Инфоурок Классному руководителю Другие методич. материалыПрезентация по башкирскому языку на тему "Детство Зайнаб Биишевой" (9 класс)

Презентация по башкирскому языку на тему "Детство Зайнаб Биишевой" (9 класс)

Скачать материал
Скачать материал "Презентация по башкирскому языку на тему "Детство Зайнаб Биишевой" (9 класс)"

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор детского оздоровительного лагеря

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • Презентация посвященная 105-летию рождения народной писательницы Республики Б...

    1 слайд

    Презентация посвященная 105-летию рождения народной писательницы Республики Башкортостан
    Зайнаб Биишевой

  • 2 слайд

  • Зәйнәб Биишеваның  “ӘҪӘРҘӘР» йыйынтығы буйынсаМоңһоу бала саҡ

    3 слайд

    Зәйнәб Биишеваның “ӘҪӘРҘӘР» йыйынтығы буйынса
    Моңһоу бала саҡ

  • Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен рай...

    4 слайд

    Зәйнәб Биишева 1908 йылдың
    2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

  • Дөрөҫөн әйткәндә, мин үткәндәрҙе, бигерәк тә бала саҡты, иҫкә алырға яратмайым.

    5 слайд

    Дөрөҫөн әйткәндә, мин үткәндәрҙе, бигерәк тә бала саҡты, иҫкә алырға яратмайым.

  • Мин бик кескәйҙән уйсан, моңһоу, хатта телһеҙ-һүҙһеҙ булып үҫтем. Миңә бөтә д...

    6 слайд

    Мин бик кескәйҙән уйсан, моңһоу, хатта телһеҙ-һүҙһеҙ булып үҫтем. Миңә бөтә донъя шулай кемделер ҡағыу-һуғыуҙан, рәнйетеү, ситләтеп, кәмһетеүҙән тора һымаҡ тойола.

  • Әлбиттә, минең был уйҙарымды үҙемдән башҡа бер кемдә белмәй. Сөнки мин бер ке...

    7 слайд

    Әлбиттә, минең был уйҙарымды үҙемдән башҡа бер кемдә белмәй. Сөнки мин бер кемгә лә, бер ни ҙә һөйләмәйем, бер һорау ҙа бирмәйем.

  • Үҙем уйлап, үҙем кисереп япа-яңғыҙым йәшәй бирәм. Дөрөҫөн әйткәндә, ғаиләлә л...

    8 слайд

    Үҙем уйлап, үҙем кисереп япа-яңғыҙым йәшәй бирәм. Дөрөҫөн әйткәндә, ғаиләлә лә, ауылда ла үҙемде сит күрәм. Әйтерһең, мин бында яңылышып инеп юғалған бер кескәй бала.

  • Шулай ҙа ошо Исем ауылында мин халыҡтың бай моңо, әкиәттәре, тылсымлы легенда...

    9 слайд

    Шулай ҙа ошо Исем ауылында мин халыҡтың бай моңо, әкиәттәре, тылсымлы легендалары менән тәү башлап таныштым.

  • Эйе, фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ мо...

    10 слайд

    Эйе, фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ.

  • … Теләр инем, гранит ҡая булып,Ер өҫтөнә ҡабат тыурырға.Теләр инем йәшәү ҡа...

    11 слайд

    … Теләр инем, гранит ҡая булып,
    Ер өҫтөнә ҡабат тыурырға.
    Теләр инем йәшәү ҡаршыһында
    Сал башымды эйеп торорға.
    Зәйнәб Биишева

  • Зәйнәб Биишеваның  “ӘҪӘРҘӘР» йыйынтығы буйынсаМоңһоу бала саҡ

    12 слайд

    Зәйнәб Биишеваның “ӘҪӘРҘӘР» йыйынтығы буйынса
    Моңһоу бала саҡ

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

МОҢҺОУ БАЛА САҠ

                                                              Дөрөҫөн әйткәндә, мин үткәндәрҙе,

                                                             бигерәк тә бала саҡты, иҫкә алырға яратмайым.

                                                                                                                       Зәйнәб Биишева

  Мин 1908 йылдың 15 ғинуарында хәҙерге Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ярлы, Ғабдулла Биишев тигән хәлфә ғаиләһендә, алтынсы бала булып донъяға килгәнмен.

  Минең әсәйем Фәғилә Ғүмәр тигән һуҡыр ҡарттың ҡыҙы булған. Әсәйем бик йәштән быуындар һыҙлауы менән ауырыған. Бер йыл ярым ҡуҙғала алмай түшәктә ятҡандан һуң вафат булған. Миңә был ваҡытта 3 йәш булған.

Минең атайым Ғабдулла Төхфәтулла улы Биишев ерһеҙ-һыуһыҙ ғына түгел, хатта бөтөнләй туған-ырыуһыҙ бер кеше ине. Атайым ун ике йәшендә етем тороп ҡала. Ул бик егәрле була. Ҡулынан килмәгән эш булмай. Итек тә тегә, мейес тә сығара, көтөү ҙә көтә. Ә ураҡ урыуҙа алдына кешене сығармай. Атайым үҙенең тырышлығы арҡаһында мәшһүр “Хөсәйениә”  мәҙрәсәһендә белем ала, балалар уҡытыу эшенә керешеп китә. Халыҡ атайымды хәлфә тип тә, мулла тип тә йөрөтә. Ләкин эшенең башында уҡ тирә-яҡтағы муллалар, байҙар тарафынан бик ныҡ ҡаршылыҡҡа осрай.

      Бала саҡ… Шулай ҙа өйҙә үҙ әсәңде юҡһыныу, урамға сыҡһаң тиңдәштәреңдең  “килмешәк”, “ерһеҙ” тип ҡыйратыуҙарына йыш осрау арҡаһындалыр, мин бик кескәйҙән уйсан, моңһоу, хатта телһеҙ-һүҙһеҙ булып үҫтем. Миңә бөтә донъя шулай кемделер ҡағыу-һуғыуҙан, рәнйетеү, ситләтеп, кәмһетеүҙән тора һымаҡ тойола. Был яман донъянан йәһәтерәк китәһе, үләһе килә. Әммә үҙ-үҙеңде үлтерергә ярамай бит. Иманһыҙ үлеү була бит ул. Тамуҡта янаһың. Ә минең ҡош ҡына булып, йәннәт тигән хыял донъяһында, ағастан ағасҡа ҡунып ҡына йәшәгән ҡош булғым килә.  Һис юғы кеше аяғы баҫмаған берәй ҡара урманға ҡасып китеү, йәки “Ел-ел, арбам” әкиәтендәге кеүек серле арбаға ултырып, ете диңгеҙ артына осоу хаҡында хыялланып, хатта бөтә кешене лә яҡты, изге күңелле, бәхетле, шат итеү өсөн берәй сара табыу тураһында мең төрлө хыялға батып, төндәр йоҡламай сығам.      

Кем һин? Ниңә тыуғанмын донъяға, алда мине тағы ниндәй ғазаптар көтә?! Ҡасан таң атыр? Йәһәтерәк үтһен ине был төн… - тип зарығам. Ләкин миңә тыуасаҡ таңдың да ҡыуанысы булмаҫ кеүек тойола. Ә уйламай нисек йәшәргә? Ҡалай итеп был башты уйламаҫҡа өйрәтергә?

Эйе, ҡабыҡ ҡыуыш кеүек бөтә ел-ямғырҙы, ҡар-буранды тотмай үткәреп торған беҙҙең һалҡын өйҙә көҙгө төндәр айырата ҡырыҫ була торғайны шул…Ә ҡышҡы селлә һыуығында, ҡаҡ таҡтала, алама ҡорама юрған аҫтында ҡоршайып-туңып төн үткәреүҙәр һуң еңел инеме ни?! Әсенмәй, уйланмай, һыҙланмай йәшәп ҡара шундай шартта…

Әлбиттә, минең был уйҙарымды үҙемдән башҡа бер кемдә белмәй. Сөнки мин бер кемгә лә, бер ни ҙә һөйләмәйем, бер һорау ҙа бирмәйем. Үҙем уйлап, үҙем кисереп япа-яңғыҙым йәшәй бирәм. Дөрөҫөн әйткәндә, ғаиләлә лә, ауылда ла үҙемде сит күрәм. Әйтерһең, мин бында яңылышып инеп юғалған бер кескәй бала.

Шулай ҙа ошо Исем ауылында мин халыҡтың бай моңо, әкиәттәре, тылсымлы легендалары  менән тәү башлап таныштым.  Бында нисә төн һөйләһә лә әкиәт һәм легендалары бөтмәй торған, һәр ваҡыт яҡты йөҙлө, ғәжәп шат киң күңелле Зөбөрә еңгә, һүҙгә бай  Сафура инәй кеүек философ йәнле, изге күңелле кешеләр минең йөрәккә иң тәүге һәм юйылмаҫ  шиғриәт һалыусы булдылар ҙаһа.

 

Эйе, фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ.

 

… Теләр инем, гранит ҡая булып,

Ер өҫтөнә ҡабат тыуырға.

Теләр инем йәшәү ҡаршыһында

Сал башымды эйеп торорға.

                                           З. Биишева

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 626 034 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.01.2015 466
    • PPTX 1.7 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Давлетгареева Резеда Закариевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2425
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Уверенность, уверенное поведение, воспитание волевых привычек, развитие учебной мотивации у детей и подростков

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 81 человек из 31 региона

Курс повышения квалификации

Медиаграмотность как форма работы с современным родителем

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 22 регионов

Курс повышения квалификации

Современные технологии профилактики зависимого поведения среди подростков и молодежи

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 23 регионов

Мини-курс

Нейропсихология в школе: путь к успеху и благополучию детей

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 73 человека из 34 регионов

Мини-курс

Развитие и воспитание: ключевые навыки для родителей маленьких детей

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Дизайн интерьера: от спектра услуг до эффективного управления временем

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе