Главная / Иностранные языки / Рабочая программа по башкирскому языку за 10 класс

Рабочая программа по башкирскому языку за 10 класс

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10 - сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн – 2.

Төҙөүсеһе: Әһлиуллина Ғәзимә Ғәзизйән ҡыҙы.

Дәреслек: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2010.


Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №1, 2011 йыл).

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.



Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: Книгоград, 2008.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа “119 - сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

Программа башҡорт телен өс йүнәлештә – телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  • балаларҙы һөйләшергә һәм бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  • тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  • лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  • Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.

  • Бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

  • Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

  • Текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

  • Телде өйрәнеү барышында башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы, сәнғәте, тәбиғәте, күренекле шәхестәре менән таныштырыу.

  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.

  • Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Тема

Сәғәт

Йөкмәтке

БЕЛЕМ КӨНӨ

6

9-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ватан, тыныслыҡ, мәктәп,уҡыу тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш.

Башҡортостан ҡоштары



4

Башҡортостан ҡоштары, уларҙың көн итеүҙәре,һәр ҡош төрөнөң үҙенсәлекле яҡтары менән танышыу. Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡоштар тураһында яҙған әҫәрҙәрен уҡыу. Ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

Башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре

5

Баш һәм эйәрсән киҫәктәр темаһын нығытыу. Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Күренкле шәхестәрең фәһемле һүҙҙәре, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу.

Башҡортостанда ҡыш

5 дәрес

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм байрамдары тураһында уҡыу. Тәбиғәтте күҙәтеү, ҡыш йәнлектәр һәм ҡоштар тормошо тураһында уҡыу, һөйләү, танышыу. Был турала уҡыусыларҙы дөрөҫ, аныҡ, тулы итеп һөйләргә өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эш алып барыу.

Беҙҙең өсөн ин ҡәҙерле байрам

3 дәрес

Ҡатың-ҡыҙҙар, һөйөкле әсәйҙәр тураһында күберәк һөйләшеү күҙ уңында тотола. Ҡатың-ҡыҙҙарға карата хөрмәт, уларға иғтибарлы булыуҙы тәрбиләү төп маҡсаттарҙың береһе һанала


Һөнәрҙәр

9 дәрес

Кеше тормошонда хеҙмәтетең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, һөнәр, кәсептәрҙең күплеге, һәр кешенең үҙенә һөнәр һайлай белеүе тураһында текстар уҡыу. Был турала уҡыусылар менән әңгәмә үткәреү, экскурсияларға йөрөтөү, хеҙмәт кешеләре менән осрашыуҙар ойоштырыу. Уҡыусы хеҙмәт, һөнәр һайлау тураһында иркен аралаша алыуы, уның тураһында һөйләү алыуын маҡсат итеп ҡуйыу кәрәк.

Бигерәк йәмле йәй көндәре

3 дәрес

Бәйләнешле телмәр уҫтереү буйынса төрлө эш төрҙәре үткәреү. Йәй миҙгеле, байрамдар, һуңғы ҡыңғырау шылтырауы, йәйге ял темаһы буйынса әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу, уҡыусыларҙың алған тәьҫораттары буйынса эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәтеү.


Унынсы класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар:

-Художество әҫәрҙәре тасуири уҡыу.

- Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү.

- Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү

- Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөү белеү.

- Үҙ аллы уҡылған әҙәби әҫәр, ҡаралған кинофильм һәм телевизион тапшырыу хаҡында баһалама бирә белеү.

- Бирелгән тема буйынса диалог теҙөү; диалогты дауам итә белеү.

- Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү.

- 14-16 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

- Тексты мәғәнәүи өлөштөрге бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү.

- Ғәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү.

- Әҫәрҙәң кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү.

- Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр.

- Һөйләмдең баш киҫәктәрен (эйә, хәбәр), һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы, ижади характерҙағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.





Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Тикшеренеү эше – 1

Инша - 1






Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 5-9 –сы синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.


Материаль-техник ҡулланмалар.

  • телевизор;

  • компьютер;

  • DVD-проигрыватель.




Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  8. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы.

  9. М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. - Өфө : Китап, 2010.

  10. Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь. Уфа: Китап, 1998.

  11. Башкирско-русский, русско-башкирский. Учебный словарь. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И.-Уфа, 2006.

  12. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.

Рабочая программа по башкирскому языку за 10 класс
  • Иностранные языки
Описание:

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10 - сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн – 2.

Төҙөүсеһе: Әһлиуллина Ғәзимә Ғәзизйән ҡыҙы.     

Дәреслек:Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.

 

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №1, 2011 йыл).

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.

 

 

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: Книгоград, 2008.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа “119 - сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

Программа башҡорт телен өс йүнәлештә – телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

-       балаларҙы һөйләшергә һәм бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү үҙәк бурыс.

-       тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

-       лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар:

-       Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.

-       Бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

-       Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

-       Текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

-       Телде өйрәнеү барышында башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы, сәнғәте, тәбиғәте, күренекле шәхестәре менән таныштырыу.

-       Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдарытураһында белемдәрҙе киңәйтеү.

-       Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.

Автор Аглиуллина Газима Газизьяновна
Дата добавления 30.12.2014
Раздел Иностранные языки
Подраздел
Просмотров 1548
Номер материала 17921
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓