Инфоурок Классному руководителю Другие методич. материалыЯңы йыл байрамына сценарий

Яңы йыл байрамына сценарий

Скачать материал

Яңы йыл байрамы

Ҡатнашалар:
Әкиәтсе
Ҡыш бабай
Алтын сәсле Ҡарһылыу
Ун ике Ҡар ҡыҙы
Аҡъегет
Ҡуян
Аҡ бүре
Шүрәле
Юха

I күренеш
Әкиәтсе: 
– Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы-буранлы һыуыҡтан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға ҡыуанышып килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡуяндар ҙа, күбәләктәр ҙә, хатта кеше-үрмәкселәр ҙә бар икән. Ә мин – Әкиәтсе. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә. Ҡурҡыныс ауаздар ишетелә.
Әкиәтсе:
– Абау, ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә шикелле... Бәй, яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен-төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Әкиәтсе таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе, бәшмәктәр үҫеп ултыра икән, тип уйлаясаҡ.
Шүрәле менән Юха инә. Улар икеһе лә имәнес ҡиәфәттә.
Шүрәле:
– Тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?! 
Юха, тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:
– Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы...
Шүрәле уның алҡымынан матҡып тотоп ала:
– Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыттың туҡтаясағын, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйыныма бәйләһәм, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға минең ғүмеремдең оҙонаясағын һин оноттоңмо әллә? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!
Юха:
– Юҡ, юҡ, онотманым да ул…
Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):
– Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле ҡыҙҙы табып килтер!
Юха:
– Эйе, эйе, батшам! (Сығып барышлай). Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән. Эйе, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана бәшмәк йыя башлай).
Шүрәле:
– Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!
Юха:
– Ә-ә, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер ки-ки-килтерәм!
Юха башын аҫҡа эйеп сыға. Шүрәле тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.
Әкиәтсе:
– Уф, беҙҙе танырҙар, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ янай), мин дә бар бит әле! Балалар, мин Шүрәле менән Юханың артынан китәйем. Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн халыҡты иҫкәртәйем. Бәлки, үҙҙәре лә, ҡылғандарының яҡшы түгеллеген аңлап, кире тәүбәгә ҡайтыр. Ярай, осрашҡанға тиклем һау булып тороғоҙ!
Әкиәтсе сыға.
 йыр «Ҡар бөртөктәре»
Талғын ғына көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар ҡыҙҙары инә.
Ҡарһылыу инә. Ҡар ҡыҙҙары уны уратып ала.
Ҡарһылыу:
– Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән ергә ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме!
Ҡар ҡыҙҙары:
– Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең нимә теләйһең – шул күренә торған серле көҙгөң бар бит әле. Шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә! Минең Ерҙе күргем килә! Минең дә! Минең дә! Минең дә!
Ҡарһылыу:
– Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!
(Ярым түңәрәккә тороп, көҙгөгә текәләләр).
Ҡар ҡыҙҙары:
– Ҡарағыҙ әле, былтыр күрше ҡыҙының санаһын тартып алып илатҡан малай шул ҡыҙ менән баҡсала һарғайып кипкән япраҡтарҙы йыя. Ҡыҙҙар, һиҙәһегеҙме, Ерҙә яуызлыҡ бөтөп бара бит! Юҡ, бөтмәгән икән әле. Ҡара, ҡара, былтыр беҙҙән тау яһап, балаларға байрам эшләгән егетте ағайҙары рәнйетә түгелме? Эйе шул. «Һин беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың. Ҡулыңдан бер эш тә килмәй!» – тип бигерәк кәмһетеп ташланылар бит! Исеме Аҡъегет икән. Ни эшләп ҡулынан бер ни ҙә килмәһен, ти! Балаларға байрам бүләк итеү – иң ҙур эш бит ул!
Ҡарһылыу (ситкә китеп, ҡулдарын түшенә ҡуйып, ипләп кенә):
– Аҡъегет!!!
Шул саҡ ҡулына глобус тотҡан Ҡыш бабай килеп инә.
– Эһем, эһем, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Ни менән мәшғүлһегеҙ ул?
Ҡар ҡыҙҙары көҙгөнө тиҙ генә Ҡарһылыуҙың кеҫәһенә тыға.
Ҡыш бабай:
– Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Ҡыштың илселәре итеп мин һеҙҙе Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән?
Ҡар ҡыҙҙары:
– Уй, рәхмәт, олатай! (Ҡар ҡыҙҙары Ҡыш бабайҙы һырып алып, сикәһенән үбә). Әйҙәгеҙ, остоҡ, Ҡыҙҙар-йондоҙҙар!
Ҡыш бабай:
– Барығыҙ, барығыҙ! Мин Яңы йыл кисендә килеп етермен! Тик һаҡ йөрөгөҙ!
Улар сыға. Талғын көй. Ҡар ҡыҙҙары кире йүгереп инә. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей.
– Бына беҙ Ерҙә! Бәй, бында балалар байрамға йы йылған бит! Беҙ үҙебеҙ байрамға саҡ-саҡ һуңламай ҡалғанбыҙ икән. Әйҙәгеҙ, балалар, уйындар уйнап алайыҡ.
Күмәк уйындар. Ҡарһылыу инә.
Ҡарһылыу:
– Һаумы, Ер! Һаумыһығыҙ, балалар! Бына тағы һеҙгә ҡунаҡҡа килдек. Һеҙгә тик аҡлыҡ, сафлыҡ ҡына килтерҙек. Яуызлыҡты юҡҡа сығарырға, Яңы йылды бүләк итергә тип килдек беҙ һеҙгә!
Артта Юханың килгәне күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа:
– Әһә, алтын сәсле ҡыҙыҡай!
Юха йәшенә һәм Ҡарһылыуҙың һөйләгәнен ҡолағына ҡулын ҡуйып тыңлай.
Ҡарһылыу:
– Быйыл мин оло тулҡынланыу менән килдем! Хыялымда йөрөгән аҡ уйлы егетте күргем килә. Исеме Аҡъегет икән. Риза булһа, мин уны үҙебеҙгә – мәңге Ҡыш иленә алып китер инем. Әгәр риза булмаһа? Мин бит бында ҡала алмайым. Унһыҙ ни эшләрмен?
Ҡарһылыу илай, уны Ҡар ҡыҙҙары йыуата. Юха шул арала ҡайҙандыр аҡ кейем табып кейә, битлеген сисеп, матур егеткә әүерелә.
Юха-Аҡъегет:
– Һылыу, һиңә ни булды? Ни эшләп илайһың?
Ҡарһылыу (уны күреп тертләп китә):
– Аҡъегет?
Юха-Аҡъегет:
– Эйе, минең исемем – Аҡъегет. Ә һин ҡайҙан беләһең?
Ҡарһылыу (оялып ҡына):
– Э-э, мин – Ҡарһылыу. Былтыр һинең балаларға ҡарҙан бейек тау эшләгәнеңде күҙәтеп торғайным…
Юха-Аҡъегет:
– Ә, беләһеңме, мин быйыл да балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Ул урман ситендәге бер мәмер йәлә. Әйҙә, мин һине шунда алып барам!
Ҡарһылыу:
– Урман ситендәге мәмерйәгә икәүләп барһаҡ, улай килешерме?
Юха-Аҡъегет:
– Килешер, килешер. Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең.
Ҡарһылыу:
– Ярай, улайһа. Мин хәҙер! (Ҡар ҡыҙҙарына) Һеҙ бында балалар менән уйнай тороғоҙ, беҙ хәҙер Аҡъегет менән бүләктәр алып киләбеҙ!
Ҡарһылыу кеҫәһенән көҙгөһөн алып, йәшереп кенә ҡарап, сәстәрен төҙәтеп ала. Әммә кеҫәһенә тыҡҡан саҡта яңылыш көҙгөһө төшөп ҡала. Юха-Аҡъегет менән Ҡарһылыу сыға. Ҡар ҡыҙҙары балалар өсөн төрлө уйындар үткәрә.
 

Йыр “Яңы йыл”


Арҡаһына мылтыҡ аҫҡан Аҡъегет килә. Үҙе һөйләнә.
Аҡъегет:
– Эй, ағайҙарым! «Беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың», – тиһегеҙ инде. «Ҡулыңдан бер ни ҙә килмәй», имеш. Ярай, күрһәтермен әле мин һеҙгә, ағайҙар!
Шул саҡ ҡуян йүгереп китә. Аҡъегет тиҙ генә мылтығын алып, уға атмаҡсы була. Ҡуян шундуҡ телгә килә.
Ҡуян:
– Атма миңә, егет! Минең бәләкәстәрем бар. Мин булмаһам, уларҙы кем тәрбиәләр?
Аҡъегет:
– Нисек? Һин һөйләшә беләһеңме ни?
Ҡуян:
– Эйе.
Аҡъегет:
– Ярай, улайһа. Мин һине ебәрәм.
Ҡуян:
– Рәхмәт, егет!
Ҡуян күҙҙән юғала. Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ тәпәйе эләккән ҡапҡанды һөйрәтеп, Аҡ бүре ҡаршыһына килә.
Аҡ бүре:
– Ҡотҡар, егет! Мине һаҙлыҡ хужаһы Шүрәле ҡапҡанға ҡап тырҙы!
Аҡъегет:
–Ҡыҙыҡ! Был урманда әллә бөтә йәнлектәр ҙә һөйләшә беләме икән?! (Бүренең ҡапҡанын ысҡындыра). Башҡаса һаҡ йөрө!
Аҡ бүре:
– Рәхмәт, егет! Изгелегеңде мәңге онотмам! Өс ҡылымды алып ҡал! Кәрәк булһам, уны өҙөр һөң, һәм мин килеп етермен.
Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ Ҡарһылыуҙың төшөп ҡалған көҙгөһөн табып ала.
Аҡъегет:
– Был ниндәй көҙгө икән ул? Ҡайһылай матур! Ситтәре семәрле! Моғайын, берәй сибәр генә хан ҡыҙыныҡылыр инде. Эх, шул һылыуҙы күрәһе ине!
Шул саҡ матур ғына көй уйнап, көҙгө ялтырап китә. Унда Ҡарһылыу күренә.
Аҡъегет:
– Бәй, был көҙгө тылсымлы икән дә баһа! Ҡара әле, унда һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡыҙ күренә түгелме? Әллә Ҡарһылыу инде?! Шул бит! Былтыр мин уның урманда ҡоштар менән йырлап һөйләшкәнен һоҡланып тыңлап торғайным, әммә янына барырға ҡы йыулығым етмәгәйне. Быйыл уның менән танышам, тип үҙемә һүҙ биреп, түҙемһеҙләнеп ҡыштың етеүен көттөм. Их, Ҡарһылыу!.. Тик ни эшләп һин ҡараңғы мәмерйәлә ул? Ни өсөн ҡулдарың бәйләнгән?
Шул саҡ Ҡарһылыуҙың тауышы ишетелә:
– Ҡотҡар, егет!
Аҡъегет:
– Ҡотҡарам һине, Ҡарһылыу! Тик ул мәмерйәне ҡайҙан та бырға икән?
Әкиәтсе инә.
Әкиәтсе:
– Һаумы, ҡыйыу Аҡъегет! Ҡарһылыуҙы тик һин генә ҡотҡара алаһың. Уны Юха, алдаштырып, Шүрәленең мәмерйәһенә алып китте. Улар Ҡарһылыуҙың алтын сәстәрен ҡырҡып, Ваҡытты туҡтатмаҡсы була. Һиңә ашы ғырға кәрәк! Әҙәм йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманды үткәс, Шүрәленең батҡаҡлы һаҙлығын сығырһың. Унан тауҙар башлана. Шундағы мәмерйәлә Ҡарһылыу йәшеренгән. Һаҡ бул, егет!
Әкиәтсе ҡулын болғап ҡала, Аҡъегет юлын дауам итә.
Аҡъегет:
– Бына Әкиәтсе әйткән ҡара урман. Тик уны нисек сығырға икән?
Шул саҡ егет ҡотҡарған Ҡуян инә.
Ҡуян:
– Мине ҡотҡарғаның өсөн һиңә ярҙам итергә килдем. Һинең килеүеңде һиҙеп, Юха менән Шүрәле юлыңа ҡаршылыҡ ҡорған. Ләкин беҙ уны хәйлә менән еңеп сығасаҡбыҙ. Шулай бит, балалар? Әйҙәгеҙ, бергәләп урманды йырып сығайыҡ. Бының өсөн мин һеҙгә: «Урманда төрлө ағастар үҫә. Улар бейек йә тәпәш, йыуан йә нәҙек», – тип әйтәм. «Бейек» тиһәм, һеҙ ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәрәһегеҙ, «Тәпәш» тиһәм – сүкәйәһегеҙ. «Йыуан» тигәндә ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ, ә «нәҙек» һүҙенә ҡулдарҙы бер-береһенә яҡынайтырға кәрәк. Аңлашыл дымы? Әйҙә, киттек!
Ҡуян һүҙҙәрҙе бутап әйтә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Ҡуян:
– Бына урманды йырып та сыҡтыҡ.
Аҡъегет:
– Рәхмәт, мәрхәмәтле Ҡуян! Рәхмәт, балалар!
Ҡуян:
– Хәйерле юл, Аҡъегет! (Ҡулын болғап ҡала).
Аҡъегет артабан китә. Ә унда – һаҙлыҡ.
Аҡъегет:
– Һаҙлыҡҡа ла еттек. Әммә уны нисек сығырға? Бәлки, Аҡ бүре өйрәтер? Ул кеҫәһенән өс ҡылды алып өҙә. Аҡ бүре пәйҙә була.
Аҡ бүре:
– Егет, бик хәтәр юлға сыҡ ҡанһың. Шүрәлегә ҡаршы тора алырһыңмы?
Аҡъегет:
– Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыр өсөн мин барыһына ла әҙер!
Аҡ бүре:
– Изге ниәтеңде хуплайым. Был һаҙлыҡты үтергә ярҙам итермен. Тик минең генә түгел, бала ларҙың да ярҙамы кәрәк. Балалар, ярҙам итәбеҙме? Әйҙәгеҙ, улайһа, паровоз яһап, бер-беребеҙҙең биленә тотоноп, түңәрәккә торайыҡ та, алдыбыҙҙа түңгәк ята, тип күҙ алдына килтерәйек. Шулай итеп, һаҙлыҡтағы «түңәрәктән-түңәрәк»кә һикерәйек. Әҙерһеңме? Әйҙәгеҙ!

Бейеү көйө уйнай
Бүре үҙе иң алдан тора.
Балалар түңәрәк буйлап һикерешә.
Аҡ бүре:
– Афарин! Ана шулай. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Бына һаҙлыҡты ла еңел генә үттек.
Аҡъегет:
– Рәхмәт, Аҡ бүре! Балалар, һеҙгә лә ҙур рәхмәт!
Аҡ бүре:
– Ана, алда тау эсендәге мәмерйә күренә. Артабан мин һиңә ярҙам итә алмайым. Шүрәле менән үҙеңә көрәшергә тура киләсәк.
 Йыр “С новым годом”

Шүрәле менән Юха инә.
Шүрәле:
– Ҡыҙҙы алып килеүен-килгәс, ниңә уның ҡойроғон да эйәрттең?
Юха:
– Бәй, уның ҡойроғо бармы ни?
Шүрәле:
– Алйот! Ҡойроҡло Ҡарһы лыуҙы ҡайҙа күргәнең бар? Теге егетте ни эшләп эйәрттең, тим?
Юха (ҡурҡа-ҡурҡа):
– Ә-ә, ней, Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһө төшөп ҡалған икән. Шунан күреп, егет беҙҙе эҙләп килә. Мин уның юлына ҡаршылыҡтар ҡуйҙым. Ул урманды үтә алмаясаҡ. Урманды үткәндә лә, һаҙлыҡта батып үләсәк.
Шүрәле:
– Ахмаҡ! Ул бит Ҡарһылыуҙы оҡшатҡанға эҙләп килә. Ә мөхәббәт өсөн кәртәләр юҡ икәнен оноттоңмо ни?
Юха:
– Улайһа, нимә эшләйек икән?
Шүрәле:
– Хәҙер борғоланыуҙан файҙа юҡ. Ваҡытты туҡтатырға кәрәк! Теге егет бик ныҡыш күренә. Әгәр килеп етә ҡалһа, беҙгә көн бөттө! Шуға тиклем беҙгә Ҡарһылыуҙың алтын сәсен ҡырҡып, арҡан ишергә кәрәк. Бар, Ҡарһылыуҙы килтер!
Юха ҡулы бәйләнгән Ҡарһылыуҙы килтерә.
Шүрәле (мыҫҡыллы йылмайып):
– Һаумы, Ҡыш бабайҙың ҡәҙерле ейәнсәре. Ҡарһылыумы әле исемең? Ҡурҡма, ҡурҡма! Беҙгә һин түгел, ни бары алтын сәсең генә кәрәк! Хәҙер беҙ уны ҡырҡып алырбыҙ...
Ҡарһылыу (ҡурҡа-ҡурҡа):
– Һеҙ быны эшләргә тейеш түгелһегеҙ! Бер генә бөртөк сәсем өҙөлһә лә, ваҡыт туҡтаясаҡ. Яңы йыл килмәйәсәк! Зинһар, теймәгеҙ минең сәсемә! Балалар, бөтә халыҡ Яңы йылды көтә бит!
Шүрәле:
– Ха-ха-ха! Ә беҙгә Яңы йыл кәрәкмәй. Ул бит кешене тағы ла бер йылға ҡартайта. Юха, һинең ҡартайғың киләме?
Юха:
– Юҡ, юҡ, әфәндем!
Шүрәле:
– Уның ҡарауы, бер генә сәсең өҙөлһә лә, минең ғүмерем бер йылға оҙая! (Ул Ҡарһылыуҙың сәсен услап тотоп ала). Ә бындағы сәстәр мине меңйәшәр итәсәк! Ха-ха-ха! Шунан мин һине рәхәтләнеп тороп ҡытыҡлаясаҡмын!
Шүрәле оҙон бармаҡтарын уйната. Юха ла уның ыңғайына һикерә-һикерә көлә. Шул саҡ Аҡъегет инә. Юха, ҡурҡышынан ҡалтырап, тубыҡлана, Аҡъегет уны елкәһенән эләктереп ала.
Аҡъегет:
– Ҡыуанмай тороғоҙ әле! Мин булғанда яуыз ниәтеңде атҡара алмаҫһың, Шүрәле!
Шүрәле:
– Аҡъегет?! Һин бында нисек килдең? Һине бит ағайҙарың, булдыҡһыҙ, тип атай ине.
Аҡъегет:
– Булдыҡһыҙҙы күргәнегеҙ юҡ әле! Алышмы, бирешме?
Шүрәле:
– Алыш!
Улар һуғыша башлай. Алышҡан саҡта Аҡъегет Шүрәленең муйынынан ҡыҫып тотоп ала. Ул тубыҡлана.
Шүрәле:
– Миңә теймә инде, зинһар! Бөтә теләгеңде лә үтәрмен!
Аҡъегет Шүрәлене Юханың эргәһенә этеп ебәрә. Улар икеһе лә, теҙләнеп, баштарын иҙәнгә тейҙереп тора. Аҡъегет Ҡарһылыуҙың ҡулын ысҡындыра.
Ҡарһылыу:
– Рәхмәт, Аҡъегет! (Башын егеттең күкрәгенә терәй).
Аҡъегет:
– Ҡарһылыуым! Мин һине ошо көҙгөң аша эҙләп таптым! (Ҡарһылыуға көҙгөһөн тапшыра).
Юха менән Шүрәле:
– Беҙҙе үлтермәгеҙ инде!
Ҡарһылыу:
– Ни эшләйек икән, балалар? Беҙгә Ҡыш бабайҙың бүләкле тоғо кәрәк бит! Бәлки, уларҙы хәйләләп еңеп булыр? Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, йомаҡтарҙы сисһәләр, тоҡ улар ға була. Ә һеҙ уларҙан алдараҡ сисергә тырышығыҙ. Килеш текме?
Шүрәле:
– Һеҙ унда нимә тип бышылдашаһығыҙ?
Ҡарһылыу:
– Ә беҙ ошолай итергә булдыҡ: әйҙә, кем иң беренсе булып минең йомаҡтарҙы сисә, тоҡ – шуныҡы.
Юха:
– Оһо, мин йомаҡтарҙы яратам ул! Беләһегеҙме, мин ниндәй аҡыллы? 
Шүрәле:
– Ә мин үҙемдең һаҙлығымда – иң аҡыллыһы! Күреп торорһоғоҙ, бөтә бүләктәр ҙә минеке буласаҡ!
Юха:
– Юҡ, миңә эләгәсәк!
Шүрәле (уға ташлана):
– Юҡ, бүләктәр минеке! (Улар көрмәкләшә башлай).
Ҡарһылыу:
– Тороп тороғоҙ әле, мин йомаҡтарҙы әйтмәнем бит әле, ә һеҙ тоҡто бүлешә лә башланығыҙ!
Шүрәле:
– Йә, тиҙ генә йомаҡтарыңды әйтә һал! Минең оҙаҡ көтөргә ваҡытым юҡ!
Ҡарһылыу:

– Улайһа, тыңлағыҙ! Беренсе йомаҡ:
Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙөн дә
Ул тәлмәрйен төҫөндә. 
Терпе кеүек энәле –
Әйтеп ҡарағыҙ әле!
Юха:
– Тәлмәрйен!
Шүрәле:
– Алйот, тәлмәр йендең ниндәй энә һе булһын, ти!
Ҡарһылыу:
– Юҡ, тәлмәрйен төҫөндә, тинем бит. Йәки нимә йыл әйләнәһенә ҡарағусҡыл йәшел төҫтә була?
Шүрәле:
– Белдем, белдем. Ул – мин йәшәгән һаҙлыҡ!
Юха:
– Нимә, һаҙлығыңдың энәһе бармы әллә?
Ҡарһылыу:
– Юҡ, Юха, Шүрәле, белмәнегеҙ. Нимәне, ҡыш еткәс, барыһы ла йортона ултырта, матур итеп биҙәй?
Балалар:
– Шыршы!
Ҡарһылыу:
– Дөрөҫ!
Шүрәле:
– Ҡарһылыу, һин минең өсөн бик ауыр йомаҡ әйтәһең. Әйҙә, ябайырағын әйт!
Ҡарһылыу:
– Ә хәҙер икенсе йомаҡ: йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ. 
Шүрәле, Юха:
– Тау! Беҙҙең тауыбыҙ йәйгеһен һоро, ҡышҡыһын, ҡар япҡас, аҡ була! Ур-ра!
Ҡарһылыу:
– Юҡ, дөрөҫ түгел. Балалар, нимә була ул?
Балалар:
– Ҡуян!
Ҡарһылыу:
– Дөрөҫ!
Шүрәле:
– Һин, Ҡарһылыу, уҫалһың, юрый беҙ белмәгән йомаҡты әйтәһең!
Ҡарһылыу:
– Иғтибар, һуңғы йомаҡ ҡалды. Тышы шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. Нимә була ул?
Шүрәле:
– Белдем! Ул – Ҡыш бабайҙың бүләктәр тоғо. Ул шар кеүек түңәрәк, үҙе ҡан кеүек ҡыҙыл, ә эсендәге тәмлекәстәре – м-м-м! – бал кеүек татлы! Мин белдем! Мин еңдем! Тоҡ – минеке!
Ҡарһылыу:
– Юҡ, Шүрәле, дөрөҫ әйтмәнең. Балалар, ни була икән ул?
Балалар:
– Ҡарбуз!
Ҡарһылыу:
– Афарин, балалар! Һеҙ еңдегеҙ! Шүрәле, Юха, биреләһегеҙме?
Шүрәле, Юха:
– Ы-ыһ, ни хәл итәһең, биреләбеҙ. Ләкин киләһе йылда беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! Бөтә йомаҡтарҙың да яуаптарын ятлап аласаҡбыҙ! Ул сағында тоҡ, ысынлап та, беҙҙеке буласаҡ!
Шүрәле менән Юха тоҡто сығарып бирә. Аҡъегет тоҡто ала.
Ҡарһылыу:
– Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең Яңы йыл байрамына рәхим итегеҙ! Ә Ҡыш бабайыбыҙ ҡайҙа икән һуң? Әллә беҙҙе эҙләп йөрөп, урман араһында аҙашып ҡалдымы икән? Әйҙәгеҙ, уны саҡырайыҡ!
Күмәкләшеп: 
– Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!
Ҡыңғырау тауышы ишетелә. Ҡар ҡыҙҙары оҙатыуында Ҡыш бабай инә.
Ҡыш бабай:
– Һаумыһығыҙ, балалар! О-о, ҡайһылай күмәк йыйылғанһығыҙ. Хатта Шүрәле менән Юха ла килеп еткән түгелме? Һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы?
Шүрәле менән Юха:
– Беҙҙе Ҡарһылыу был матур байрамға саҡырҙы.
Ҡыш бабай:
– Ҡарһылыу, ҡыҙым, афарин! Шүрәле менән Юха ла изге күңеллегә әйләнгәс, Ерҙә яуызлыҡ юҡҡа сыҡҡан бит! Тик ни эшләп әле беҙҙең ҡупшы шыршыҡайыбыҙҙың уттары янмай? Әйҙәгеҙ, күмәкләп: «Ян, ян, ян, шыршы!» – тип әйтәйек! (Күмәкләп ҡабатлайҙар. Шыршы ның уттары балҡып китә). Балалар! Донъя, ана, ниндәй матур! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп Яңы йылды ҡаршылайыҡ! Уйнайыҡ, көләйек, йырҙар йырлайыҡ, бейейек! (Бергәләшеп түңәрәккә тороп йырлашып әйләнәләр). Ә кем хәҙер миңә һөнәрен күрһәтергә теләй?
Балалар Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтә. Ҡарһылыу менән Аҡъегет, Ҡар ҡыҙҙары бүләктәр тарата. Шүрәле менән Юха ла, балаларға ҡушылып, йырлап, бейеп, ҡыланып йөрөй.
Ҡыш бабай: 
– Һеҙҙең арала талантлы балалар бик күп икән. Һай, афарин!
 (Кәнфит залға таратыу). Рәхмәт яуғыры! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Яңы йылда ла тырышып уҡығыҙ, тик яҡшы билдәләр генә алығыҙ, кешеләргә ярҙам итегеҙ, дуҫтарығыҙ менән татыу булығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып ҡына тороғоҙ! Мин һеҙгә улымды – Яңы йылымды килтерҙем бит әле. Кил улым яныма.

Яңы йыл шиғыр һәйләй.

Ә беҙгә көмөш ҡыңғыраулы боландарға ултырып ары елергә лә ваҡыт етте. Беҙҙе башҡа илдәрҙә лә һеҙҙең кеүек аҡыллы, матур, талантлы балалар көтә. Һау булығыҙ!
Ҡарһылыу:
– Олатай, мине Аҡъегет Шүрәле менән Юханың тотҡононан ҡотҡарҙы!
Юха менән Шүрәле бөршәйеп төшә.
Икеһе бергә:
– Ҡы-ҡыш ба-ба-бай, ғәфү ит! Беҙ ба-ба-башҡа улай и-итмәҫбеҙ!
Ҡарһылыу:
– Юҡ, улар хәҙер үҙгәрҙе, мин уларҙы ғәйепләмәйем. Тик, әйҙә, Аҡъегетте лә үҙебеҙҙең илгә алып ҡайтайыҡ!
Ҡыш бабай:
– Ә егет үҙе ни тип әйтер?
Аҡъегет:
– Мин Ҡарһылыу менән ер сигенә лә китергә әҙермен!
Ҡыш бабай:
– Афарин! Бына был, исмаһам, ысын ир-егет һүҙе!
Ҡарһылыу Аҡъегетте етәкләп ала.
Ҡарһылыу менән Аҡъегет:
– Һау булығыҙ, балалар! Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!
Шүрәле менән Юха (илай яҙып) :
– Беҙгә лә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Барығыҙ ҙа беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ!
Улар барыһы ла сыға. Матур көй яңғырай. Куранттар һуға. 
Әкиәтсе:
– Йылдар үткән һайын Яңы
йылды
Ҡаршылауы, никтер, серлерәк –
Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,
Теләктәрҙән күңел сафлана.
Өр-яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –
Шул саҡ яңы тормош башлана!
Яңы йыл менән, дуҫтар!
Барыһы бергә:
– Яңы йыл менән!
Күмәкләп йыр йырлайҙар.

Әкиәтсе:
– Байрам тамам. Әкиәтем ары китте, ә үҙем бире киттем. Әммә был әкиәттән алған фәһемде мыйыҡҡа урап ҡуйырға онотмағыҙ, дуҫтарым!
Әкиәтсе сыға.

Сәйфетдинова Лена

Ишембай районы

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Яңы йыл байрамына сценарий"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Менеджер по платежным услугам

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Сценарий на новый год на башкирском языке. Интересный сюжет. Между эпизодами вставлены концертные номера, которые подготовили классы. 

Мероприятие расчитано на старшие классы 5-11. Общей продолжительностью примерно 30-40 минут. В сйенарий включены и игры со зрителями, различные загадки, песни. Очень важно создать атмосферу праздника, чтобы было легче работать с залом. Игры можно проводить как с 5-6 детьми так и со всеми зрителями. Загадок можно использовать и большее количество. Все в ваших руках

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 823 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.01.2015 1160
    • DOCX 90 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахмерова Елена Ильшатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахмерова Елена Ильшатовна
    Ахмерова Елена Ильшатовна
    • На сайте: 8 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5817
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Организация работы с молодежью

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 78 человек из 33 регионов

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы взаимодействия образовательной организации с семьями обучающихся

72/108 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 21 региона

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы профориентационной работы в деятельности педагога

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 88 человек из 34 регионов

Мини-курс

Психология аддикции: понимание и распознование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Дизайн-проектирование: теоретические и творческие аспекты дизайна

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология эмпатии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 16 регионов