Инфоурок Классному руководителю Другие методич. материалыДоклад для родителей.Балаңды кем тәрбиәләй?

Доклад для родителей.Балаңды кем тәрбиәләй?

Скачать материал

                                           Балаңды кем тәрбиәләй?

       1 сентябрҙән “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡлау тураһында” Федераль закон ғәмәлгә инде. Ул матбуғат баҫмаларына, телевидение тапшырыуҙарына, интернет селтәрендәге контентҡа йәш буйынса сикләүҙәр ҡуйыуҙы күҙҙә тота. Закон 18 йәшкә тиклемге балаларҙы наркотик, тәмәке һәм алкоголь ҡулланыуға, зинасылыҡҡа, берәҙәклеккә, теләнселәүгә этәреүсе, көс ҡулланыуҙы һәм яуызлыҡты аҡлаусы мәғлүмәттән, һүгенеү һүҙҙәренән һаҡларға тейеш. Ошо айҙан башлап гәзит-журналдарға, телевидение тапшырыуҙарына уларҙы нисә йәштәгеләргә ҡулланыу мөмкинлеген күрһәткән билдәләр ҡуйыла. Был сара балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләһенең торған һайын ҡырҡыулаша барыуына бәйле.

Бөгөн һуңғы сирек быуат эсендә тәрбиә алған быуын, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү йәшенә етте. Телевидение һәм матбуғат саралары аша тормошҡа ашырылған тәрбиә сәйәсәте емештәре бөтә “гүзәллегендә” кәүҙәләнә лә башланы инде. Кемеһе үҙ балаһын тәҙрә аша бәрә, кемеһе – кеше балаһын, йыш ҡына әсә – улды, ата ҡыҙҙы белмәй. Әҙәм балаһын бөгөн йәшәп ҡалырға, тормоштоң бар рәхәтен бөгөн татырға өгөтләй торғас, ысынлап та, тик бөгөнгө менән йәшәүселәр күбәйҙе, ғаилә, балалар алдында яуаплылыҡ тойғоһо кисереүселәр торған һайын кәмей. Совет осорондағы дөрөҫ тәрбиәне алып үҫкәндәргә хәҙерге хаяһыҙлыҡ айырыуса яҡшы күренә.

Балаларға бәләкәйҙән үк бик ҙур йоғонто яһау көсөнә эйә булған йәнһүрәттәрҙе генә алып ҡарайыҡ. Элек балалар изге йөкмәткеле совет йәнһүрәттәрендә тәрбиәләнде. Уларҙа яҡшылыҡ насарлыҡты еңә, дуҫлыҡ, татыулыҡ тураһында матур йырҙар яңғырай. Иҫ киткес һөйкөмлө, ярҙамсыл йәнлектәр балаларға һәйбәт өлгө күрһәтә. Ул мультиктарҙа үлтерешкә, ҡан ҡойошҡа, һуғышҡа урын юҡ. Бөгөн экрандарҙы кешелеккә ҡаршы идеология менән һуғарылған көнбайыш йәнһүрәттәре биләп алды. Шыҡһыҙ ерлектә механик монстрҙар бер-береһе артынан ҡыуыша, убырҙар, ғифриттәр, яуыз сихырсылар менән мәкерле тылсымсылар, ҡурҡыныс роботтар баҫтырыша, һуғыша, атыша, шартлата, бер-береһен мыҫҡыллай, үсекләй, әсир ала. Бындай фильмдар балалар араһында дошманлыҡ хисе тәрбиәләй, хатта балалар һәм ата-әсәләрҙе ҡапма-ҡаршы лагерҙарға ҡуя. Был бигерәк тә “Симпсондар”, “Гриффиндар” тигән йәнһүрәттәргә хас. Балағыҙ, уны тыңлатам тип, арт һанына эләктергәнегеҙ йә еңмешләнеп таптырған нәмәһен алып бирмәгәнегеҙ өсөн һеҙҙең өҫтән тейешле органдарға ялыу итһә ,уны тәрбиәләү бурысын йәнһүрәттәргә йөкмәткән өсөн үҙегеҙгә үпкәләргә генә ҡала. Ҡартайған көнөгөҙҙә балағыҙ һеҙҙе ҡарттар йортона тапшырырмы, әллә нисек тә үҙе тәрбиәләргә тырышырмы? Был тәңгәлдә лә уның күңеленә тәүге тәрбиә орлоҡтары сәскән йәнһүрәттәрҙең йөкмәткеһенә бик иғтибарлы һәм талапсан булыу кәрәктер.

Тағы ниндәй йәнһүрәттәр балала ниндәй боҙоҡлоҡ тәрбиәләй? Матур, күркәм, нәзәкәтле ҡыҙҙар төп героинялары булған мультиктарҙы алайыҡ. Элекке фильмдарҙа тышҡы матурлыҡ эске матурлыҡ менән ярашып килә торғайны. Мәҫәлән, тәлмәрйен батша ҡыҙы, “Ал сәскә”ләге Настенька һәм башҡалар – романтик юҫыҡтағы гүзәл ҡыҙҙар, шул уҡ ваҡытта улар, аҫҡы аң бағлаған өмөттө аҡлап, һәйбәт холоҡло, егәрле, изге күңелле булып сыға. Бөгөнгө “Нотр-Дам”дағы сиған ҡыҙы, йөҙөн боҙоп, яуызлыҡтар эшләргә әҙер, “Аладдин”дағы Йәсмин, “Шрек”тағы тролльша иһә ирҙәрҙән былай ҡанһыҙ итеп һуғыша. Әйткәндәй, балалар айырыуса яратып ҡараған мультиктар былар. Роботтар, мумиялар тураһындағы фантастик йәнһүрәттәрҙәге героиня ҡотһоҙ ир ҡиәфәтенә ингән ҡыҙ ғына түгел, ә иблис, йәһәннәм киҫәүе. «Шрек»та бер күренеш бар: тролльша йырлағанда, бер ҡошсоҡ шартлап үлә. Быны ҡарағанда балалар шарҡылдап көлә икән, тимәк, фильмды төшөрөүселәр – үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү юлында: баланың аңы урынынан күскән. Тимәк, унан илен, халҡын, ата-әсәһен, ғаиләһен, яҡындарын яҡлай һәм һаҡлай торған юғары әхлаҡлы, әҙәпле, тоғролоҡло, яуаплы кеше сыҡмаясаҡ. Ә беҙҙең балаларҙы ошондай продукция менән туйындырыусыларға нәҡ шул ғына кәрәк.

“Маша менән Айыу” тигән йәнһүрәттә геройҙар Том менән Джерри, Чип менән Дейл, Леопольд менән сысҡандар шикелле үҙ-ара һуғышмай. Иҫ киткес шуҡ, һөйкөмлө, тапҡыр Маша күптәрҙең күңелен яулап алды. Бала-саға был фильмдың таныш көйө ишетелеү менән экрандарға ҡаплана. Интернетта ул күп миллионлы аудиторияны ылыҡтыра. Ҡыҙлы ата-әсә араһында, эстән генә балаһының Машаға оҡшап үҫеүен теләп, ошо мультикты йыш ҡулланыусылар барҙыр. Ә ниндәй әхлаҡ тарата һуң был фильм? Һәр серияла бәләкәс кенә Маша оло айыуҙы нисек теләй, шулай борғолай. Тегеһе, баш баҫып, бының бөтә кәзектәрен үтәй. Психологтар баһалауынса, был фильм ҡыҙҙарҙа буласаҡ ирҙәре менән эш итеү моделен тәрбиәләй. Ә малайҙарҙа, киреһенсә, Маша кеүек ҡыҙҙарҙан ҡурҡыу ярала. Үрҙә әйтеп үтелгән маҡсатҡа – ғаилә нигеҙҙәрен емереүгә хеҙмәт итә торған тағы бер сара.

Төрлө яҡлап билдәле бер йүнәлештә эш итә торған күп һанлы ысулдарҙың береһе генә ул йәнһүрәттәр, экрандар аша беҙгә тағылған тапшырыуҙар. Бала тәрбиәләүҙе уларға ышанып тапшырып ҡуйыу – ата-әсә яһаған иң ҙур хаталыр. Балағыҙҙы тик үҙегеҙ тәрбиәләгеҙ.

Ата-әсәләр өсөн доклад.

Балаңды кем тәрбиәләй?

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Доклад для родителей.Балаңды кем тәрбиәләй?"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Социальный педагог

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 654 981 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.01.2015 438
    • DOCX 22.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кувандыкова Гузель Ринатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кувандыкова Гузель Ринатовна
    Кувандыкова Гузель Ринатовна
    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3358
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Организация профориентационной работы в школе

36/72/108 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 217 человек из 51 региона
  • Этот курс уже прошли 548 человек

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 54 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 140 человек

Курс повышения квалификации

Медиаграмотность как форма работы с современным родителем

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 125 человек

Мини-курс

Инвестиционные проекты: оценка, эффективность и стратегии

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Введение в экономическую теорию и практику

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология общения: от многоплановости до эффективности

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 50 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 11 человек