеү, элекке камералар, таҫмалар, монтаж өҫтәле һ.б.
бар. Тәүге бащҡорт фильмдарын эшләүсе режиссер Малик Якшимбәтов, оператор
Ғилиан Әмировтың тормошона арналған бүлек айырыуса ҡыҙыҡлы.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.