Саҡмағош
ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учреждениеһы
Тема:
( III
класта күрһәтелгән асыҡ дәрес,
рус мәктәбендә дәүләт теле)
Башҡарҙы: Исламғәлиева
Рәмзилә Рауил ҡыҙы.
САҠМАҒОШ – 2013
Маҡсат:
1)
ҡыш тураһындағы белемдәрҙе тәрәнәйтеү, уҡыусыларҙың тәбиғәтте күҙәтеүҙәрен иҫкә
төшөрөү,
2)
телмәр үҫтереү, хәтерҙе нығытыу, антонимдарҙы ҡабатлау,
3)
тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, һаулыҡты һаҡларға өндәү.
Йыһазландырыу:
м/я-“Ҡурай
моңо”, “Буран улауы”, “Ҡышҡы тәбиғәт” картинаһы һәм һүрәттәр күргәҙмәһе,
ребуслы мәҡәл, йомаҡ-һынамыштар,индивидуаль китапсыҡтар, “ҡар бөртөктәре”,
дәрес презентацияһы-слайдтар.
Дәрес
барышы.
I. Психологик
инеш.
Ҡыңғырау шылтыраны,
Беҙ йыйылдыҡ дәрескә.
Матур итеп ултырҙыҡ
“4”-“5”-тәрҙе алырға.
-
Тынысландыҡ.
II. Уңыш
ситуацияһын
тыуҙырыу.
Бышылдап уҡыу минуты –
индивидуаль китапсыҡтар буйынса:
I
төркөм-“Мәңге
бергә”, II
төркөм-“Ҡыш”,
III
төркөм-“Ҡыйыу
ҡуян”.
III. Интеллектуаль
ҡаршылыҡ
ситуацияһын
тыуҙырыу.
-
Һәр
төркөм нимә хаҡында уҡыны?
I
төркөм
( халыҡтар дуҫлығы хаҡында) яуабынан һуң:
-
Эйе,
балалар, Республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт халҡы
йәшәй.
Саҡмағош районында 13-тән ашыу, мәктәбебеҙҙә – 8, ә класыбыҙҙа 3 милләт
уҡыусыһы уҡый.
II
төркөм-
(ҡыш тураһында).
III
төркөм
(ҡуяндар хаҡында)
IV. Өй
эшен тикшереү:
I
төркөм-1-се
күнегеү(52-се бит)-һүрәт төшөрөргә (төркөм етәксеһе күргәҙмә ойоштора),
II
төркөм-1-се
күнегеү(52-се бит) – һөйләмдәр төҙөргә,
III
төркөм
– диалог төҙөргә.
V. Маҡсат
ҡуйыу.
-
Йомаҡ сисеп,
дәрестең маҡсатын, темаһын асайыҡ:
-
Дөрөҫ. II төркөм
китапсыҡтарының темаһын дауам итеп, бөгөн ҡыш хаҡында һөйләшербеҙ. Ә
грамматиканан антонимдарҙы нығытырбыҙ.
VI. Маҡсатты хәл
итеү.
1.
Ҡыш килеүен ҡайҙан беләһегеҙ?
2.
Һүҙлек эше:
3.Әҫәр
өҫтөндә эш.
а)
Хикәйәне тыңлау
– уҡытыусының
уҡыуы.
б)
Үҙаллы
уҡыу.
в)
Сылбырлап уҡыу.
г)
Йөкмәткеһе өҫтөндә эш:
- Хикәйә нимә тураһында?
- Ҡыш икәнен ҡайҙан беләһегеҙ?
- Ни өсөн шыршы моңһоу ултыра?
ғ)
Һайланма уҡыу:
д)
Ребуслы мәҡәл сисеү: (таҡтаға эләм)
-Балалар,
текстың йөкмәткеһен ниндәй бер генә мәҡәл менән асып була икән? Ребуслы
мәҡәлде сисеп беләйек әле. (Ҡыш – сафлыҡ миҙгеле.)
-Шуға
күрә саф һауала күберәк йөрөргә, уйнарға кәрәк икән. Был беҙҙең һаулыҡты
нығыта.
-Һүрәттәр
күргәҙмәһен ҡулланып, үҙегеҙҙән сығып, әйтегеҙ әле – тышта ниндәй уйындар
уйнайһығыҙ?
4.
Хәҙер беҙ ҙә “ҡар бәрешле” уйнап алайыҡ. Тәүҙә грамматик материалды иҫкә
төшөрәйек. Нимә ул антоним?
-Мәҫәлән:
(ҡар-ямғыр, йәй-ҡыш, ай-ҡояш, сана-арба)
Уйын
«Ҡар бәрешле»-«ҡар йомарлағы»н антонимдың бер һүҙе менән
ырғытам, уҡыусы икенсе парын менән миңә ебәрә.
5.
Күрмә диктант яҙыу: (йомшаҡ уҡыусылар – таратма материал буйынса мәҡәлдәрҙе
күсерә, ижади эшләүселәр – бер мәҡәлде темаға һайлап, кескәй хикәйә-әкиәт
төҙөйҙәр)
Күрмә
диктантты статистик парҙар менән “Уҡытыусы”лы уйнап тикшереү.
Антонимдарҙы
билдәләү.
-Мәҡәлдәр
нимәгә өйрәтә?
6.
Ял минуты. (“Тышта ҡар яуа” йыры хәрәкәттәр менән)
7.
Тиҙәйткес өҫтөндә эш:
Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарға
Ҡарҡылдап китеп бара.
Ятланған
тиҙәйткестәрҙе статистик парҙар менән тикшереү.
-Ҡоштарға
ҡышын йәшәүе нисек?
8.
“Тәҙрәләребеҙгә – ҡыш биҙәге” уйыны.
Ҡар
бөртөктәренә ҡыш тураһында һынамыштар яҙылған. Уларҙы уҡып, антоним парҙарын
табырға һәм тәҙрәгә беркетергә.
VII. Рефлексив
анализ.
-Дәрестә
нимәләр белдегеҙ?
-Үҙегеҙгә
ниндәй фәһем алдығыҙ?
-Дәрес
оҡшаһа-зәңгәр ҡар бөртөгөн, оҡшамаһа ҡыҙылды “осоралар”.
VIII. Йомғаҡлау.
Баһалау.
IX.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.