Инфоурок Другое КонспектыУрок башкирского языка Асыҡ дәрес.

Урок башкирского языка Асыҡ дәрес.

Скачать материал

Асыҡ дәрес.

Тема: Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы.

Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сангишева Тәнзилә Хәлил ҡыҙы.

Маҡсат: рус ғалимдарының һәм яҙыусыларының Башҡортостанға арналған әҫәрҙәре менән танышыу, уларҙың ижадына уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу; тыуған илгә һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; үҙ илеңдең патриоты булырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу: рус ғалимдарының һәм яҙыусыларының портреттары, китап күргәҙмәһе (Башкирия в русской литературе. 1-се том.- Өфө, 1989, Башкирия в русской литературе. 2-се том.- Өфө, 1991, Башкирские народные песни – предания.- Өфө, 1987), әҫәрҙәргә иллюстрациялар.

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.- Өфө, 2006.

Дәрес барышы.

1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

- Ун һигеҙенсе быуаттың икенсе яртыһынан башлап һәм ун туғыҙынсы быуатта Башҡортостандың тәбиғәтен, иҡтисадын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә, башҡорт халҡының тормошон, ғөрөф – ғәҙәттәрен сағылдырыуҙа рус ғалимдарының һәм яҙыусыларының хеҙмәте ҙур булды. Алдынғы ҡарашлы рус ғалимдары Башҡортостандың тарихын, халҡының этнографияһын, ауыҙ – тел ижадын һәм әҙәбиәтен өйрәнде, шул хаҡта ғилми хемәттәр яҙып сыҡты.

2. Яңы тема.

1-се бүлек: Рус ғалимдары ижадында Башҡортостан темаһы.

- Рус ғалимдарын һәм языусыларын бигерәк тә башҡорт фольклоры ҡыҙыҡһындырған. 1809 йылда Тимофей Беляев башҡорт эпосы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» ҙы руссаға тәржемә итеп баҫтыра. Был баҫма төрки телле халыҡтарзың бөтәһе өсөн дә ҙур ваҡиға була, сөнки Көсығыштан халыҡ эпосын рус теленә тәржемәләү тап бына ошо башҡорт хикәйәте менән башланып китә. Эпостың йөкмәткеһен иҫебеҙгә төшөрәйек. (Бер уҡыусы эпосты ҡыҫҡартып һөйләй.)

- Ошо вакиғанан һуң башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһыныу тағы ла әүҙемләшеп китә. Бында иң элек декабрист шағир П.М.Кудряшевтың (1797 – 1827) эшмәкәрлеген күрһәтергә кәрәк. Ул тәү башлап башҡорттарҙың хәрби – патриотик йырҙарын яҙып ала һәм руссаға тәржемә итә. П.М.Кудряшевтың Башҡортостанға арналған әҫәрҙәре менән танышып китәйек. (Бер уҡыусы ҡыҫҡартып әҫәрҙәре менән таныштыра: «Прощание башкирца с милой», «Песнь башкирца перед сражением», «Песнь башкирца после сражения», «К башкирской девушке», «Абдрахман»).

- Революцин – демократ М.Л.Михайлов (1826 – 1865) яҙыусы дуҫы Н.В.Щелкуновҡа язған хатында үҙенең тиҙ арала башҡортарҙың һөйләү телен өйрәнеүен хәбәр итә. (Бер уҡыусы хат менән ҡыҫҡартып таныштыра. «Письмо Н.В.Щелгунову»).

- Башҡортарҙың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнгән икенсе бер ғалим М.В.Лоссиевский ацырым башҡорт әкиәттәрен һәм легендаларын баҫтырып сығара. (Бер уҡыусы әҫәр менән ҡыҫҡартып таныштыра. «Башкирская легенда о месяце»).

- Башҡорт фольклористикаһы өсөн күренекле хеҙмәт ҡалдырған рус ғалимдарының береһе – В.И.Даль. Ул 1830 йылдарҙа башҡорт халыҡ эпосының «Заятүләк менән Һыуһылыу» тигән киң таралған әҫәрен проза формаһындаяҙып ала һәм 1843 йылда «Башкирская русалка» исеме аҫтында баҫтырып сығара. (Бер уҡыусы эпостың йөкмәткеһен ҡыҫҡартып һөйләй.)

- Ун туғыҙынсы быуаттың һуңғы сирегендә Башҡортостанды ныҡлар өйрәнгән ғалимдарҙың күренеклеһе Р.Г.Игнатьев була. Уның башҡорт фольклористикаһы өсөн «Сказания, сказки и песни...» тигән материалы менән бергә бигерәк тә «Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор» (1894) тигән хеҙмәтенең әһәмиәте ҙур. (Бер уҡыусы Салауат Юлаевҡа арналған әҫәр менән ҡыҫҡартып таныштыра).

Һығымта.

- Шулай итеп, рус ғалимдары башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу буйынса күп көс һалған; ә улар башлаған эште Октябрь революцияһынан һуң башҡорт фольклорсылары уңышлы дауам итте.

2-се бүлек: Рус яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы.

- Башҡортостан тарихы, уның халҡының яҙмышы рус яҙыусыларын да ныҡ ҡыҙыҡһындырған. Бында, бөтәһенән дә элек, бөйөк А.С. Пушкиндың эшмәкәрлеген күрһәтергә кәрәк. 1833 йылдың көҙөндә Ырымбур яҡтарына яһаған сәфәре һөҙөмтәһендә яҙылған «Пугачев тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» тигән күренекле әҫәрҙәрендә башҡорттарҙың 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнашыуы сәбәптәрен күрһәтеү менән бер рәттән, яҙалап, теле ҡырҡылған, әммә азатлыҡ һәм бәхет өсөн көрәште дауам иттергән башҡорт халҡының иҫтә ҡалырлыҡ дөйөмләштерелгән образын тыуҙыра. (Бер уҡыусы «Пугвчев тарихы» менән ҡыҫҡартып таныштыра).

- Өфөлә тыуып үҫкән, күп ғүмерен башҡорттар арһында үткәргән атаҡлы рус яҙыусыһы С.Т.Аксаков тыуған яғы Башҡортостандың йәмле тәбиғәтен , киң күңелле башҡорт халҡын үҙенең әҫәрҙәрендә һоҡланып тасуир итте. Аксаковтың әҫәрҙәре документаль дөрөҫлөк менән айырылып тора. (Бер уҡыусы уның шиғырын «Вот родина моя!» яттан уҡый).

- Бөйөк рус яҙыусыһы Л.Н.Толстой башҡорт йәйләүҙәрендә өс – дүрт тапҡыр ҡымыҙ эсеп дауаланырға килә. Шул килеүҙәрендә башҡорт халҡын яратырға, яҡындан дуҫлашырға өлгөрә. Башҡорттар тормошо тураһында «Ильяс», «Кешегә күпме ер кәрәк» тигән әҫәрҙәрҙе яҙа. (Бер уҡыусы «Кешегә күпме ер кәрәк» әҫәрен ҡыҫҡартып һөйләй).

- Рус яҙыусылары башҡорттарҙың тормошон  тасуир итеп кенә ҡалманылар, уларҙың көнкүрешенең ауырлығын күреп, ныҡ әсенделәр, Рәсәй батшаһының башҡорт ерҙәрен талауына, халыҡты ерһеҙ, ас – яланғас ҡалдырыуына нәфрәт белдерҙе. Был протест тойғолары бигерәк тә М.Е.Салтыков – Щедрин, Г.И.Успенский әҫәрҙәрендә асыҡ сағылды. (Бер уҡыусы М.Е.Салтыков – Щедриндең «Дневник провинциала в Перербурге» әҫәре менән ҡыҫҡартып таныштыра, икенсе уҡыусы – Г.И.Успенскийҙең «От Оренбурга до Уфы»).

- Уралда тыуып үҫкән, башҡорттарҙың рәхимһеҙ иҙелеүен, фәҡирлектәрен үҙ күҙҙәре менән күргән Д.Н.Мамин – Сибирәк был аяныслы хәлдәрҙе тетрәткес итеп һүрәтләне, башҡорт халҡына теләктәшлек белдерҙе, уның азатлыҡ өсөн көрәшкән Салауат Юлаев, Алдар батыр кеүек яугир – егеттәрен данланы. (Уҡытыусы Д.Н.Мамин – Сибиряктең «Ҡара ханум» әҫәрен ҡыҫҡартып һөйләй.)

Һығымта.

- Рус ғалимдарының хеҙмәттәре, яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорттарға социаль тормош хәлдәренә анығыраҡ ҡарарға, аң булырға мөмкинлек бирҙе, азатлыҡ идеяһына ышанысты арттырҙы, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ярҙам итте һәм уларҙа милли уҙаң, милли бөтөнлөк тойғоһо уяныуын тиҙләтте; Башҡортостанда милли эшмәкәрҙәр күтәрәлеп сығыуын әҙерләште.

3. Йомғаҡлау.

- Ни өсөн рус ғалимдары Башҡортостан тарихын, халыҡтың көнкүренешен, йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен, этнографияһын һәм ауыҙ – тел ижадын өйрәнгән?

- Был өлкәлә айырыуса кемдәр әүҙемлек күрһәткән?

- Рус яҙыусыларының Башҡортостан һәм уның халҡы тураһындағы әҫәрҙәренең әһәмиәте ниҙә?

4. Өйгә эш.

146 – 150 – се бит, һөйләргә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок башкирского языка Асыҡ дәрес."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по маркетингу (тур. агенства)

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Асыҡ дәрес. Тема: Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы. Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сангишева Тәнзилә Хәлил ҡыҙы. Маҡсат: рус ғалимдарының һәм яҙыусыларының Башҡортостанға арналған әҫәрҙәре менән танышыу, уларҙың ижадына уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу; тыуған илгә һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; үҙ илеңдең патриоты булырға өйрәтеү. Йыһазландырыу: рус ғалимдарының һәм яҙыусыларының портреттары, китап күргәҙмәһе (Башкирия в русской литературе. 1-се том.- Өфө, 1989, Башкирия в русской литературе. 2-се том.- Өфө, 1991, Башкирские народные песни – предания.- Өфө, 1987), әҫәрҙәргә иллюстрациялар. Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.- Өфө, 2006. Дәрес барышы. 1. Уҡытыусының инеш һүҙе. - Ун һигеҙенсе быуаттың икенсе яртыһынан башлап һәм ун туғыҙынсы быуатта Башҡортостандың тәбиғәтен, иҡтисадын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә, башҡорт халҡының тормошон, ғөрөф – ғәҙәттәрен сағылдырыуҙа рус ғалимдарының һәм яҙыусыларының хеҙмәте ҙур булды. Алдынғы ҡарашлы рус ғалимдары Башҡортостандың тарихын, халҡының этнографияһын, ауыҙ – тел ижадын һәм әҙәбиәтен өйрәнде, шул хаҡта ғилми хемәттәр яҙып сыҡты. 2. Яңы тема. 1-се бүлек: Рус ғалимдары ижадында Башҡортостан темаһы. - Рус ғалимдарын һәм языусыларын бигерәк тә башҡорт фольклоры ҡыҙыҡһындырған. 1809 йылда Тимофей Беляев башҡорт эпосы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» ҙы руссаға тәржемә итеп баҫтыра. Был баҫма төрки телле халыҡтарзың бөтәһе өсөн дә ҙур ваҡиға була, сөнки Көсығыштан халыҡ эпосын рус теленә тәржемәләү тап бына ошо башҡорт хикәйәте менән башланып китә. Эпостың йөкмәткеһен иҫебеҙгә төшөрәйек. (Бер уҡыусы эпосты ҡыҫҡартып һөйләй.) - Ошо вакиғанан һуң башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһыныу тағы ла әүҙемләшеп китә. Бында иң элек декабрист шағир П.М.Кудряшевтың (1797 – 1827) эшмәкәрлеген күрһәтергә кәрәк. Ул тәү башлап башҡорттарҙың хәрби – патриотик йырҙарын яҙып ала һәм руссаға тәржемә итә. П.М.Кудряшевтың Башҡортостанға арналған әҫәрҙәре менән танышып китәйек. (Бер уҡыусы ҡыҫҡартып әҫәрҙәре менән таныштыра: «Прощание башкирца с милой», «Песнь башкирца перед сражением», «Песнь башкирца после сражения», «К башкирской девушке», «Абдрахман»). - Революцин – демократ М.Л.Михайлов (1826 – 1865) яҙыусы дуҫы Н.В.Щелкуновҡа язған хатында үҙенең тиҙ арала башҡортарҙың һөйләү телен өйрәнеүен хәбәр итә. (Бер уҡыусы хат менән ҡыҫҡартып таныштыра. «Письмо Н.В.Щелгунову»). - Башҡортарҙың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнгән икенсе бер ғалим М.В.Лоссиевский ацырым башҡорт әкиәттәрен һәм легендаларын баҫтырып сығара. (Бер уҡыусы әҫәр менән ҡыҫҡартып таныштыра. «Башкирская легенда о месяце»). - Башҡорт фольклористикаһы өсөн күренекле хеҙмәт ҡалдырған рус ғалимдарының береһе – В.И.Даль. Ул 1830 йылдарҙа башҡорт халыҡ эпосының «Заятүләк менән Һыуһылыу» тигән киң таралған әҫәрен проза формаһындаяҙып ала һәм 1843 йылда «Башкирская русалка» исеме аҫтында баҫтырып сығара. (Бер уҡыусы эпостың йөкмәткеһен ҡыҫҡартып һөйләй.) - Ун туғыҙынсы быуаттың һуңғы сирегендә Башҡортостанды ныҡлар өйрәнгән ғалимдарҙың күренеклеһе Р.Г.Игнатьев була. Уның башҡорт фольклористикаһы өсөн «Сказания, сказки и песни...» тигән материалы менән бергә бигерәк тә «Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор» (1894) тигән хеҙмәтенең әһәмиәте ҙур. (Бер уҡыусы Салауат Юлаевҡа арналған әҫәр менән ҡыҫҡартып таныштыра). Һығымта. - Шулай итеп, рус ғалимдары башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу буйынса күп көс һалған; ә улар башлаған эште Октябрь революцияһынан һуң башҡорт фольклорсылары уңышлы дауам итте. 2-се бүлек: Рус яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы. - Башҡортостан тарихы, уның халҡының яҙмышы рус яҙыусыларын да ныҡ ҡыҙыҡһындырған. Бында, бөтәһенән дә элек, бөйөк А.С. Пушкиндың эшмәкәрлеген күрһәтергә кәрәк. 1833 йылдың көҙөндә Ырымбур яҡтарына яһаған сәфәре һөҙөмтәһендә яҙылған «Пугачев тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» тигән күренекле әҫәрҙәрендә башҡорттарҙың 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнашыуы сәбәптәрен күрһәтеү менән бер рәттән, яҙалап, теле ҡырҡылған, әммә азатлыҡ һәм бәхет өсөн көрәште дауам иттергән башҡорт халҡының иҫтә ҡалырлыҡ дөйөмләштерелгән образын тыуҙыра. (Бер уҡыусы «Пугвчев тарихы» менән ҡыҫҡартып таныштыра). - Өфөлә тыуып үҫкән, күп ғүмерен башҡорттар арһында үткәргән атаҡлы рус яҙыусыһы С.Т.Аксаков тыуған яғы Башҡортостандың йәмле тәбиғәтен , киң күңелле башҡорт халҡын үҙенең әҫәрҙәрендә һоҡланып тасуир итте. Аксаковтың әҫәрҙәре документаль дөрөҫлөк менән айырылып тора. (Бер уҡыусы уның шиғырын «Вот родина моя!» яттан уҡый). - Бөйөк рус яҙыусыһы Л.Н.Толстой башҡорт йәйләүҙәрендә өс – дүрт тапҡыр ҡымыҙ эсеп дауаланырға килә. Шул килеүҙәрендә башҡорт халҡын яратырға, яҡындан дуҫлашырға өлгөрә. Башҡорттар тормошо тураһында «Ильяс», «Кешегә күпме ер кәрәк» тигән әҫәрҙәрҙе яҙа. (Бер уҡыусы «Кешегә күпме ер кәрәк» әҫәрен ҡыҫҡартып һөйләй). - Рус яҙыусылары башҡорттарҙың тормошон тасуир итеп кенә ҡалманылар, уларҙың көнкүрешенең ауырлығын күреп, ныҡ әсенделәр, Рәсәй батшаһының башҡорт ерҙәрен талауына, халыҡты ерһеҙ, ас – яланғас ҡалдырыуына нәфрәт белдерҙе. Был протест тойғолары бигерәк тә М.Е.Салтыков – Щедрин, Г.И.Успенский әҫәрҙәрендә асыҡ сағылды. (Бер уҡыусы М.Е.Салтыков – Щедриндең «Дневник провинциала в Перербурге» әҫәре менән ҡыҫҡартып таныштыра, икенсе уҡыусы – Г.И.Успенскийҙең «От Оренбурга до Уфы»). - Уралда тыуып үҫкән, башҡорттарҙың рәхимһеҙ иҙелеүен, фәҡирлектәрен үҙ күҙҙәре менән күргән Д.Н.Мамин – Сибирәк был аяныслы хәлдәрҙе тетрәткес итеп һүрәтләне, башҡорт халҡына теләктәшлек белдерҙе, уның азатлыҡ өсөн көрәшкән Салауат Юлаев, Алдар батыр кеүек яугир – егеттәрен данланы. (Уҡытыусы Д.Н.Мамин – Сибиряктең «Ҡара ханум» әҫәрен ҡыҫҡартып һөйләй.) Һығымта. - Рус ғалимдарының хеҙмәттәре, яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорттарға социаль тормош хәлдәренә анығыраҡ ҡарарға, аң булырға мөмкинлек бирҙе, азатлыҡ идеяһына ышанысты арттырҙы, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ярҙам итте һәм уларҙа милли уҙаң, милли бөтөнлөк тойғоһо уяныуын тиҙләтте; Башҡортостанда милли эшмәкәрҙәр күтәрәлеп сығыуын әҙерләште. 3. Йомғаҡлау. - Ни өсөн рус ғалимдары Башҡортостан тарихын, халыҡтың көнкүренешен, йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен, этнографияһын һәм ауыҙ – тел ижадын өйрәнгән? - Был өлкәлә айырыуса кемдәр әүҙемлек күрһәткән? - Рус яҙыусыларының Башҡортостан һәм уның халҡы тураһындағы әҫәрҙәренең әһәмиәте ниҙә? 4. Өйгә эш. 146 – 150 – се бит, һөйләргә.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 324 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 20.05.2020 295
    • DOCX 23 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Аржаева Анастасия Вадимовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Аржаева Анастасия Вадимовна
    Аржаева Анастасия Вадимовна
    • На сайте: 3 года и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 85332
    • Всего материалов: 224

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 121 человек из 43 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 477 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Мини-курс

Современные направления в архитектуре

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Анализ эффективности проектов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Информационные технологии и безопасность

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 50 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 28 человек