Главная / Классному руководителю / М.Аҡмулла – мәғрифәтсе- шағир, яҡтылыҡ йырсыһы.

М.Аҡмулла – мәғрифәтсе- шағир, яҡтылыҡ йырсыһы.















Методик эшкәртмә

( 9-сы синыф өсөн)













Уҡытыусы: Сәғитова Г.Ә.

Юғары категория Республика

спорт юнәлешле 5-се

мәктәп интернаты

Дәрес планы























Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Мифтахетдин Аҡмулла.









М.Аҡмулла – мәғрифәтсе- шағир, яҡтылыҡ йырсыһы.



Маҡсат:

1. М.Аҡмулланың тормош юлын, ижадын өйрәнеү.

2. Ижады нигеҙендә киләсәк быуынға фәһемле булырлыҡ өндәүҙәр менән таныштырыу.

3. Тыуған илгә һөйөү, ауырлыҡтарҙы еңә белеү, саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплек сифаттарын тәрбиәләү.

4. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлук байлығын үҫтереү.



Йыһазландырыу:

Аҡмулланың тормош юлын, ижадын сағылдырыусы күргәҙмә, плакаттар, видео таҫма.

Таҡтала:

Әҙәмде әҙәп, изгелек биҙәй”

Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр”



Бик йәштән үк атай йортон

Мәжбүр булдың ташларға,

Халыҡтар араһынан сығып,

Яңы тормош башларға.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла!

Сәсән телле бер мулла

Яһилға һин дау мулла

Халҡыңа һин Аҡ мулла.

Ф.Рәхимғолова.



Дәрес барышы.

Уҡыусы ( Аҡ мулла)

Аҡмулла: Әссәләмәғәләйкүм! Туҡһанбай ауылы ошо буламы?

Уҡыусылар: Эйе.

(Аҡмулла китаптарын өҫтәлгә ҡуя)

Төп өлөш.

Уҡыусылар: Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Аҡмулла: Мин – Мифтахетдин, халыҡ мине Аҡмулла тип йөрөтә. Мин ошо Туҡһанбай ауылында тыуғанмын. Хәҙер ул Миәкә районына ҡарай, ә элек, Ырымбур өлкәһе, Бәләбәй өйәҙенә ингән. Ҡарап торам, ауыл үҙгәргән... Мине белгән кешеләр ҙә гүр эйәләре хәҙер. Мин йәшәгән, бала сағым үткән йорт та инде юҡ. Әммә рухым тыныс, мине онотмағандар.

Күҙҙәрегеҙҙә һары һағыш булһа ла, йөҙҙәрегеҙҙән күрәм, һорауҙарығыҙ бар, бирегеҙ, яуап бирермен.

Уҡыусылар: Мифтахетдин ағай, беҙҙе һеҙҙең бала сағығыҙ ҡыҙыҡһындыра, һөйләп китһәгеҙ ине.

Аҡмулла: Йәшләй әсәнән ҡалдым. Әсәйем Бибиөммөгөлсөм үлгәндә, мин бәләкәй бала ғына инем. Бик йәшләй үгәй әсәй ҡыйырһытыуҙарына дусар булдым, шуға күрә лә бала сағым еңелдән булмағандыр.

Атайым Камалетдин ауылда мулла ине. Тәүге һабаҡтарҙы атайымдан алдым. Унан инде Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә белем алырға тура килде. Ул ваҡытт хәҙерге кеүек автомобиль, автобустар юҡ ине, шуғ күрә үҫә төшкәс, ҡайҙа ат, ҡайҙа йәйәү етмеш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан арҙаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыуымды дауам иттем, шағир Шәмсетдин Зәки дәрестәрен тыңланым. Был мәҙрәсәлә уҡыуым миңә киләсәктә кренекле шағир, мәғрифәтсе булырға этәргес көс биргәндер моғайын...

Йыш ҡына Шәмсетдин Зәки мнеән тау баштарына мнеп шиғырҙар уҡый, яҙа инек. Шунда минең тағы ла бейегерәк тауҙарға, юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелеү хыялы тыуҙы. Әммә быны туғандарым да, атайым да аңламаны. Атайым менән һүҙгә килдек. Дөрөҫ эшләгәнменме, юҡмы, ауылдан сығып китергә, тигән фекергә килдем...

Миңә күп сәйәхәт итергә тура килде. Ярты ғүмерем Ырымбур, Троицк, Ҡазан, Кустанай, Петропавловск ҡалаларында, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан далаларында үтте. Күп яҙыусылар һәм шағирҙар, мәғрифәтселәр менән осрашырға, аҡын, сәсәндәр менән ҙур майҙандарҙа бәйге тоторға тура килде. Ҡайҙа ғына булһам да уҡытыусылыҡ эшен ташламаным, балалрҙы уҡырға, яҙырға өйрәттем, халыҡты аң-белемгә әйҙәнем. Балалар! Ә бит минең был хаҡта яҙылған шиғырым да бар, нисек атала әле ул?

Уҡыусылыр: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”

Аҡмулла: Һай, афариндар!

Аҡмулла балалрҙы уҡыуға өндәп “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән шиғырҙы яттан уҡый.

Аҡмулла: Ауылдан сығып киткәс башта мәғрифәтселәр менән осрашырға Ырымбурға юлландым. Башҡортостан менән ҡаҙаҡ далалары араһында ятҡан Троицк ҡалаһы ла мине үҙ итте. Унда мин, ҡыштарын Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһендә белем алдым, ә йәй көндәрендә ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыттым. Иң тетрәндергес хәтирәләрем дә ошо ҡала менән бәйле. Бер ғәйепһеҙгә, нахаҡҡа яла яғып, ҡулға алынып, дүрт йыл Троицк төрмәһендә ултырып сығырға тура килде. Төрмәнән сыҡҡас та ауылыма юлландым, ләкин атайым ҡабул итмәне. Күҙ йәше аша тыуған “ Атайымы хат” шиғыры тап ошо осорҙа яҙылды ла инде. Был шиғыр китаптарҙа ла бар, табырһығыҙ, уҡырһығыҙ тип ышанам. Тыуған яҡтарыма ошо ҡайтыуым – һуңғы ҡайтыуым булды. Башҡаса мин ауылыма әйләнеп ҡайта аламаным.

Уҡытыусы: Эйе, был Аҡмулланың тыуған яғына һуңғы әйләнеп ҡайтыуы була. Аҡмулла донъя гиҙергә яратҡан. Башҡортостанда ул Урал тауҙарының ҡаялары менән һоҡланһа, ҡаҙаҡ яҡтарында дала уның күңелен биләгән. Шул гүзәл тәбиғәт күренештәре, йыл миҙгелдәре тураһында: (көҙ, яҙ) шиғырҙарын дәртләнеп яҙған. Мифтахетдин Аҡмулла Салауат Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ халҡына “Башҡорттарым”, тип мөрәжәғәт итә. Уны белемгә, һөнәргә, ғилем нигеҙҙәренә эйә булырға саҡыра. Кешенең яҡтылыҡҡа ынтылыуын раҫлап, аҡыллылыҡты, ғәҙеллекте, кешелелекте данлай. Сәсән-шағир башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә һәм байытыуҙа ла мөһим роль уйнай. Уның “Тел” шиғырынан өҙөк уҡып үтәйек.

Әйткәнебеҙсә Аҡмулла кешелекте аң-белемгә, дуҫлыҡҡа өндәгән. Уҡыусыларын ул рухлы итеп тәрбиәләгән.

























НӘСИХӘТТӘР

Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

Хоҙай, кисер!” – тигән менән эш бөтмәйҙер,

Иман шарты”н өйрәнмәһә – Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт йәме – “күңел” тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән,

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,

Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән.

Ятҡан ерҙән: “Хоҙай, кисер”,- тигән- хурлыҡ,

Сәбәп эҙләп, төҙ юл мнеән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән,

Әҙәп тигән – мөхәббәткә сәбәп, тигән.

Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән,

Сабыр кеше моратын табыр, тигән,

Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ,

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,

Ихлассһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.

Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.







Уҡыусылар: Көслө, белемле булырға, тыуған илен, телен, халҡын яратырға тейеш, һәр саҡ ышаныс менән йәшәргә, килеп тыуған ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәҫкә тейеш.

Аҡмулла рухлы кешелә төп ете сифат хас булыуын билдәләгән һәм ул ошо хаҡта “Нәсихәттәр” тигән шиғырында яҙа. Мин һеҙгә ошо ете төшөнсәне таратып бирәм, һеҙ уларҙы нисек аңлайһығыҙ?

Почтальон һәр партаға ошо төшөнсәләрҙе таратып бирә. Кем нисек аңлай, был һүҙҙәрҙе аңлата, һуңынан уҡытыусы был төшөнсәләрҙең тәржемәһен бирә.

ШӨКӨР – благодарность.

АҠЫЛ – ум, интеллект.

ИМАН – вера, религиозные убуждения.

САБЫР – терпеливость, сдержанность.

ИХЛАС – искренность, чистосердечность.

КҮҢЕЛ – душевность, настроение.

ӘҘӘП – вежливость, благовоспитанность.

Уҡыусылар! Аҡмулла кешеләрҙе аң-белемгә өндәп халыҡтың ихтирамын яулап алған, юҡҡа ғына уны аҡ мулла тип әйтмәгәндәр, ә тар “күңелле” кешеләр быны күтәрә алмай енәйәт ҡылыуға уҡ барып етәләр. Ерҙә булған бөтә яуызлыҡ тап шул наҙан, тар эсле кешеләрҙән сыға ла инде.

Аҡ күңелле Аҡмулланың үлеме башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары өсөн ҙур юғалтыу була. Ул 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһы менән Һарыҫтан ауылы араһындағы бер тирмән янында Ғәфиәт һәм Дәүли тигән әҙәмдәр тарафынан үлтерелә.

Ғәҙҙеллек, яҡтылыҡ, сафлыҡ йырсыһының ғүмере фәжиғәле рәүештә өҙөлә. Уны Миәс ҡалаһының момолман зыяратына ерләгәндәр.

Аҡмулланың шиғырҙары, ижады, яҡты исеме халыҡ күңелендә мәңге ҡала. 1981 йылда Миәкә районының Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың музейы асыла. (Компьютерҙан М.Аҡмулланың музейы тураһында презентация ҡарау).

1989 йылда Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Был премия әҙәбиәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренән 15 кешегә бирелде. Иң беренсе премия яҙыусы Рәшит ағай Шәкүргә тапшырылды.

Һығымта.

Йомғаҡлау. Тест һорауҙарына яуап.

Өйгә эш. 71-72 биттәр (уҡырға, һөйләргә өйрәнергә).









































Тест һорауҙарын таратып биреү.

  1. Мифтахетдин Аҡмулла йәшәгән йылдар:

  1. 1752-1800; 2) 1903-1965; 3) 1831-1895.

  1. Шағир тыуған урын.

  1. Миәкә районының Туҡһанбай ауылы; 2) Салауат районының Малаяҙ ауылы; 3) Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы.

  1. М. Аҡмулла ниндәй шағир булараҡ билдәле?

  1. Мәғрифәтсе, шағир; 2) Суфый шағир; 3) Шағир-импровизатор;

  1. Нахаҡҡа ғәйепләнеп, Аҡмулла ҡайҙағы төрмәлә ултыра?

  1. Ҡазанда; 2) Өфөлә; 3) Троицкиҙа; 4) Ырымбурҙа;

  1. Түбәндәге өҙөктәр ҡайһы шиғырҙан?

Ян-януар йәшел үләнгә сығып,

Көллө ғәләм шатланышып булды мәж”...

  1. Аттың ниһен маҡтайһың?”, 2)”Яҙ”, 3) “Тел”.

  1. Миәкә районында нисәнсе йылда М.Аҡмулла музейы асыла?

  1. 1981; 2) 1990; 3) 2000.

  1. Аҡмулла исемендәге премия нисәнсе йылда бирелә башлай?

  1. 1981; 2) 1989; 3) 1990.

  1. М.Аҡмулланың атаһына бағышлап яҙған шиғырҙың исеме нисек?

  2. М. Аҡмулла нисәнсе йылда фәжиғәле һәләк була?

  1. 1831; 2) 1895; 3) 1900.

  1. М. Аҡмулланың ҡәбере ҡайҙа?

  1. Троицкий ҡалаһында; 2) Туҡһанбай ауылында; 3) Миәс ҡалаһында.







М.Аҡмулла – мәғрифәтсе- шағир, яҡтылыҡ йырсыһы.
  • Классному руководителю
Описание:

Маҡсат:

1. М.Аҡмулланың тормош юлын, ижадын өйрәнеү.

2. Ижады нигеҙендә киләсәк быуынға фәһемле булырлыҡ өндәүҙәр менән таныштырыу.

3. Тыуған илгә һөйөү, ауырлыҡтарҙы еңә белеү, саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплек сифаттарын тәрбиәләү.

4. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлук байлығын үҫтереү.

Йыһазландырыу:

Аҡмулланың тормош юлын, ижадын сағылдырыусы күргәҙмә, плакаттар, видео таҫма.

Автор Сагитова Гульнур Ахметовна
Дата добавления 01.11.2016
Раздел Классному руководителю
Подраздел Конспекты
Просмотров 67
Номер материала MA-068226
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓