Главная / Другое / Внеклассное мероприятие "Цвети, мой край родной"

Внеклассное мероприятие "Цвети, мой край родной"

Сәскә ат һин гүзәл ,тыуған илем!

Музыкаль-әҙәби кисә

Тыуған ил ҡайҙан башлана? Ул тыуып үҫкән ерҙән башлана.Кешегә иң гәзизе уны

тыуҙырған әсә, иң ҡәҙерлеһе-тыуған тупраҡ, иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме- тыуған өйөң, иң йәмлеһе-тыуған тәбиғәтең.

Тыуған илем-Рәсәй, тыуған төйәгем-Башҡортостан,тыуған ерем-Илешем,

тыуған халҡым, туған телем- иң изге төшөнсәләр.

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,-

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Әйе , япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны –бөйөк Рәсәй-

Шундай йәшел, юғары.

Картаға ҡарап, еремде;

-Бер япраҡ саҡлы тинем,

Мин хайранмын киңлегеңә,

Башҡортостаным- илем!

Был шиғырҙы республикабыҙҙың оло ғорурлығы булған бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим яҙған. Уның ижады мәңге йәшәйәсәк,кешеләрҙе киләсәк көндәрҙә лә уйландырыр,моңландырыр,намыҫты сафландырыр, яҡты моң булып рухтарыбыҙҙы ҡанатландырыр.

Халкым күңелеләй киң далалар

Офоҡтарға китеп юғала.

Башҡортостан һыбай елә кеүек,

Киләсәккә ап-аҡ юрғала.

Ағиҙелдәй шаулап аға тормош 1

Һәм ҡушыла бөйөк Иҙелгә.

Гөлбаҡсалай итер өсөн ерҙе,

Яңы быуын үҫә был ерҙә.

- Йыр «Тыуған яғым минең Башҡортостан»

Республикам башҡалаһы Өфөнөң оҙон тарихы бар.Уның бөгөнгөһө тылсымлы әкиәттең хан ҡалаһын хәтерләтә.

Республикала 21ҡала, 54 район,41ҡала тибындағы ҡасаба,4674 ауыл иҫәпләнә. Бөгөнгөһө 13 меңгә яҡын йылға бар. Иң ҙур ,мул һыулылары булып Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим ,Әй һанала.

Күлдәре, тауҙары, иркен баҫыуҙары, бай урмандары-тәбиғәтебеҙҙең күркәм биҙәге булып тора

Әйе , Башҡортостан тәбиғәте менән Швецариянан ары тора! Тағы ла уның ҡайһы төбәгенә генә баҡма- ни менәндер хайран итер, маҡтаныр, ғорурланыр,әллә күпме байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, аҫыл заттар барлығын күрергә мөмкин. Уның ғорурлығы- эшсән, һәләтле халҡы, нефть, химия, энергетика ресурстары, ҡара тупрағы, игене, башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт аты.

- Йыр- бейеү «Толпар атым»

-Ринат Хәйриҙең «Бәхәс» шиғырын сәхнәләштереү.

- Был донъяның иң матур бер төбәге –Илештер!

-Иң матур ҡояш, иң яҡты ай, иң серле йондоҙҙар Илеш өҫтөндә генә яналыр!

-Донъялағы иң һылыу ҡыҙҙар, иң батыр егеттәр Илештә генә үҫәлер!

- Ер йөҙөндәге иң эшсән ,уңған,иң сабыр һәм игелекле кешеләр , моғайын , Илештәлер!

Был матур һүҙҙәрҙе Илешебеҙҙә тыуып үҫкэн бөйөк шәхес Роберт Миңнуллин яҙған.

Тыуған яғым Илешемә

Байлыҡ бирелгән өйөп.

Йырға күскән Баҙы буйын

Һәр кеше маҡтар һөйөп.

2 - Йыр «Тыуған ауылым»

Беҙҙең яҡтар- дала, урман яғы,

Офоҡтарға етә ҡырҙары.

Беҙҙең яҡтар- ҡояш, нурҙар яғы,

Ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы.

Беҙҙең яҡта шатлыҡ ,һөйөнөстәр

Уртаҡ булған һайын арталар.

Тормош йөгөн беҙҙә бөтәһе лә

Бары төпкә егелеп тарталар.

Ә байрамдар !!!

Һанап бөтөргөһөҙ.

Икмәк булғас, тимәк, йыр ҙа бар.

Һабантуйҙар, уңыш байрамдары,

Ҡаҙ өмәһе…

Гөрләй ыҙбалар.

Табындарҙа күпме ризыҡ тора!

Ләкин икмәк һәр саҡ гел түрҙә.

Унан ҡәҙерлерәк нимә булһын-

Күпме хеҙмәт һалып үҫтер ҙә!!

Күкрәгенә терәп икмәк телеү

Игенсегә нисек килешә!

Икмәк һәм йыр ҡаршы алыр һеҙҙе

Килеп кергән саҡта Илешкә.

Ҡаршы алыр һеҙҙе аҡ ҡайындар,

Туҡ башаҡлы иген ҡырҙары.
Бе
ҙҙең яҡтар- ҡояш, нурҙар яғы,

Ҡунаҡсыллык яғы, йыр яғы.

3 -Йыр «Аҡ икмәк»

Матурлығы өсөн был көндәрҙең

Кемдәр генә ҡорбан булмаған!

Исемдәрен тарих беҙгә үҙе

Һаҡлап килә йыраҡ йылдарҙан!

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ яҙы яҡынлаша. Илебеҙ күгенең аяҙ булыуы менән беҙ ветерандарға бурыслы.

(«Священная война» көйө яңғырай)

22 июнь. Таң атып килә.Ауыл, ҡалалар тыныс йоҡола.Сабыйҙар иҙрәп йоҡлай. Тик фашистар, сикте боҙоп, үлем уты аса.Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Бер ҡайтырбыҙ, тип китһәләр ҙә

Бик күптәре кире ҡайтманы.

Һуғыштарҙа бөтмәҫ дандар алған

Батырҙар күп беҙҙең Илештән!

(«День Победы»көйө яңғырай )

Илештән һуғышҡа 10220 кеше китә. Ошоларҙың 3379ы исән ҡала,6841е һуғыш яланында ятып ҡала.

1945 йыл 9 май-ҙур ҡорбандар биреп алынған Еңеү көнө килә.

Был һуғыштан Илештең 2 батыр улына Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.

Муса Гәрәев 2 тапҡыр Советтар Союзы Геройы. Летчик-штурмовик Мәскәүҙә Еңеү парадында ла ҡатнаша.Герой иҫтәлегенә Йәркәйҙә һәм тыуған ауылы Ташшишмәлә музей асыла.

Әнүәр Абдуллин- Дөмәй ауылынан сыҡҡан Герой. Ул Сталинградта, Курск дуғаһында һуғышып, Кенигсберға барып етә.Йәркәйҙә 2 урам ошо батырҙар исемен йөрөтә.

Бынан тыш 7 социалистик хеҙмәт Геройҙары, «Хеҙмәт даны» ордендарының тулы кавалерын бүләк иткән Илеш ере. 34 кеше Ленин орденына лайыҡ булған.Бер генә районда ла ошо саҡлы геройҙар сыҡҡаны юҡтыр.

Бына улар Социалистик хеҙмәт Геройҙары;

Т. Нәжмиев 42 йыл «Искра» колхозында рәйес булып эшләй.

Л.Мәрҙәмшина һәм Н.Зәйнуллин-нефть өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн юғары баһа алғандар.

4 Т.Рахманов-исеме легендаға әйләнгән етәксе.



Р.Зиннәтуллин- «22-се партсъезд» исемендәге колхозды аяҡҡа баҫтыра.

Ф.Яхин- «Октябрь» колхозын етәкләй.

Х.Ғилданов-«Муса Гәрәев» исемендәге колхоздың алдынғы тракторсыһы.

Илешкәйем ғорурлана ала

Күпме батыр ҡыҙы-улына.

Мин Илешкә һәйкәл ҡуйыр инем,

Килһә икән әгәр ҡулымдан.

Илеште Илеш итеп балҡытыусы биҙәктәр, йондоҙҙар күп төрлө. Был биҙәктәрҙе кемдәрҙер уның гүзәл тәбиғәте, кемдәрҙер- уңдырышлы ере, кемдәрҙер уңған кешеләре менән билдәләй.

Ысынлап та, йөрәге менән саф,эштәре менән уңған,күңеле менән йомарт ҡына түгел,йырлы-моңлы кешеләр йәшәй бында.

Илештең данын- ошо ерҙә тыуып үҫкән, фән тауҙарына менгән ғалимдар, ижад киңлектәренә сыҡҡан күренекле яҙыусылар,композиторҙар, рәссамдар,артистар ҙа күтәрә.

Кемдәр һуң улар?

-Профессор Н.Бәхтизин Яңы Аташ ауылынан. «Сулпан» тигән яңы төр арыш орлоғон Илеш ерендә һынап, бөтә Рәсәйҙә танылыу таба. Уның улы Рәмил Бәхтизин-физика-математика фәндәре докторы, профессор.

Р. ҒәниевТәжәй ауылынан сыҡҡан ғалим, академик, техник фәндәре докторы.

К. Әхиәров- педагогия фәндәре докторы, профессор. Уны Башҡортостан «Сухомлинскийы» тип атайҙар.

Илештән сыҡҡан ғалимдар йөҙләгән. Уларҙың барыһын да һанап сығырлыҡ түгел.

- Йыр “Һөнәрҙәр күп- кем булам ?”

Башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән яҙыусы-шағирҙар- С.Поварисовты, Ә.Баянды, Р. Хәйриҙе,Х. Сәрйәнде, Р.Миңнуллинды,М.Кәбировты, Р.Ғәскәровты, Ғ.Исхаҡиҙы, Ф.Рәхмәтуллинды,А,Заҡировты, И.Муллаянованы һәм тағы ла бик күп шәхестәрҙе биргән тупраҡ нисек шиғри булмаһын инде.

Музыка донъяһында- С.Ғәлимова, Ф.Сиражетдинова, Ф.Шәйҙуллина,Х.Фатихов, Ф.Нуриева,Ф.Абдуллина,И. Кәлимуллин, Р.Фәхруллина …

Сәхнәнең йәш йондоҙҙары-Д.Сәйетова, З.Мусина,А.Сәйетов, Р.Сәләхова, З.Әсәҙуллина һәм башҡаларҙы биргән ер нисек йырлы-моңло булмаһын. 5

Композиторҙар-Д.Хәсәншин, Р. Әхиәрова, В.Ғәлимов.Үҙешмәкәр композиторҙар-Ф.Харрасов, Р.Мәжитов, М. Ғәҙетдинов.

Рәссамдар- М.Ахунов, Л. Рәхмәтуллина.

Архитектор М.Асаховтар тыуған ер нисек йәмле, гүзәл һәм уңдырышлы булмаһын.

- Йыр «Бәләкәй артист»

Беҙҙең арала ла һәләтле кешеләр күп.Мәктәбебеҙҙең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мансурова Фәнүзә Фаис ҡыҙының «Пар мендәрҙәр» исемле китабы донъя күрҙе. Уның уҡыусыһы Кашапова Таңһылыу ҙа һәләтле ҡыҙ. 11синыфта уҡыған ваҡытта «Яҙ һуҙа дәртле йырын» исемле китабы сығыу бик ҡыуаныслы.

Уҡытыусынан да оло йәнле ,киң күңелле, мәрхәмәтле, игелекле, изгелекле һөнәр юҡтыр был донъяла.

Яңы тыуасаҡ йыл «Уҡытыусылар йылы » тип иғлан ителәсәк. Был йыл һеҙҙең былай ҙа тынғыһыҙ тормошоғоҙға яңы эштәр,йоҡоһоҙ төндәр генә алып килмәһен,ә ижади уңыштарға ирешеп, беҙгә күрһәткән изгелектәрегеҙҙең әжерен күрергә насип булһын

-Һеҙгә теләйем һаулыҡ,оҙон ғүмер,

Шәхси бәхет, донъя рәхәтен.

Шәкерттәрҙең – тырыш инсафлыһын,

Яҡшы ғәмәл ,хоҙай рәхмәтен.

-Һәр саҡ уңыш, еңеү килһен

Мәктәп ғилем юлында.

Онотмағыҙ, Башҡортостан киләсәге

Уҡытыусылар ҡулында.

-Сәстәреңә бәҫтәр ҡунған,

Гүйә, ап-аҡ ҡышҡы урман.

Ғүмер буйы беҙ бурыслы

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

-Йыр «Уҡытыусыма»

Башҡортостан-баҡса иле,

Илешем-бер сәсәге.

6 Яҡтыларҙан яҡты уның

Бөгөнө,киләсәге.

«Ете таж» бейеүе һәм «Һабантуй» күренеше менән кисә тамамлана.





Внеклассное мероприятие "Цвети, мой край родной"
  • Другое
Описание:

Тыуған ил ҡайҙан башлана? Ул тыуып үҫкән   ерҙән башлана.Кешегә иң гәзизе уны

тыуҙырған әсә, иң ҡәҙерлеһе-тыуған тупраҡ, иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы, иң    күркәме- тыуған өйөң, иң йәмлеһе-тыуған тәбиғәтең.

  Тыуған илем-Рәсәй, тыуған төйәгем-Башҡортостан,тыуған ерем-Илешем,

 тыуған халҡым, туған телем- иң изге төшөнсәләр.

                            Ер шарының картаһына

                            Ҡараһаң яҡшы ғына,-

                            Башҡортостан шул картала

                            Бер япраҡ саҡлы ғына.

                            Әйе , япраҡ, аҡҡайындың

                            Бер япрағы ни бары.

                            Ә ҡайыны –бөйөк Рәсәй-

                             Шундай йәшел, юғары.

                             Картаға ҡарап, еремде;

                            -Бер япраҡ саҡлы тинем,

                            Мин хайранмын киңлегеңә,

                            Башҡортостаным- илем!

 

Был шиғырҙы республикабыҙҙың оло ғорурлығы булған бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим яҙған. Уның ижады мәңге йәшәйәсәк,кешеләрҙе киләсәк көндәрҙә лә уйландырыр,моңландырыр,намыҫты сафландырыр, яҡты моң булып рухтарыбыҙҙы ҡанатландырыр.

Автор Галлямова Глюса Раиловна
Дата добавления 21.12.2014
Раздел Другое
Подраздел
Просмотров 730
Номер материала 9058
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓