Главная / Классному руководителю / Рауил Бикбаев. Тормошо hәм Ижады

Рауил Бикбаев. Тормошо hәм Ижады

Рауил Бикбаев Тормошо hәм Ижады
Әҙиптең шәжәрәһе Аҫылгәрәй Бикбай Ҡотлоәхмәт Хәсән Мөхәмәтша Шәрәфетдин Төхфә...
Өләсәһе Өләсәһе Мәүлитбикә - Табылдиндар ҡыҙы – һүрәт төшөрөргә әүәҫ булған ...
Шағирҙың биографияhы Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡ...
Бикбаевтар ғаиләһе Бикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.19...
Атаһы Төхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға ...
Әсәһе Хәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында...
Белем алыу Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына күсеп, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаға...
Шағирҙын Ижады: Рауил Бикбаев төрлө күләмдәге ундан артыҡ поэма ижад итте. Ил...
Ғүмер уртаһы Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп, Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын, Юл...
Бураҙналар (1985) Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙем Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм...
Яҙмышым (1988) Бөгөнгө көн менән төн шикелле Бүленмәгән тигеҙ яҙмышым. Үтә к...
Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә Мең й...
Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003) Ниндәй заман! Ҡуҙғалды бар илдәр... Һәр хәбә...
Йөҙ ҙә бер хәҙис Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән, Имандың һәр тармағына ин...
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,...
Халҡыма бер һүҙ Мин аҡһаҡты бар яһаным — Аяҡлыға булһын һабаҡ. Мин сулаҡты ба...
Шағирҙың шиғырҙар һәм  поэмалар ингән йыйынтыҡтары: «Дала офоҡтары» (1964) «...
Эшмәкәрлеге: Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының фи...
Ул Шəйехзада Бабич, Рəми Ғарипов əҫəрҙəрен ентекле өйрəнеүгə һəм халыҡҡа етк...
Ҡулланылған әҙәбиәт Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландыры...
1 из 21

Описание презентации по отдельным слайдам:

№ слайда 1 Рауил Бикбаев Тормошо hәм Ижады
Описание слайда:

Рауил Бикбаев Тормошо hәм Ижады

№ слайда 2 Әҙиптең шәжәрәһе Аҫылгәрәй Бикбай Ҡотлоәхмәт Хәсән Мөхәмәтша Шәрәфетдин Төхфәтул
Описание слайда:

Әҙиптең шәжәрәһе Аҫылгәрәй Бикбай Ҡотлоәхмәт Хәсән Мөхәмәтша Шәрәфетдин Төхфәтулла Рауил

№ слайда 3 Өләсәһе Өләсәһе Мәүлитбикә - Табылдиндар ҡыҙы – һүрәт төшөрөргә әүәҫ булған Ул
Описание слайда:

Өләсәһе Өләсәһе Мәүлитбикә - Табылдиндар ҡыҙы – һүрәт төшөрөргә әүәҫ булған Ул шулай уҡ сәсән телле зат булған. Ауылдағы төрлө хәлдәр,ҡылымһыр ҡылыҡтар тураһында төртмә таҡмаҡтар сығарырға яратҡан. Кесе улы Ғизетдин Алыҫ Көнсығышта һалдат хеҙмәтендә вафат булғас, уға оло бәйет бағышлаған.

№ слайда 4 Шағирҙың биографияhы Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай
Описание слайда:

Шағирҙың биографияhы Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ ырыуы нигеҙләгән боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә. Күренекле шағир, әҙәбиәт белгесе,1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында ауылында тыуып үҫкән .

№ слайда 5 Бикбаевтар ғаиләһе Бикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.1938
Описание слайда:

Бикбаевтар ғаиләһе Бикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.1938 йылдың декабрь айында донъяға килгән Рауил шул ишле ғаиләлә, етеш тормош шарттарында иркен үҫә.

№ слайда 6 Атаһы Төхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға уты
Описание слайда:

Атаһы Төхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға утыны булмаған яландарҙа халыҡ барыбер әмәлен тапҡан, гөрләтеп донъя көтөр өсөн көс-ғәйрәт туплай алған.

№ слайда 7 Әсәһе Хәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында би
Описание слайда:

Әсәһе Хәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында бик күп нужалар күрә. Ыҙа-яфаларға сыҙай алмай, 1936 йылда ауылына ҡасып ҡайта.Армиянан ҡайтҡан Төхфәтулла Рәҡиәгә өйләнә, шулай ғына кире һөрөлөүҙән ҡотола

№ слайда 8 Белем алыу Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына күсеп, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған.
Описание слайда:

Белем алыу Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына күсеп, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Аҙаҡ Аҡ-булаҡ Педагогия училищеһендә белем алғас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филология факультетында уҡый. Артабан Өфө Фәндәр академияһында аспирантура үтеп, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә ирешә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 30 йыл (1965-1995) тирәһе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

№ слайда 9 Шағирҙын Ижады: Рауил Бикбаев төрлө күләмдәге ундан артыҡ поэма ижад итте. Иллен
Описание слайда:

Шағирҙын Ижады: Рауил Бикбаев төрлө күләмдәге ундан артыҡ поэма ижад итте. Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарынан алып яңы мең йыллыҡ башланған осорҙарҙа ижад ителгән әҫәрҙәренә тиклем Рауил Бикбаев ижадында халыҡ яҙмышын, илдең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡурсалау һәр саҡ үҙәктә булды. Шағир ғәзиз милләте һәмБашҡортостаны өсөн иң кәрәкле һүҙҙе иң тейешле ваҡытта әйтә белә. Шуға ла уның шиғри юлдары уҡыусыларҙың рухи юлдашына әйләнә, телдән-телгә күсә, сәхнәләрҙә яңғырай, дәреслектәргә инә. Быға миҫал итеп бик күп шиғырҙарҙы, «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат», «Баҙар балтаһы», «Система», «Барокамера»,«Хазина» һ.б. ҙур хеҙмәт башҡарҙы. Башҡортса һәм русса фундаменталь шиғри антологияларҙы уҡыусыларға еткереүгә лә ул күп көс һалды. Ҡәләмдәштәре хаҡында әйтелгән һүҙҙәр, төрлө жанрҙар буйынса ғилми тикшеренеүҙәр, яҙыусыларҙың съездарындағы бай йөкмәткеле докладтар, публицистик сығыштар, шиғри тәржемәләр, һуңғы йылдарҙа үҙенсәлекле күренешкә әйләнгән шиғри хәҙистәр үҙҙәре махсус томдарҙы тәшкил итерлек. Рауил Бикбаевтың «Сәфәрҙәрҙә сығам сәхәрҙәрҙә» китабы башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанрын өр-яңы баҫҡысҡа күтәрҙе. 

№ слайда 10 Ғүмер уртаһы Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп, Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын, Юлдар
Описание слайда:

Ғүмер уртаһы Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп, Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын, Юлдарыма хафа менән бағам Еткән саҡта ғүмерем уртаһы... (1976)

№ слайда 11 Бураҙналар (1985) Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙем Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм, Й
Описание слайда:

Бураҙналар (1985) Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙем Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм, Йондоҙҙарға саҡлы ҙурайҙым, Мәғрур имән булып турайҙым. (1985)

№ слайда 12 Яҙмышым (1988) Бөгөнгө көн менән төн шикелле Бүленмәгән тигеҙ яҙмышым. Үтә көнө
Описание слайда:

Яҙмышым (1988) Бөгөнгө көн менән төн шикелле Бүленмәгән тигеҙ яҙмышым. Үтә көнөм, төнөм хаҡлыҡ тиеп, Ғәҙелһеҙлек менән алышып... (1988)

№ слайда 13 Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә Мең йыл
Описание слайда:

Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар. Быуындарға ялғап быуындарҙы, Илде тотҡан телем, һүҙем бар. Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын Ҡайһы быуаттарға яҙмаған. Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған, Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған, Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған, Тик моңонан, теленән яҙмаған (1991)

№ слайда 14 Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003) Ниндәй заман! Ҡуҙғалды бар илдәр... Һәр хәбәрҙе
Описание слайда:

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003) Ниндәй заман! Ҡуҙғалды бар илдәр... Һәр хәбәрҙе тертләй-тертләй көтәм. Иҫкән ел дә гүйә уйҙарыма, Юлдарыма мина һалып китә. (2003)

№ слайда 15 Йөҙ ҙә бер хәҙис Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән, Имандың һәр тармағына инан,
Описание слайда:

Йөҙ ҙә бер хәҙис Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән, Имандың һәр тармағына инан, тигән, Иман нурын һанлаусының Хикмәт тулы һүҙҙәренә Һис шикләнмәй инан, тигән. (2001-2003) “Хәҙистәр үҙҙәренең кешелеклеге, тәрән фәлсәфәһе, тапҡыр теле менән мине ғүмерлеккә арбаны», тип яҙа Рауил Бикбаев

№ слайда 16 Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер, Ха
Описание слайда:

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер, Халҡыбыҙҙың изге Ватаны. Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа Тыуған илдең тыныс ар таңы. Дан һиңә, Башҡортостан! Илен һөйгән азат халҡына дан! Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә Сәскә ат, Башҡортостан! (2008) (Р. Бикбаев менән Р. Шәкүр һүҙҙәре)

№ слайда 17 Халҡыма бер һүҙ Мин аҡһаҡты бар яһаным — Аяҡлыға булһын һабаҡ. Мин сулаҡты бар я
Описание слайда:

Халҡыма бер һүҙ Мин аҡһаҡты бар яһаным — Аяҡлыға булһын һабаҡ. Мин сулаҡты бар яһаным — Зарланмаһын ҡуллы ҡабат. Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә — Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле. Мин телһеҙҙе бирҙем ергә — Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле. Бәндәләрҙән ҡаҙытамын Мәңгелек йорт — гүр-ҡәберҙе. Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр Нур ғүмерҙе, ғәзиз ерҙе.

№ слайда 18 Шағирҙың шиғырҙар һәм  поэмалар ингән йыйынтыҡтары: «Дала офоҡтары» (1964) «Ҡош
Описание слайда:

Шағирҙың шиғырҙар һәм  поэмалар ингән йыйынтыҡтары: «Дала офоҡтары» (1964) «Ҡош юлы» (1967), «Бураҙналар» (1985), «Звездный дом» (1985), «Поющие скалы» (1986), «Время. Поэт. Народ.» (1986), «Эволюция современной башкирской поэзии» (1991), «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!» (1991), Шайехзада Бабич. Жизнь и творчество. (1995), «Шағир һүҙе - шағир намыҫы» (1997),  «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» (1998) һ.б.

№ слайда 19 Эшмәкәрлеге: Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филол
Описание слайда:

Эшмәкәрлеге: Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аспирантуранан һуң оҙаҡ йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1995 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара. Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. "Дала офоҡтары" тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. "Карауанһарай", "Баҙар балтаһы", "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" поэмаларында, "Халҡыма хат" шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә. Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

№ слайда 20 Ул Шəйехзада Бабич, Рəми Ғарипов əҫəрҙəрен ентекле өйрəнеүгə һəм халыҡҡа еткере
Описание слайда:

Ул Шəйехзада Бабич, Рəми Ғарипов əҫəрҙəрен ентекле өйрəнеүгə һəм халыҡҡа еткереүгə күп көсһалды, Мостай Кəрим, Баязит Бикбай, Рəшит Ниғмəти һəм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы,башҡорт əҙəбиəтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды. Рауил Бикбаевтың Өфөлə, Мəскəүҙə, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдəрендə егерменəн ашыу китабы баҫылды. Шиғриəттəге һəм фəн өлкəһендəге хеҙмəттəре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ шағиры тигəн исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре, Башкортостандың Салауат Юлаев исемендəге дəүлəт премияһы, Ғəлимов Сəлəм исемендəге йəштəр премияһы, Рəми Ғарипов исемендəгепремиялар лауреаты.1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

№ слайда 21 Ҡулланылған әҙәбиәт Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылға
Описание слайда:

Ҡулланылған әҙәбиәт Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән. Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар.  Рауил Бикбаев: " Халҡым яңылышмаһын ине"  1967 йыл: Ҡош юлы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1967. 1976 йыл: Ғүмер уртаһы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1976. 1985 йыл: Бураҙналар: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1985. Ғ. Хөсәйенов. Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады. Өфө-2008 Берйән Байым. Ижадсылар. Өфө-2008

Рауил Бикбаев. Тормошо hәм Ижады
  • Классному руководителю
Описание:

Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. "Карауанһарай", "Баҙар балтаһы", "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" поэмаларында, "Халҡыма хат" шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә. Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

Автор Сагитова Гульнур Ахметовна
Дата добавления 01.11.2016
Раздел Классному руководителю
Подраздел Презентации
Просмотров 34
Номер материала MA-068230
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓