Инфоурок Другое КонспектыВнеклассное мероприятие на тему Птицы - наши друзья на башкирском языке

Внеклассное мероприятие на тему Птицы - наши друзья на башкирском языке

Скачать материал

 

 

Маҡсат

Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү.

 Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

 Балаларға тирә-яҡ мөхитте, хайуандар донъяһын һаҡлау сараларын аңлатыу.

 

Йыһазландырыу  ҡоштарҙың һүрәттәре, тауыштары яҙылған карточкалар, плакаттар.

 

         Байрам барышы

 

Уҡытыусы. Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар, тыуған еребеҙгә шаулап, гөрләп яҙ килә. Март – яҙҙың беренсе айы, уяныу, сафланыу айы. Ул яҡтылыҡ, һыу һәм ҡоштар айы ла булып иҫәпләнә. беҙҙең илдә һәр йыл һайын 1927 йылдан алып 1 апрель көнөн ҡоштар көнө тип билдәләйҙәр.  Был көндө һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейеш. Ә балалар ниндәй яҡшылыҡ эшләй ала һуң ( яуаптар). Бигерәк тә сыйырсыҡтарға оялар эшләү киң таралған.  Уҡыусылар был көндәрҙә үҙҙәренең ҡоштар тураһында  китаптар уҡып, сығыштар тыңлап, кинолар ҡарап  белемдәрен күбәйтә алалар.  Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡайта. Бөгөнгө байрамды ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ҡаршылау көнөнә арнайбыҙ.

 

ә хәҙер һүҙҙе ҡ-сө класс уҡыусыларына бирәбеҙ.

 

   Ҡояш нурын болот ҡаплаһа ла,

Яҙ яҙлығын итә - эретә…

Ҡарҙар бөтөп, ҡара ер йәшәреп,

Һандуғастар һайрар көн етә.

Яҙ килә, яҙ

Элекке түгел ҡар ҙа,

Ҡарайҙы ул баҫыуҙа.

Йылғаларҙағы боҙ ҙа

 Ярыла бит баҫыуға.

 

Эй, талпынып ҡайтҡан ҡошҡайҙарым

Тыуҡан еркәйҙәргә ни етә

Һәр ботағы, һәр япрағы яҡын,

Һәр ҙулышы күңел елкетә, -

Тыуған еркәйҙәргә ни етә

 

                                            Йыр Яҙ килә

      Уҡытыусы  Ҡанатлы  дуҫтарыбыҙ беҙгә ашыға. Юлда улар күпме ауырлыҡтар кисерә. Бурандарға, ҡойма ямғырҙарға эләгеп, хәлдән таялар. Ҡоштарҙың иң көслөләре беренсе булып килеп етәләр. Ә яҙ килтереүсе тип ниндәй ҡошто атайҙар.

 

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.

Эй маҡтана, эй маҡтана

Ҡанат остарыма тағып,

Яҡшы хәбәр килдем алып,

Яҙ башлана, яҙ башлана!

 

Ҡарғалар Европа һәм Азияла осрай. Улар бергәләшеп коллония менән  баҡсаларҙа, парктарҙа, кеешгә яҡыныраҡ ерҙә оя ҡоралар. Ояларын 3-6 йомортҡа һалалар. 18-22 көндә бала сығаралар.Уларҙың файҙаһы.төрлө үләкһәләр, саранчалар, ҡарышлауыҡтар менән туҡланалар. Шулай итеп иген культураларын ҡотҡаралар.

 

Сыйырсыҡты халыҡ кеше көлдөрөүсе тип атай. Ул бесә булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, һыҙғыра ала. Сыйырсыҡтар бөжәктәр, ҡорттар, ҡусҡарҙар менән туҡлана. Улар парлашып йәшәйҙәр, үҙ ояларына 35  тапҡырға тиклем осоп киләләр, йәҡни тәүлегенә 200-300 –гә тиклем бөжәкте юҡ итәләр.

 

Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай

Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай.

Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,

Һай һайрай ҙа һуң был һабантурғай.

Кем генә яратмай икән һабан турғайҙарын. Улар осҡанда һәр саҡ һайрайҙар. Шул саҡта йылға шауы, ҡыңғырау сәскәләре тауыштары ишетелгәндәй була. Һабан турғайҙары баҫыуҙарҙа, яландарҙа, көтөүлектәрҙә бик күп бөжәктәрҙе, ҡый үләндәренең ояларын ҡороталар. Ояларын ерҙә яһайҙар, күсеүсе ҡоштарға инәләр.

 

Кәкүк “Кәк-күк, тигән була, -

Еләк күп-күп, тигән була.-

Йәшел урман төпкөлөнә,

әйҙә үт-үт, - тигән була.

Кәкүк “Кәк-күк, тигән була, -

Беҙгә йыш кил, тигән була.-

 Саф һауалы урмандарҙа

Ял итә бел” , - тигән була.

Кәкүк йәй буйына 270 меңдән ашыу ҡарышлауыҡ, май ҡуңыҙын юҡ итә. Йомортҡаһын теләшән ҡоштоң ояһына һалып китә, үҙе бала сығармай.

 

Ҡарлуғастар, һандуғастар йәй буйына миллионға яҡын зарарлы бөжәктәрҙе ҡыра.

 

                 Йыр Һандуғас

 

Ҡоштар кешеләрҙең иң ышаныслы ярҙамсылары. Ҡоштарға ҡарап кешелә һауаға осоу хыялы барлыҡҡа килгән, йырҙар тыуған. Улар – баҡсаларҙың иң матур биҙәге. Яҙҙы һабан турғайының йырынан, йә юл буйындағы турғайҙарҙың сырылдауынан башҡа күҙ алдына баҫтырып булмай.

  (коштар тауышын тыңлау)

 

Ҡоштар тәбиғәтте матурлап ғына ҡалмай, кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштарҙы: тумыртҡаларҙы, сыйырсыҡтарҙы, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡоротҡос бөжәктәрҙән зарар күрмәҫ ине.

 

Ҡор, һуйыр, сел, ағуна, тумыртҡа, шыршы турғайы, һайыҫҡан кеүек ҡоштар йылы яҡҡа китмәй, беҙҙә ҡышларға ҡалалар. Улар өсөн ҡыш ҡурҡыныс булмаһа ла, беҙ ҙә хәстәрлек күрһәтһәк, байтаҡ ҡоштарҙы һаҡлаясаҡбыҙ.

 

Уҡытыусы Эйе, ҡоштар – гүзәл тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндереп, тормошто биҙәй. ә хәҙер ҡоштар һайрауын тыңлап алайыҡ.

 

                                               Ҡош тауыштарын тыңлау.

 

ә хәер беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар тураһында тыңлап алайыҡ.

 

Тумырҡалар, доктормы ни,

күрһәтә эшсәнлеген.

Туҡ-туҡ суҡып ағастарҙың

Тикшерә иҫәнлеген

Тумырҡалар ағас бөжәктәре, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Шуға ла уны урман докторы тиҙәр.

 

Ҡарабаш турғай – турғай ҙурлыҡ. Башы, түше һәм ҡойроҡ аҫты ҡара төҫтә, сикәләре аҡ. Ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт һоро. Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй. ағас ҡыуыштарына 9-13 йомортҡа һала. Зарарлы бөэәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

 

                                                           Йыр Урман радиоһы.

 

Уҡыусылар. Күп хайуандар һәм ҡоштар ер йөҙөнән юғала. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ.

Кешеләр нисек итеп тәбиғәткә ярҙам итеү тураһында уйлағандар. Һәм “Ҡыҙыл китап” төҙөгәндәр. Был китапҡа 295  йәнлек, 312 төрлө ҡош  ингән.  Ә ниндәй йәнлектәр һәм ҡоштар яҙылған һуң был китапҡа.

  Ә уҡыусылар ниндәй өлөш индерә ала ҡоштарҙы һаҡлауҙа. Ә хәҙер Башҡортостанда “Ҡыҙыл китапҡа” керетелгән ҡоштар тураһында тыңлап үтәйек.

 

Бөркөт – бик ҙур йыртҡыс ҡош, уның ҡанаттары 2 метрға етә. Йоморан, алйырҙан, сысҡан, ҡуян кеүек йәнлектәрҙе ашай. Хәҙер беҙҙең республикала ғына түгел, бөтә ил буйынса ла бөркөттәр һаны әҙ ҡалған.

 

Туғаҙаҡ. Ҡасандыр Башҡортостандың далаларында көтөү-көтөү булып йөрөгән был ҡошто ла хәҙер бик тиҙ табып булмай. Туғаҙаҡ та бик ҙур. Уның ауырлығы 16-17 кг-ға етә. Ул тик киң далаларҙа, сиҙәм ерҙәрендә генә йәшәй. Үлән һәм бөжәктәрҙе ашай.

 

Ҡарағош. Бөркөттән бәләкәйерәк был ҡош та “Ҡыҙыл китапҡа” индерелгән.

 

Шоңҡар. Хәҙер был ҡоштоң тик исеме генә ҡалып бара. Һуңғы йылдарҙа шоңҡар ояһын күреүселәр ишетелмәй.

 

                 Ҡарлуғастар төйәгендә йыры менән тамамлау.

 

    Бергә                     Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!. Ҡоштар беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ.!

 

әйҙәгеҙ бергә таҡаталғы яҙылған һөйләмдәрҙе уҡып үтәйек.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие на тему Птицы - наши друзья на башкирском языке"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Руководитель реабилитационного подразделения

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 609 675 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.10.2017 896
    • DOCX 38.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Юламанова Нурия Фларисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Юламанова Нурия Фларисовна
    Юламанова Нурия Фларисовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12926
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 455 человек из 66 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 279 человек из 66 регионов

Мини-курс

Цифровая трансформация в бизнесе: аспекты управления и развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление стрессом и психологическими состояниями

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 15 регионов

Мини-курс

Маркетплейсы: организационные, правовые и экономические аспекты

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе