Главная / Другое / конспект урока по башкирскому языку на тему "Башкирское устное народное творчество"

конспект урока по башкирскому языку на тему "Башкирское устное народное творчество"

Маҡсат: телебеҙҙең байлығын, матурлығын күрһәтеп, телгә һөйөү,

зирәклек, берҙәмлек, тапҡырлыҡ тәрбиләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, таратма материал.



Дәрес барышы

I. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, балалар!

Матур үтһен көнөгөҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ!

Яман эштән ҡараймаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

  • Эйе, балалар, бөгөнгө дәресте мин алғыш әйтеүҙән, теләктәр теләүҙән башлап ебәрҙем. Минең исемем Айгөл Миҙхәт ҡыҙы. Мин 14-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Һеҙҙең турала ла белеп үтәһем килә.

  • Һинең исемең нисек?

  • …………………

  • Халыҡ ижады, халыҡтың ауыҙ-тел ижады хаҡында булыр бөгөнгө әңгәмәбеҙ. Беҙ бергәләшеп халыҡ ижады ынйылары менән танышырбыҙ, миҫалдар килтерербеҙ. Шулай итеп, беҙҙең дәрестең темаһы - ……………..

Маҡсаты - телебеҙҙең байлығын, матурлығын күрһәтеп, телгә һөйөү,

зирәклек, берҙәмлек, тапҡырлыҡ тәрбиләү.

Эпиграф: халыҡ ижады – аҫыл таш.

Ниндәйерәк аҫыл таш тураһында һөйләшербеҙ икән беҙ һеҙҙең менән бөгөн, балалар? Йәки икенсе төрлө әйткәндә, һеҙ ниндәй халыҡ ижады жанрҙарын, төрҙәрен беләһегеҙ?

-………….


-Һеҙ ололарҙан, тиҫтерҙәрегеҙҙән әленән - әле әкиәт, легенда,йомаҡ, мәҡәл ишетә тораһығыҙ. Ундай әҫәрҙәрҙе уҡып та беләһегеҙ. Улар һүҙгә оҫта, хыялға бай кешеләр тарафынан ҡасандыр ижад ителгән дә башҡалар хәтеренә күскән. Шулай телдән - телгә, быуындан- быуынға күсә торғас, шымара- шымара беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

Тимәк, телдән тыуып, телдән башҡарыла торған әҫәрҙәрҙе камиллаштырыуҙа күмәк кеше, тотош халыҡ ҡатнашҡан.

Бына шулай күмәк кеше ҡатнашлығында телдән ижад ителгән, телдән таралған әҫәрҙәрҙе халыҡтың ауыҙ- тел ижады тип йөрөтәләр ҙә инде.

Башҡорт халҡының ауыҙ- тел ижады ифрат күп яҡлы һәм ғәжәп бай.

Беҙҙә эпостар, әкиәттәр ҙә, легенда, риүәйәттәр ҙә, йыр, таҡмаҡтар ҙа, мәҡәл, әйтем, йомаҡтар ҙа, башҡаһы ла күп.

ІІ. Халыҡ ижады төрҙәре.

  1. халыҡ ижадының был төрө ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “һүҙ урынында әйтелгән” тигәнде аңлата. Уны икенсе төрлө “ололар һүҙе” йә “тапҡыр һүҙ” тип йөрөтәләр.

  • халыҡ ижадының ниндәй төрө хаҡында һүҙ бара? (Мәҡәл).

  • ә һеҙ мәҡәлдәр беләһегеҙме?

  • …………….

Йөҙ күрке – һаҡал, тел күрке – мәҡәл, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, балалар.

Сөнки, мәҡәлдәр беҙҙең телде байыта ла, күркәмләй ҙә.

- Хәҙер мин текст уҡыйым, ә һеҙ ошо тексҡа ҡарата мәҡәлдәр әйтегеҙ.

а) Миләүшә ҡурсағына күлдәк тегергә булды. Әсәһенән бер киҫәк биҙәкле ситса һорап алды ла ҡырҡа башланы. Тегеп бөткәс, ҡурсағына кейҙерәйем тиһә, күлдәк тар булған. Миләүшәгә ниндәй мәҡәл әйтер инегеҙ? (Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.)


б) Йүгереү буйынса ярыш бара ине. Ғәзизйән команданы көтмәй йүгерҙе лә китте. Алдан килһә лә, уны еңеүсе итмәнеләр. Етмәһә, уның класының очкоһы кәмене. Ғәзизйәнгә ҡарата ниндәй мәҡәл әйтер инегеҙ? (Ашыҡҡан ашҡа бешкән.)

(Ҡурҡҡанға ҡуш күренә.)

2) халыҡ ижадының был төрө тураһында, балалар, көйгә һалынып йырлана торған шиғыр әҫәр, тиҙәр.

Башҡорт халҡы ғүмер буйы Уралда йәшәгән. Ул үҙенең тыуған төйәген бик яратҡан, һәр саҡ һаҡта торған. Уралға бағышланған төрлө йырҙар, шиғырҙар уйлап сығарылған. Әйҙәгеҙ, йыр тыңлайыҡ.

Башҡорт халыҡ йыры “Урал” тыңланыла

Йырҙар бөтәһе лә бер төрлө булмай, улар бүленеше менән оҙон, ҡыҫҡа була һәм тағы ла бәләкәй формала таҡмаҡтар була.

Халыҡ күп эшләгән, ләкин эш күңелһеҙ булмаһын өсөн йә ял иткән ваҡытта улар йырҙар сығарған.

  • Әйҙәгеҙ, балалар, был көйгә хәрәкәтләнеп алайыҡ.

Мәктәп таҡмаҡтары.


Артабанғы халыҡ ижады төрө йомаҡтар булыр.


Ике туған торалар,

Бөтә ерҙе күрәләр,

Берен – бере күрмәйҙәр.


Башы – тараҡ, ҡойроғо – ураҡ.


Кешенең дуҫы, йорттоң һаҡсыһы.


Әкиәттәр тураһында һөйләшмәй тороп, моғайын, халыҡ ижады хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин дә түгелдер.

Мин һеҙгә әкиәт геройҙарынан бер нисә телеграмма алып килдем. Тыңлап ҡарайыҡ.

- Ергә ятып тыңлайым, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 4-се гимназияла 5-селәр гөр килә.(Ертыңлар Батыр)

- Һөйләшә алмайым, ауыҙымда күл. (Күлуртлар батыр)

- Ҡойороғом мәкегә туңды,һеҙгә килә алмайым.(Бүре)

- Бал ашайым тип ҡойроҡһоҙ ҡалдым( Айыу)

Төлкө менән айыу” әкиәте.

Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп алды, ти.

- Туҡта әле, өсөнсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы менән маҡтанғайны. Мин дә уға маҡтанайым әле, - ти.

Айыу, турғайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти. Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.

Төлкө:

  • Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була? – тип һораны, ти.

Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кенә:

- Турғай,-тине, ти.

Төлкө:

Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөн ташта ятып йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе, - тигән булды, ти.

- Турғай, турғай!..

- Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни була, айыу дуҫ?

Айыу был юлы, ауыҙын тултырып:

- Тур-ғай! – тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте, ти.

Төлкө:

- Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән, тигән булды, ти.

Айыу:

- Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң шул, - тип һуҡранды, ти.

Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:

- Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! –тине, ти. - Дөрөҫөн әйткәндә, һин шыр алйот. Һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ ине.


Йомғаҡлау …

1. Нимә тураһында һөйләштек?

- Ыҡсым һәм тапҡыр итеп әйтелгән һүҙ, ололар һүҙе - мәҡәл.

- Шиғыр + көй = йыр

Ҡыҫҡа йыр - таҡмаҡ

- Уйлап табыу ниндәй жанрға ҡорола? Йомаҡ.

- Уйҙырмалы, тылсымы күп жанр? әкиәт

Ә халыҡ ижады- халыҡ күңеленең көҙгөһө, уны өйрәнәйек, ҡәҙерләйек.




















конспект урока по башкирскому языку на тему "Башкирское устное народное творчество"
  • Другое
Описание:

Урок по башкирскому языку для 5 класса русской школы. Тема " Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ". Во время урока дети знакомятся с произведениями устного народного творчества, выполняют задания. целью урока является воспитание у детей интереса к народным произведениям, через произведения устного народного творчества воспитание на прмере старших, с помощью "неписанных законов".

Маҡсат: телебеҙҙең байлығын, матурлығын күрһәтеп, телгә һөйөү, зирәклек, берҙәмлек, тапҡырлыҡ тәрбиләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, таратма материал.

 

 

Дәрес барышы

I. Ойоштороу моменты.

          Һаумыһығыҙ, балалар!

          Матур үтһен көнөгөҙ!

          Тик уң булһын эшегеҙ!

          Яман эштән ҡараймаһын,

          Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

-         Эйе, балалар, бөгөнгө дәресте мин алғыш әйтеүҙән, теләктәр теләүҙән башлап ебәрҙем. Минең исемем Айгөл Миҙхәт ҡыҙы. Мин 14-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Һеҙҙең турала ла белеп үтәһем килә.

-         Һинең исемең нисек?

-         …………………

-         Халыҡ ижады, халыҡтың ауыҙ-тел ижады хаҡында булыр бөгөнгө әңгәмәбеҙ. Беҙ бергәләшеп халыҡ ижады ынйылары менән танышырбыҙ, миҫалдар килтерербеҙ. Шулай итеп, беҙҙең дәрестең темаһы - ……………..

Маҡсаты - телебеҙҙең байлығын, матурлығын күрһәтеп, телгә һөйөү,

               зирәклек, берҙәмлек, тапҡырлыҡ тәрбиләү.

Эпиграф: халыҡ ижады – аҫыл таш.

 

Ниндәйерәк аҫыл таш тураһында һөйләшербеҙ икән беҙ һеҙҙең менән бөгөн, балалар? Йәки икенсе төрлө әйткәндә, һеҙ ниндәй халыҡ ижады жанрҙарын, төрҙәрен беләһегеҙ?

     -………….

 

      -Һеҙ ололарҙан, тиҫтерҙәрегеҙҙән  әленән - әле әкиәт, легенда,йомаҡ, мәҡәл ишетә тораһығыҙ. Ундай әҫәрҙәрҙе уҡып та беләһегеҙ. Улар һүҙгә оҫта, хыялға бай кешеләр тарафынан ҡасандыр ижад ителгән дә башҡалар хәтеренә күскән. Шулай телдән - телгә, быуындан- быуынға күсә торғас, шымара- шымара беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

     Тимәк, телдән тыуып, телдән башҡарыла торған әҫәрҙәрҙе камиллаштырыуҙа күмәк кеше, тотош халыҡ ҡатнашҡан.

Бына шулай күмәк кеше ҡатнашлығында телдән ижад ителгән, телдән таралған әҫәрҙәрҙе халыҡтың ауыҙ- тел ижады тип йөрөтәләр ҙә инде.

Башҡорт халҡының ауыҙ- тел ижады ифрат күп яҡлы һәм ғәжәп бай.             

Беҙҙә эпостар, әкиәттәр ҙә, легенда, риүәйәттәр ҙә, йыр, таҡмаҡтар ҙа,  мәҡәл, әйтем, йомаҡтар ҙа, башҡаһы ла күп.    

 

  ІІ. Халыҡ ижады төрҙәре.

1)     халыҡ ижадының был төрө ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “һүҙ урынында әйтелгән” тигәнде аңлата. Уны икенсе төрлө “ололар һүҙе” йә “тапҡыр һүҙ” тип йөрөтәләр.

-         халыҡ ижадының ниндәй төрө хаҡында һүҙ бара? (Мәҡәл).

-         ә һеҙ мәҡәлдәр беләһегеҙме?

-         …………….

Йөҙ күрке – һаҡал, тел күрке – мәҡәл, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, балалар.

Сөнки, мәҡәлдәр беҙҙең телде байыта ла, күркәмләй ҙә.

- Хәҙер мин текст уҡыйым, ә һеҙ ошо тексҡа ҡарата мәҡәлдәр әйтегеҙ.

   а) Миләүшә ҡурсағына күлдәк тегергә булды. Әсәһенән бер киҫәк биҙәкле ситса һорап алды ла ҡырҡа башланы. Тегеп бөткәс, ҡурсағына кейҙерәйем тиһә, күлдәк тар булған. Миләүшәгә ниндәй мәҡәл әйтер инегеҙ? (Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.)

 

  б) Йүгереү буйынса ярыш бара ине. Ғәзизйән  команданы көтмәй йүгерҙе лә китте. Алдан килһә лә, уны еңеүсе итмәнеләр. Етмәһә, уның класының очкоһы кәмене. Ғәзизйәнгә ҡарата ниндәй мәҡәл әйтер инегеҙ? (Ашыҡҡан ашҡа бешкән.)

(Ҡурҡҡанға ҡуш күренә.)

  2) халыҡ ижадының был төрө тураһында, балалар, көйгә һалынып йырлана торған шиғыр әҫәр, тиҙәр.

 Башҡорт халҡы ғүмер буйы Уралда йәшәгән. Ул үҙенең тыуған төйәген бик яратҡан, һәр саҡ һаҡта торған. Уралға бағышланған төрлө йырҙар, шиғырҙар уйлап сығарылған. Әйҙәгеҙ, йыр тыңлайыҡ.

Башҡорт халыҡ йыры “Урал” тыңланыла

    Йырҙар бөтәһе лә бер төрлө булмай, улар бүленеше менән оҙон, ҡыҫҡа була һәм тағы ла бәләкәй формала таҡмаҡтар була.

Халыҡ күп эшләгән, ләкин эш күңелһеҙ булмаһын өсөн йә ял иткән ваҡытта улар йырҙар сығарған.

-         Әйҙәгеҙ, балалар, был көйгә хәрәкәтләнеп алайыҡ.

 Мәктәп таҡмаҡтары.

 

Артабанғы халыҡ ижады төрө йомаҡтар булыр.

 

Ике туған торалар,

Бөтә ерҙе күрәләр,                                        

Берен – бере күрмәйҙәр.

 

Башы – тараҡ, ҡойроғо – ураҡ.

 

Кешенең дуҫы, йорттоң һаҡсыһы.

 

Әкиәттәр тураһында һөйләшмәй тороп, моғайын, халыҡ ижады хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин дә түгелдер.

Мин һеҙгә әкиәт геройҙарынан бер нисә телеграмма алып килдем. Тыңлап ҡарайыҡ.

  - Ергә ятып тыңлайым, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 4-се гимназияла 5-селәр гөр килә.(Ертыңлар    Батыр)

    - Һөйләшә алмайым, ауыҙымда күл. (Күлуртлар батыр)

    - Ҡойороғом мәкегә туңды,һеҙгә килә алмайым.(Бүре)

    - Бал ашайым тип ҡойроҡһоҙ ҡалдым( Айыу)

“Төлкө менән айыу” әкиәте.

Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп алды, ти.

 - Туҡта әле, өсөнсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы менән маҡтанғайны. Мин дә уға маҡтанайым әле, - ти.

      Айыу, турғайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти. Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.

Төлкө:

-         Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була? – тип һораны, ти.

  Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кенә:

- Турғай,-тине, ти.

  Төлкө:

 Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөн ташта ятып йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе, - тигән булды, ти.

 - Турғай, турғай!..

- Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни була, айыу дуҫ?

Айыу был юлы, ауыҙын тултырып:

 - Тур-ғай! – тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте, ти.

Төлкө:

 - Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән, тигән булды, ти.

Айыу:

 - Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң шул, - тип һуҡранды, ти.

Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:

 - Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! –тине, ти. - Дөрөҫөн әйткәндә, һин шыр алйот. Һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ ине.

 

Йомғаҡлау …

1. Нимә  тураһында һөйләштек?

- Ыҡсым һәм тапҡыр итеп әйтелгән һүҙ, ололар һүҙе   - мәҡәл.

- Шиғыр + көй = йыр

  Ҡыҫҡа йыр - таҡмаҡ

- Уйлап табыу ниндәй жанрға  ҡорола?   Йомаҡ.

- Уйҙырмалы, тылсымы күп жанр?  әкиәт

Ә халыҡ ижады- халыҡ күңеленең көҙгөһө, уны өйрәнәйек, ҡәҙерләйек.

   

Автор Баимова Айгуль Мидхатовна
Дата добавления 19.11.2014
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров 2296
Номер материала 3655
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓