Инфоурок Начальные классы Другие методич. материалыСценарий праздника "Әлифба байрамы"

Сценарий праздника "Әлифба байрамы"

Скачать материал

ӘЛИФБА байрамы.


Айһылыу.

 Күтәренке күңелле

 Бар ҙа көләс, шат бөгөн!

 Күктә ҡояш йылмая,

 Йәшерә алмай шатлығын.

Сәйет:

Оло байрам бөгөн беҙҙә

Байрамдың да байрамы.

Ҡотло булһын, гөрләп торһон,

Әлифбабыҙ байрамы.

 

Тимур:

 Йырлайһы килеп кенә

Тора барыбыҙҙың да.

Көтөп алған байрамы

Бөгөн һәммәбеҙҙең дә.

Динис:

Йыр күтәрә күңелде,

 Бар ҙа көләс, шат бөгөн.

 Беҙҙең “Әлифба” байрамы,

 Ҡотлағыҙ беҙҙе бөгөн.


Йыр: Әлифба тигән китап.

-Ҡәҙерле уҡыусыларым, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ, өйрәндегеҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- тиҙәр. Булдырҙығыҙ! Бөгөн беҙҙең синыфтағы барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!

Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрамы. БАЙРАМ МЕНӘН БАРЫҒЫҘҘЫ ЛА!


Арслан:

Әлифба, әлифба

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә

Ҙур байрам шикелле.

 

Дилара:

Башланып китте уҡыуҙар

А тигән хәреф менән.

Атайҙарыбыҙ ҙа элек

Башлаған ана шунан.


Ә хәрефе    Светлана

“Әсәй” тип телем асылған,

Әсәй һөйгән, наҙлаған,

Ҡайһыбыҙ һуң дәфтәренә

Ә хәрефен яҙмаған?

 

Л хәрефе  Рәмис

Күҙҙәремдән йәштәр сыҡты,

Ҡапҡан инем лимонды

Һары булғас, бик тәмле тип

Белгән инем мин уны.

 

 И хәрефе Ирина

Иген үҫкән, бейек үҫкән,

Башаҡтары тулып бешкән!

Комбайндар туҡтап тормай,

Ашлыҡ һуға йырлай-йырлай.

 

 Ф хәрефе Самира:

Фил бүрәнә ташып йөрөй

Ҡара урман эсендә.

Һаман тора күҙ алдымда,

Күрһәм дә тик...төшөмдә.

 

 Б хәрефе Руслан:

Һуҡ барабан, уйна борғо,

Бар кешеләр ишетһен,

Б-нан башҡа байрам юғын

Барыһы белеп торһон.

 

 А хәрефе  Нәргизә:

А хәрефе алмала,

А хәрефе ағаста,

А хәрефен яратабыҙ,

Өйрәнәбеҙ иң башта.

 Һәммәбеҙҙең үҙ урыны-

Барыбыҙ ҙа кәрәкле.

Беҙҙе Әлифба китабы

Дуҫ булырға өйрәтте.


Хор:Рәхмәт һиңә, Әлифба!

 

Даниэлла:

Беренселәр! Һеҙҙе уҡырға-яҙырға кем өйрәтте?

Хор:  Тәүге уҡытыусыбыҙ Әлфиә Рәмил  ҡыҙы.

Уҡытыусыбыҙ иртән

Мәктәпкә килә.

Һәр балаға тырышып

Аң-белем бирә.

Уҡытыусыбыҙға беҙ

Рәхмәт әйтәбеҙ.

Һәр дәресте һағынып

Көн дә көтәбеҙ.


 

Йыр “Уҡытыусыма”

 Уҡытыусы: Ҡәҙерле балалар! Әлифбаны өйрәнеүҙә ата-әсәйҙәребеҙҙең ярҙамы ҙур булды. Әйҙәгеҙ уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәйек.


Регина:

Сәңгелдәгемдең төбөндә

Әсәм көйҙәр көйләгән.

Уҡый белмәгән саҡымда

Әкиәттәр һөйләгән.

Ришат:

Хәҙер, әсәй, ҙур үҫтем,

Уҡый, яҙа беләмен.

Әлифбаның биттәрен

Ятҡа һөйләп бирәмен.

 

Ильвина:

Һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе

Еткерәбеҙ һәммәбеҙ.

Оло ярҙамығыҙ өсөн

Башыбыҙҙы эйәбеҙ!

 


 

Йыр “Гармунсы”

Уҡытыусы: Донъяла иң – иң матур ил

Хор: Ул минең туған илем!

Уҡытыусы: Донъяла иң – иң матур тел

Хор: Ул минең туған телем.

Айгизә:

“Әсәй, атай, Ватан,” — тиеп

Теҙәбеҙ матур һүҙҙәр,

Үҙебеҙсә уҡығанда

Нурланып китә йөҙҙәр.      

Йыр “Шаян балалар”

Уҡытыусы:

-Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың әлифбаны яҡшы үҙләштереүҙә һеҙҙең өлөшөгөҙ бик ҙур! Хәҙер һеҙҙең балаларығыҙ ысын мәғәнәһендә уҡыусылар булдылар! Бөгөнгө  көнгә балалар бөтә хәрефтәрҙе беләләр, бик күп шиғырҙар ятланылар, әкиәттәр уҡынылар - быларҙың барыһын һеҙгә күрһәтмәкселәр. Байрамыбыҙҙың  дауамында төркөмдәргә бүленеп ярыш үткәрәбеҙ.

Аҙ ҙа тугел, күп тә түгел,

42 ул теп-теүәл.

Тәртип менән теҙегеҙ,

Рәттән әйтеп бирегеҙ

Уны белә һәр бала,

Был рәт ни тип атала?(Алфавит)

 

-Алфавитты әйтеп бирегеҙ.

-Әлифбалағы бер шиғырҙы ятлап күрһәтегеҙ.

-Фамилияғыҙға  ҡарап  алфавит тәртибендә теҙеп баҫтырығыҙ.

-“Һуҙынҡылар”, “тартынҡыларға”  бүленегеҙ! (2 командаға бүленә)Капитан  һайлағыҙ.

1-се эш

Кем тапҡыр, кем зирәк

 Һынап ҡарайыҡ әйҙәгеҙ.

 Мин йомаҡтар әйтәйем,

 Һеҙ яуабын әйтегеҙ:

 


1) Кескенә йорт,

 Эсе тулы ҡорт.(ҡыяр)

2) Үҫкәндә япрағын ашайҙар,

 Үҫеп еткәс үҙен ашайҙар.(һуған)

3) Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ-

 Бик тәмле тамыраҙыҡ.(кишер)

4) Ултыра бер аҡ сүлмәк

 Өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк.(кәбеҫтә)

5) Түңәрәк-ай түгел,

 Һары-ҡояш түгел,

 Тәмле-шәкәр түгел,

 Ҡойроҡло-сысҡан түгел.(шалҡан)

6) Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл,

 Йылы яҡтарҙа үҫә.

 Бигерәк тәмле, бигерәк һутлы!-

 Исемен әйт әле белһәң!(ҡарбуз)

7) Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

 Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ.(ҡуян)

8) Бер нәмә тегә белмәй,

 Энәләр тағып йөрөй.(терпе)

9) Үҙе ул бал ярата,

 Ҡыш буйы йоҡлап ята.(айыу)

10) Һоролор төҫө.

 Үткерҙер теше,

 Урманда йөрөй.

 Быҙауҙар эҙләй.(бүре)


11)Һәр көн кәрәк өҫтәлдә

Беҙгә ҡеүәт өҫтәргә.(Икмәк)

 

12)Йылы яҡтарҙа йәшәй,

 Ауыр йөктәр ҙә ташый.(Фил)

 

13)Без-без безелдәп,

 Ҡорттар йыялар мине.

 Һалҡын тейеп ауырығанда

 Дауалайым мин һине. (Бал)

14)Һин йоҡлағас, тәҙрә артында

Йылмайып ҡарай һиңә.(Ай)


 

--Ай, аҡыллылар, бар йомаҡтарға ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.

2-се эш:

            -Һәр берегеҙ ҡағыҙға берешәр хәреф яҙығыҙ. Алмашалар.

            Ҡайһы Команда күберәк һүҙ төҙөй?

3-сө эш:

-         Ҡайһы команда әлифбалағы шиғырҙарҙы күберәк белә икән?

 

4-се эш:

-         Ҡайһы команда карточкалағы эштәрҙе етеҙерәк эшләр икән?

(нимә артыҡ, схема буйынса һөйләм төҙө, парын тап, һүҙ төҙө)



Уҡыусылар эшләгәнсе, Әсәйҙәр өсөн йомаҡтар ҡоям:


1) Береһе көндө ярата,

Береһе төндө ярата.

Икеһе лә донъяға

Яҡты нурҙар тарата.(Ай һәм Ҡояш)

2)Алмаш-тилмәш өс күҙ яна:

Йәшел, һары һәм ҡыҙыл.

Урамда иҫән йөрөргә

Булыша ул көн оҙон.(Светофор)

 3)Ағас түгел-япраҡлы,

Тун түгел-тегелгән.(китап)

4)Ултырабыҙ урманда

Ап-аҡ эшләпә кейеп.

Киптерә лә, ҡыҙҙыра ла

Кешеләр беҙҙе йыйып.(бәшмәк)


 

Еңеүсе команданы билдәләйбеҙ.

-         Байрамыбыҙҙың өсөнсө өлөшө – әкиәт сәхнәләштереү.

1 синыф уҡыусыларын ата-әсәләре, мәктәп дирекцияһы ҡотлай. Балаларға иҫтәлекле бүләктәр бирелә.

Иртәлек сәй табыны менән тамамлана.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сценарий праздника "Әлифба байрамы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Инженер по обслуживанию многоквартирного дома

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

-Ҡәҙерле уҡыусыларым, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ, өйрәндегеҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- тиҙәр. Булдырҙығыҙ! Бөгөн беҙҙең синыфтағы барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!

 

Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрамы. БАЙРАМ МЕНӘН БАРЫҒЫҘҘЫ ЛА!

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 117 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.01.2015 861
    • DOCX 53.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Аюпова Гузель Каримовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Аюпова Гузель Каримовна
    Аюпова Гузель Каримовна
    • На сайте: 9 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12849
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации на уроках по продуктивно-творческой деятельности у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 134 человека
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Основы религиозных культур и светской этики: проблемы и перспективы преподавания в начальной школе

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 206 человек из 54 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 442 человека

Курс профессиональной переподготовки

Гигиенические требования к условиям реализации основной образовательной программы начального общего образования

Учитель начальных классов

600 ч.

9500 руб. 4450 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 71 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 162 человека

Мини-курс

Психологическая экспертиза в работе с детьми и родителями

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 38 регионов
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Мини-курс

Библиотечная трансформация: от классики до современности с акцентом на эффективное общение и организацию событий

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 21 человек из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 35 человек

Мини-курс

Современные тренды в физкультуре и спорте: организация обучения и методика тренировок

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе