Инфоурок Начальные классы Другие методич. материалыКонспект внеклассного мероприятия "Атай - ғаилә тотҡаһы"

Конспект внеклассного мероприятия "Атай - ғаилә тотҡаһы"

Скачать материал

4-се синыфта иртәлек.

 

Тема:            “ Атай – ғаилә тотҡаһы”

 

Маҡсат:       балаларҙа атайға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү

                       ғаиләлә атайҙың абруйын күтәреү

                      бала һәм атай араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыу

 

Йыһаз: стенд “Беҙҙең атайҙар”

              стенд “Татыу ғаилә - ил күрке”

              балаларҙың атай тураһында иншалары

              бүлмәне биҙәү өсөн шарҙар

  ярыштар өсөн картуф, бысаҡ, яулыҡ, ҡурсаҡ, ике тараҡ

 

Иртәлек барышы:

Инеш әңгәмә:

Уҡытыусы:

  - Хөрмәтле атайҙар, ҡәҙерле ҡунаҡтар һәм балалар!

 - Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле,

  Күрешеү бит шулай башлана!

  Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

  Күңелебеҙ шундай шатлана!

- Ниндәй байрам яҡынлашып килә? 

- Ошо байрамға арнап беҙ “Атай – ғаилә тотҡаһы” тигән иртәлеккә йыйылдыҡ.

  Хәҙер һүҙҙе балаларға бирәйек.

 

1 уҡыусы:

-Эй, малайҙар, ҡыҙҙар!

Бөгөн беҙҙең синыф бүлмәһе тағы ла яҡтыраҡ, күңеллерәк булып киткән!

 

2 уҡыусы:

- Ә-ә-ә, беҙгә атайҙар ҡунаҡҡа килгән бит!

 

 3 уҡыусы:

   Ул мине һуңға ҡалып

   Ҡайтҡанға әрләһә лә,

   Иртәнән кискә ҡәҙәр

   Уйнарға бирмәһә лә,

   Ул – ерҙә иң шәп кеше!

   Шәп кеше – ғәжәп кеше.

 

   4 уҡыусы:

    Минең әле бер ҡат та

    Ҡолаҡты бормаһа ла,

    Һабантуйҙарҙа ла әле

    Еңгәне булмаһа ла,

    Ул иң-иң көслө кеше!

    Баһадир төҫлө кеше.

 

   5 уҡыусы:

   Ул зирәк тә, шаян да,

   Аҡыллы ла, һәйбәт тә.

   Кем тиһегеҙме? Ул кеше

   Минең атай, әлбиттә! (бергә)

 

 

6 уҡыусы:

- Ә кем атаһына иң матур, иң яғымлы һүҙҙәр әйтә ала?

 

Атайым – ҡәҙерлем,

Атайым – берҙән-берем,

Атайым – таянысым,

Атайым – ҡояшым,

Атайым – яратҡаным,

Атайым – батырым,

Атайым – ышанысым,

Атайым – тормош нурым,

Атайым күңел нурым,

Атайым – терәгем...

 

Уҡытыусы:

- Афарин, балалар! Атайығыҙҙы бик яратаһығыҙ икән. Уларға әйткән яғымлы һүҙҙәрегеҙ атайҙарҙы шатландырып, һәр ваҡыт дәртләндереп, ҡолаҡтарында яңғырап торһон. Ә һеҙ уларҙы матур эштәрегеҙ менән  шатландырып, уларға терәк булырһығыҙ тип ышанам.

- Бөгөнгө байрамға уҡыусылар атайҙары тураһында инша ла яҙҙылар. Әйҙәгеҙ уларҙы тыңлап үтәйек.

 

Уҡытыусы:

-Балалар,  атайҙарҙы бәләкәй саҡта ғына хөрмәт итергә кәрәк тип уйлайһығыҙмы?

-Атайҙарға тиңләп тағы ла кемдәрҙе хөрмәт итергә кәрәк?

-Ә беҙ атайҙарға яҡшылыҡтары, изгелектәре өсөн нимә менән яуап бирергә тейешбеҙ?

Балалар:

- уларға ярҙам итербеҙ,                       - ҡайғы килтермәбеҙ,

- ауыр һүҙ әйтмәбеҙ,                            - тырышып уҡырбыҙ,

 -ҡартайғансы терәк булырбыҙ

 

Уҡытыусы:

-Афарин, балалар. Был һүҙҙәрегеҙ миңә бик оҡшаны. Ата-әсәһен хөрмәт иткән, уларҙы ҡартайғас та ҡараған кеше генә яҡшы кеше була ала.

 

Уҡыусы:

Ҙур үҫәйек, атайҙарҙы, әсәйҙәрҙе

Ҡарарбыҙ, ҡәҙерләрбеҙ.

Эштәрен дә гел эшләрбеҙ,

Яғымлы ла булырбыҙ.

Хор менән:

Иркәләрбеҙ гел генә

                                            Атай-әсәй бер генә

Уҡытыусы:

-          Борон-борондан илебеҙҙе дошмандарҙан ирҙәр һаҡлаған. Тимәк, атайҙар ғаилә терәге генә түгел, ил терәге лә булып торалар. Һеҙҙең олатайҙарығыҙ ҙа, атайҙарығыҙ ҙа, ағайҙарығыҙ ҙа ил һағында торғандар.

-          Ни өсөн ирҙәрҙе “ир - ат” тип әйтәләр?  (балаларҙың яуаптары)

      Сөнки “ат” – көслө, сыҙамлы хайуан. Ирҙәр ҙә шундай көслө, сабыр,     

      ауырлыҡтарға бирешмәй торған кеше.

-          Ниндәй кешеләр “ир – ат” исемен йөрөтә ала? (балалар яуаптары)

Кем тыңлаулы, тәртипле, тырышып уҡый – шулар ил һаҡсыһы һәм атай була ала. Ҡайһы берҙәрегеҙ “кәләш алмайым, атай булмайым мин” тип әйтәһегеҙ. Атай булмайым тигән кеше, нәҫелде ҡоротоусы була. Ә дин буйынса ундай кешеләр – насар кеше була.  

-          Атайҙар беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләр. Шәжәрә лә атайҙар яғынан төҙөлә бит. “Атай – алтын ҡаҙыҡ, әсәй алтын алтын ҡанат” тип әйткән боронғолар.

      Ә һеҙ, атайҙар тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

 

Мәҡәлдәр:


1.            Атанан күргән уҡ юнған,

        әсәнән күргән тун бескән

2.            Ататһы ғәйрәтле булһа,

         улы ғибрәтле була.

3.            Ата менән әсә алтын ҡанат.

4.            Ата-әсәһен тыңлаған - әҙәм        

        булған, тыңламаған - әрәм булған.

5.            Атаһы барҙың бәхете бар.

6.            Әсәй ҡамсыһы -  мамыҡтан,

           атай һүҙе -  тимерҙән.

7.            Атай йөрәге – иң тоғро һәм

          һиҙгер йөрәк ул.

8.            Ата – арҡа һөйәге.

9.            Ата һөнәре балаға мираҫ.

10.        Атай оло таяныс.


11.        Ата юлы балаға таҡыр.

 

Уйындар: -Ә хәҙер, күңелле уйындар уйнап алайыҡ.

 

1 бирем:   “Йомаҡтарҙың яуабын тап”


 

Мылтыҡ түгел – үҙе ата.

Ҡурҡытмай ул шартлап,

Һандуғас та, бал ҡорто ла

Уны өҙөлөп ярата.

Күрһә кеше шаҡ ҡата

Йә нимә ул?

 

Нимәһеҙ өй төҙөп булмай?

 

 

Эйелә-бөгөлә,

Аҡ мамығы түгелә,

Ҡара күҙе күренә.

 

Һыуҙа тыуҙы, ерҙә үлде.

 

Бергә лә бара, әйбер ҙә ала,

Ә үҙе ҡайтмай, ята ла ҡала

 

Нимәне әҙерләп була, ә ашап булмай?

 


 

Атайҙарыбыҙ ниндәй зирәктәр икән! Афарин!

 

 

2 бирем:   “Кем картуфты тиҙерәк һәм йоҡараҡ әрсер?” (2 атай )

                   (яулыҡ, алъяпҡыс,картуф, бысаҡ)

                   Әсәй өйҙә юҡ, әле эштән ҡайтмаған.  Өйҙә мин һәм атай.

                    Картуф бешереп  ашарға булдыҡ.

 “Картуфтан ниндәй ризыҡтар әҙерләп була?” – тигән һорауға яуап алырға.

  Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, беҙҙең атайҙар аш-һыуға ла оҫта икән, әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итәләр икән. Һеҙ ҙә уларға оҡшарға тырышығыҙ, балалар.

 

 

3 бирем: “Оҙон – оҙон толомдар” 

                 Ҡыҙҙарҙың сәсен үреү.

Афарин, атайҙар! Һеҙҙең ҡыҙҙарығыҙ бик бәхетле икән. Шул хәтлем оҫта итеп сәстәрен йыйғанһығыҙ. Тимәк, беҙҙең атайҙарыбыҙ балаларына  иғтибарлы  икән.

 

 

4 бирем:  “Ҡәләм оҫтаһы”

                  балалар һәм  атайҙар 4-юллыҡ шиғыр төҙөйҙәр.

                 - Әле ниндәй миҙгел?

                   Ҡыш тураһында 4-юллыҡ шиғыр яҙып ҡарағыҙ.

 

 

 

 

 

5 бирем:   “Аҡ сәскә “  уйыны.

                 1. Бөгөн һиңә 3 йәш тулды. Атайығыҙ һеҙҙе ҡотлап, уйынсыҡ машина бүләк                

                     итте. Эй уйнанығыҙ ҙа һуң! Беҙгә лә уйнап күрһәтегеҙ әле.

2.      Кескәй сағығыҙҙа өйрәнгән йыр йәки шиғырҙы нәҡ шул ваҡыттағыса    

      йырлап, һөйләп күрһәтегеҙ.

3.      Борон-борон башҡорт ғаиләләрендә татыулыҡ ғәҙәти хәл булған. Ата -             

      әсәләр баларына яғымлы итеп өндәшкән.  Ә беҙҙең атайҙар ниндәй һүҙҙәр  

      менән балаларын яраталар икән?

4.      Әсәй өйҙә юҡ, бәләкәс илай. Атай, һеҙ был осраҡта ни эшләрһегеҙ?

5.  Күҙҙәрҙе бәйләп кеше һынын төшөрөү. (атай, улы  йә ҡыҙы)

 

Беҙҙең атайҙәр өҫтәүенә ҡыйыуҙар  икән!

 

Ә хәҙер уҡыусылар үҙҙәренең атайҙары тураһында шиғырҙар һөйләп үтерҙәр.

Уҡыусылар:


 

Әлиә:

Дала иңләп ерҙе һөрөп бара,

Тракторы – баҫыу танкыһы.

Атайымдың эше бик маҡтаулы,

Һоҡланалар уға барыһы.

 

Рөстәм:

Атайым малдар ярата,

Фермала эшләй.

Мине лә эшкә өйрәтә:

Тырыш,-ти,-йәшләй.

 

Тимур:

Атайымдың һөнәренә

Ҡыҙығып ҡарап торам:

Таҡтала һүрәт төшөрә,

Кәрәкһә, бура бурай.

Ҡулдары алтын бит уның-

Бер ҡасан арыу белмәй.

 

Фаяз:

Минең атай тырыш кеше,

Күп һөнәр белә.

Үҙе белгән күп нәмәне

Өйрәтә миңә.

 

Я.Айнур:

Шофер булып эшләй минең атай,

Йәй ҙә, ҡыш та эше һис бөтмәй.

Өс улына, өс таянысым, тип,

Йәшәү ҡанунын ул өйрәтте:

Кеше көсө һәм хеҙмәте

Тыуҙыра бар хикмәтте.

 

 

 

 

 

Т.Илүзә:

Атайыбыҙ беҙҙең шундай һәйбәт,

Ҡайтып инә өйгә ҡояштай.

Биш балаға атай ғына түгел,

Хәҙер булды инде олатай.

 

Голназ:

Мин атайымды яратам

Исеме – Фәрит.

Уның эргәлә булыуы

Үҙе бер бәхет.

 

Айҙар:

Кисен мин һүрәт төшөрәм

Атайым уны ҡарай.

Инде ул шахмат уйнаһа

Еңеп булмай бит, малай.

 

Р.Айнур:

Минең атай, көслө, эшсән

Ярата машина, ат.

Ә исеме кем, тиһәгеҙ,

Әйтәйемме?

-Салауат!

 

У.Илүзә:

Шофер һөнәрен үҙ иткән.

Кәрәкһә, ташсы була.

Атайым ҡайтып инһә,

Өйөбөҙ нурға тула.

 

 

Рәмис:

Пилорамда ағас яра

Минең атайым Ильдус.

Өй эштәрен дә эшләй ул,

Мин уның менән бик дуҫ


 

 


 

Шиғырҙар  авторы: Теләвғолова Ф.И


 

Уҡытыусы:

- Һеҙ бәхетле, аҡыллы булып үҫһен өсөн атайҙарығыҙ иген үҫтерәләр, мал ҡарайҙар, ҡалала эшләп йөрөйҙәр. Атайҙарығыҙ һеҙҙең өсөн тырышалар.  Һеҙҙе кейендерәләр, ашаталар, теләгән әйберҙәрегеҙҙе алып бирәләр, һеҙҙе тәрбиәләйҙәр. Ә һеҙ үҫкәс уларҙы тәрбиәләргә тейешһегеҙ.

Уҡыусылар: (бергә)

Атайҙарҙы яратабыҙ

Һәр саҡ ярҙам итәбеҙ

Әсәйҙәрҙе яратабыҙ

Һәр саҡ ярҙам итәбеҙ.

Тәртипле лә булырбыҙ

Тырышып та уҡырбыҙ.

Балалар атайҙарына бүләктәрен тапшыралар.

Концерт.

Йомғаҡлау.

Уҡытыусы:

  -Кис ултырыуҙар, уйын-көлкө үҙ урынында бик күңелле. Әммә иртәгә беҙҙең барыбыҙҙы ла яңы эштәр-яңы хеҙмәт көтә. Шуға күрә иртәлегебеҙҙе тамамлап , барығыҙға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Атайҙар! Балаларға ныҡлы терәк булығыҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла уңыштар юлдаш булһын!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

4-се синыфта
 иртәлек
"Атай - ғаилә 
тотҡаһы"

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Буранбаева Л.Р.

2007 йыл, февраль

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект внеклассного мероприятия "Атай - ғаилә тотҡаһы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по учету энергопотребления

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

     Данный конспект мероприятия оформлен на башкирском языке,  приурочен к празднику 23 февраля.  Мероприятие подготовлено для  4 класса и направлено на духовно-нравственное развитие  обучающихся.   Проводится совместно с родителями.   

     В интернет -ресурсах  очень мало материалов на башкирском языке. Надеюсь , что мой конспект кому - то может стать полезным.Призываю своих коллег, побольше печатайте материалы на башкирском языке!

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 600 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.01.2015 443
    • DOCX 73.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Буранбаева Лилия Римовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Буранбаева Лилия Римовна
    Буранбаева Лилия Римовна
    • На сайте: 8 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 1452
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Проективные методики в начальной школе в соответствии с ФГОС

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 55 человек из 25 регионов

Курс повышения квалификации

Система образовательной организации в начальном общем образовании в условиях реализации ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 61 человек из 32 регионов

Курс повышения квалификации

Особенности преподавания литературного чтения в условиях реализации ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 21 региона

Мини-курс

Эмоциональная связь между родителями и детьми

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 31 человек из 18 регионов

Мини-курс

Основы теоретической механики

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Инновационные технологии для бизнеса

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе