Главная / Другое / Презентация по башкирской литературе на тему " Жизнь и творчество Мустая Карима" (8 класс)

Презентация по башкирской литературе на тему " Жизнь и творчество Мустая Карима" (8 класс)

М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме. Әҙерләне: Илеш районы Үрге Йәркәй...
Йыр әйтәм һинең хаҡында, Ипле Илештәр иле, Сылтыр-сылтыр көй көйләгән Көмөш и...
Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылға...
Ошондай ҙур шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙ...
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым ме...
Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билеты...
М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле...
Мостай Кәрим – бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, ә донъя әҙәбиәте классиг...
”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңл...
М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡа...
М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматурк та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә....
«Асыҡ дәрес» тигәне, минеңсә, шулдыр:теләгәне инә дәрескә,теләмәгәне инмәй, т...
Һуғыш ҡот осҡос хәл. Ул ерҙе ҡан һәм күҙ йәштәре менән һуғара. Украиналағы һу...
1 из 14

Описание презентации по отдельным слайдам:

№ слайда 1 М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме. Әҙерләне: Илеш районы Үрге Йәркәй 4-
Описание слайда:

М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме. Әҙерләне: Илеш районы Үрге Йәркәй 4-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлүсә Раил ҡыҙы Үрге Йәркәй - 2014

№ слайда 2 Йыр әйтәм һинең хаҡында, Ипле Илештәр иле, Сылтыр-сылтыр көй көйләгән Көмөш инеш
Описание слайда:

Йыр әйтәм һинең хаҡында, Ипле Илештәр иле, Сылтыр-сылтыр көй көйләгән Көмөш инештәр иле. Мин хайран ерең йәменә Күгеңдең төҫтәренә, Һине өндә бер ҡат күргәс, Мең керҙең төштәремә. Һиндә ергә табыналар, Табынмайҙар Мәккәгә. Һиндә икмәк иманға тиң, Һиндә намыҫ-мәртәбә. Егет-елән сая һиндә, Ҡыҙҙар сибәр,әҙәпле- (Был хаҡта һүҙ ҡуйыртмайым Йәшем үтеү сәбәпле). Әгәр ҙә, тим, был донъяла Йәннәт булһа, имештер, Ул,моғайын, Базы буйы, Ул,моғайын, Илештер. Гел имен бул,игелектә бул, Ипле Илештәр иле, Сылтыр-сылтыр көй көйләгән Көмөш инештәр иле.

№ слайда 3 Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған А
Описание слайда:

Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек олпат һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар. Рауил Бикбаев

№ слайда 4 Ошондай ҙур шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙе б
Описание слайда:

Ошондай ҙур шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙе бөгөн иҫкә төшөрмәй мөмкин түгелдер.

№ слайда 5 Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән
Описание слайда:

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән Йәрмәкәй районына эшкә, башҡорт һәм рус телдәрен уҡытырға ебәрелә. Ләкин уға уҡытырға насип булмай, һуғыштың беренсе көнөнән үк, фронтҡа китә.

№ слайда 6 Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын т
Описание слайда:

Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын тишеп йөрәгенән бер нисә мм ғына ситтәрәк үтә. Был билет хәҙер муҙейҙа һаҡлана.

№ слайда 7 М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле ул
Описание слайда:

М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле улы тыуып ҡала. Һуғыштан иҫән ҡайтыуын ул:” Хоҙай мине йәлләгәндер, уның бит ҡыҙы Әлфиә тыуырга тейеш, тигәндер”, - тип аңлата.

№ слайда 8 Мостай Кәрим – бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, ә донъя әҙәбиәте классигы.
Описание слайда:

Мостай Кәрим – бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, ә донъя әҙәбиәте классигы. Уның ижады мәңгелек. Уның аҡыллы, тормошсан китаптары, образдары киләсәк быуындарға ла етәсәк.

№ слайда 9 ”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлеге
Описание слайда:

”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты,халыҡ күңеле күгенең,оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны.” Ғайса Хөсәйенов

№ слайда 10 М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалы.
Описание слайда:

М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалы. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар. 1963 – «Башҡортостан халыҡ шағиры» исеменә лайыҡ була. 1967 – «С. Юлаев премияһы» бирелә. 1967 – «Станиславский» премияһына лайыҡ була. 1972 – «Рәсәйҙең дәүләт премияһы» бирелә. 1977 – «Андерсон исемендәге бөтә донъя дипломы»на лайыҡ була. 1984 – «Ленин премияһы» бирелә. 1999–«Шолохов премияһы», «Өфө ҡалаһының почетлы гражданины».)

№ слайда 11 М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматурк та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә. Бы
Описание слайда:

М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматурк та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә. Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы.

№ слайда 12 «Асыҡ дәрес» тигәне, минеңсә, шулдыр:теләгәне инә дәрескә,теләмәгәне инмәй, телә
Описание слайда:

«Асыҡ дәрес» тигәне, минеңсә, шулдыр:теләгәне инә дәрескә,теләмәгәне инмәй, теләгәне тыңлай,теләмәгәне тыңламай. Әгәр шулай икән,ул дәресте мин илле йылдан ашыу бирәм инде.Йәғни китаптар яҙам.Дәрт иткән кеше уларҙы уҡый һәм ниндәйҙер фәһем ала,дәрт итмәгәндәр ҡағылып та ҡарамай.Мин быға күнеккәнмен. Шуға күрә бөгөнгө асыҡ дәресте бөтәһе лә ишетер,тыңлар,күңел һалыр,тип өмөтләнмәйем.Күңел һалып тыңлағандарға –рәхмәт. Минең күҙәтеүемсә, уҡыуында ла,йәмәғәт эшендә лә,башҡа төрлө файҙалы һөнәрҙәрҙә лә ырата алмағандар шикле саралар менән үҙҙәренә иғтибар иттерергә тырыша. Улар бер кемгә лә,йәнәһе,баш бирмәй,директорҙы һанға һуҡмай,уҡытыусылар менән телләшә,көсө еткәнде рәнйетә. Әлбиттә, тәмәке тарта, һүгенә, хатта шарап эсә, ҡыҫҡаһы, «егетлек» күрһәтә. Аҡты ҡаранан айырмағаныраҡ ҡыҙыҡайҙар ошондай йүнһеҙҙәр араһынан үҙенә «батыр» һайлай,йоҡараҡ башлы кесерәк малайҙар,уларға оҡшарға тырышып,һүгенергә,тәмәке тартырға,һуғышырға өйрәнә. Ә бит ғәрип ҡылыҡтар менән үҙенә иғтибар яулау кешене кәмһетә,меҫкенәйтә. Ғәрип кешене күреп, берәү ҙә һоҡланмай,бары уны ҡыҙғана ғына. Намыҫ,тоғролоҡ, батырлыҡ, ихласлыҡ тураһында асыҡ дәрестәрҙе һеҙ ҙә йышыраҡ үткәрһәгеҙ икән. Уҡытыусыларҙан башҡа. Үҙегеҙ генә йыйылышып.Һис нәмәне үҙеңдән дә ,кешенән дә йәшермәй һөйләшеп,эс бушатыу намыҫты таҙартып,күңелде елкендереп ҡала ул.Әммә үҙ-ара әйтелгән тура һүҙҙәр өсөн үсләшеп,кенә ҡыуып йөрөүҙән, хәйләһеҙ асылған серҙәр өсөн бер-береңде ирештереүҙән булмаһын.Ундай хурлыҡҡа төшмәгеҙ. «Башҡортостан пионеры»,1989 йыл,27 сентябрь

№ слайда 13 Һуғыш ҡот осҡос хәл. Ул ерҙе ҡан һәм күҙ йәштәре менән һуғара. Украиналағы һуғыш
Описание слайда:

Һуғыш ҡот осҡос хәл. Ул ерҙе ҡан һәм күҙ йәштәре менән һуғара. Украиналағы һуғыш туҡтап Бөйөк еңеүҙең 70 йылын тыныс ҡаршыларға яҙһын. Һәр бер кеше ил аҡһаҡалы М.Кәрим кеүек илебеҙҙең, еребеҙҙең, өйөбөҙҙөң йәме булып йәшәһен. Һәр кеше, ваҡыты етеп яҡты донъя менән һушлашҡас та, һағынып иҫкә алырлыҡ яҡты эҙ ҡалдырһа ине.

№ слайда 14
Описание слайда:

Презентация по башкирской литературе на тему " Жизнь и творчество Мустая Карима" (8 класс)
  • Другое
Описание:

Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән М.Кәрим бөтә халыҡ мөхәббәтен яуланы. Әҙәбиәтебеҙ алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1963 йылда М. Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры  тигән маҡтаулы исем бирелә. М. Кәрим – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шулай уҡ Шолохов исемендәге,  Г.Х. Андесен исемендәге,  Ленин премияларына  лайыҡ булған әҙип.

М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматурк та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә. Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы. Үҙенең әҫәрҙәре менән Мостай ағай беҙҙетәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.Уның һәр бер әҫәре яҡтылыҡ һәм нур менән һуғарылған. Һәр геройы ысын тормоштан алынған.

Автор Галлямова Глюса Раиловна
Дата добавления 21.12.2014
Раздел Другое
Подраздел
Просмотров 820
Номер материала 9064
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓