Главная / Начальные классы / Конспект внеклассного мероприятия на тему "Науруз байрамы"

Конспект внеклассного мероприятия на тему "Науруз байрамы"

Науруз байрамы

Маҡсат: Халҡыбыҙҙың йолалары, байрамдары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғолары уятыу. Көйҙө дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтеү. Телмәр үҫтереү.

Класс матур итеп биҙәлә. Стенала «Хуш киләһең, Науруз!» — тип яҙылған плакат.

Кластың бер яғында яҙғы урман күренеше. Ағас ботаҡтарында — ҡоштар. Икенсе яҡта ауыл күренеше.

Сәхнә артында ҡоштар һайрауы, шиш¬мә сылтырап ағыуы, курай моңо ишетелә (аудиокассета).

(Музыка аҫтында ҡыҙҙар, шунан һуң малайҙар инә. «Кара-ҡаршы» йыр-бейеү башҡарыла.)

Малайҙар. Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙар. Һаумыһығыҙ, малайҙар!

Малайҙар. Ҡыҙҙар — һауалағы йондоҙҙар!

Ҡ ы ҙ ҙ а р. Ә һеҙ, малайҙар, сүплектәге ҡалайҙар!

Малай. Бибеш, Йәнеш, Гөлйемеш, Гөлйемеш шаҙра, имеш, Гөлйемеш илаҡ, имеш.

Ҡ ы ҙ. Салауат, Салауат, Ике ботло карауат. Ике ботло карауаттан Килеп төшкән Салауат.

Малай. Гөлсөм, Гөлсөм, Бында торма, күлгә сум.

Ҡ ы ҙ. Гәрәй, Гәрәй, Тау башынан тәгәрәй.

Малай.Хәлисә, Хәлисә,

Бер самауыр сәй эсә,

Урынынан саҡ күсә.

Ҡ ы ҙ. Азат илаҡ, шеш ҡолаҡ, Йомарла ла мейескә яҡ. (Алып барыусы инә. Ҡулында табаҡҡа тултырылған бойҙай.)

Алып барыусы. Ниңә шаулашаһығыҙ, балалар? Ошо үсекләшеүегеҙҙе ҡуйығыҙ әле. Етмәһә, бөгөн байрам, улай ярамай.

Балалар. Байрам?! Ә ниндәй байрам? (Аптырашып ҡулдарын йәйәләр.)

Алып барыусы. Науруз байрамы. Ҡояш календары буйынса яңы йыл башланған көн (21 март.)

Бала. Апай, табаҡта нимә?

Алып барыусы (усына байҙай алып). Был — бойҙай, туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе. Оҙаҡламай, ҡар иреп бөткәс, ошо бойҙайҙы сәсәләр. Ул өлгөргәс, тарттырып, унан төрлө тәмле ашамлыҡтар бешерәләр.

Науруз йылға баш булыр, Бойҙай — ашҡа баш булыр. Бойҙай уңһа, аш булыр, Уңмаһа, аш таш булыр.

(Әбей инә.)

Йылдың башы уң булһын, Ризығы мул булһын. Хаҙандар ташып торһон, Бир көндәрҙең һилен. Илдәр булһын имен. Амин.

Балалар. Амин!!! Алып барыусы. Бөгөн беҙ яҙҙы — Наурузбикәне ҡаршы алырға йыйылдыҡ.

Әйҙәгеҙ әле, ул килгәнсе башҡаларҙы ла ҡотлап, уларға сәләмәтлек теләп, уйнап-бейеп алайыҡ.

Малай. Ас ишеген, инәбеҙ, — Науруз әйтә, — киләбеҙ. Хәйер доға ҡылабыҙ, Аш-һый көтөп торабыҙ.

Ҡ ы ҙ. Ҡыш китте, яҙ килде. Өйрәк менән ҡаҙ килде. Былбылдан ауаз килде. Науруз мөбәрәк булһын.

Малай. Науруз хаҡы биш алтын, Бирһәң, ярар ике алтын, Карама алан-йолан. Науруз мөбәрәк булһын.

Ҡ ы ҙ. Науруз әйттек беҙ һеҙгә, Хаҡын бирегеҙ беҙгә. Йәшегеҙ етһен йөҙгә. Малығыҙ артһын көҙгә.

Малай. Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, тыңлағыҙ, Науруз етте, уйнағыҙ. Ҡаҙ, йомортҡа һәм дә май Әҙерләйек беҙ, давай. Науруз, Науруз!

«Ҡарабай» халыҡ йыр-бейеүе башҡарыла.

(Ҡар бабай килеп инә.)

Ҡар бабай. Һаумыһығыҙ, балалар. Тиҙҙән Наурузбикә килә икән тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?

Балалар. Эйе, дөрөҫ.

Ҡар бабай. Мин китергә йыйындым, һеҙҙең менән хушлашырға тип килдем. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу киттеләр инде. Наурузбикә бик көслө, дәртле икән. Ҡояш менән һөйләшеп, мине иретәләр генә. Сыҙар хәлем ҡалманы.

Алып барыусы. Ҡар бабай, хушлашмаҫ элек беҙҙең менән уйнап кит әле. Беҙгә лә күңелле булыр.

«Эх, туңдырам» уйыны үткәрелә.

Ҡар бабай. Эй, арыным. Ирей баш¬ланым, ахыры. Наурузбикә лә килеп етер. Мин китәйем әле. Хушығыҙ!

Балалар. Хуш бул, Ҡар бабай!

«Айҙар ғынайым» халыҡ йыры башҡарыла.

Әбей. Ҡар бабай ҙа китте. Балалар, Наурузбикәһеҙ байрам байрам булмаҫ, әйҙәгеҙ, уны саҡырайыҡ.

Балалар. Наурузбикә! (З тапҡыр.)

(Музыка аҫтында Шүрәле килеп инә.)

Алып барыусы. Абау, һин кем?

Әбей. Әстәғәфирулла тәүбә, был кем тағы?

Шүрәле. Мин Наурузбикә? Алып барыусы. Юҡ, һин һис оҡшамағанһың. Наурузбикә матур, зифа, ә һинең башыңда мөғөҙҙәрең бар. Балалар, кем ул?

Балалар. Шүрәле был, Шүрәле.

Шүрәле. Наурузбикәне сихырланым да йыраҡҡа йәшерҙем. Яратмайым мин ҡояшты, яҙҙы, ҡоштарҙы.

Әбей. Нисек инде, Шүрәле, беҙгә Наурузбикә кәрәк.

Алып барыусы. Эйе, беҙ уны көтәбеҙ. Сихырыңды ҡайтар кире.

Шүрәле. Ә-һә-һә, сихырҙы кире ҡайтарыу эше бик ауыр ул. Уның өсөн һеҙ минең өс һынауымды үтәргә тейешһегеҙ.

Балалар. Беҙ әҙер!

Шүрәле. Ярай улай булғас. Беренсе һынау — зирәклеккә. Ике йомаҡ әйтәм, ә һеҙ яуабын табығыҙ.

1. Осоп килә, йөҙөп китә, ваҡыт еткәс, иреп бөтә. (Ҡар.)

2. Үкерә лә ҡотора, бөтә ерҙе тултыра. (Буран.)

Әбей. Үәт, афарин, балалар. Күрәһең¬ме, Шүрәле, беҙҙең балаларҙың зирәклеген.

Шүрәле. Икенсе һынауым ауыр буласаҡ. Мин һеҙҙең батырлығығыҙҙы һынайым.

(Музыка аҫтында арҡан тартышыу.)

Алып барыусы. Был һынауыңды ла үтәнек. Шүрәле, малайҙар һынатманы.

Ш ү р ә л е. Ә өсөнсө һынауым бик-бик ауыр. Етеҙлегегеҙҙе ҡарайым. Минең менән «Кем өлгөр» тигән уйын уйнарға кәрәк. (Уйнайҙар.)

Алып б а р ы у с ы. Йә, Шүрәле, балалар был һынауыңды ла үтәне. Ебәр инде Наурузбикәне.

Шүрәле. Ярар, балалар, бик зирәк булып сыҡтығыҙ. Хәҙер ебәрермен.

Наурузбикә инә. Ул йәшел оҙон күлмәктән, башында япраҡтарҙан һәм умырзая сәскәләренән яһалған таҡыя. Ҡулында — умырзаялар. Күңелле көй яңғырай, ҡоштар һайрауы ишетелә.

Ағым һыуҙар кистем мин, Һеҙгә килеп еттем мин. Науруз әйтеп үттем мин. Науруз мөбәрәк булһын!

Ҡәҙерле балалар! Көн менән тән тигеҙләшкән ваҡытта кешеләргә бәхет теләгеҙ, ике ҡулығыҙҙы биреп күрешегеҙ. Бер-берегеҙгә яғымлы булығыҙ. Шул ваҡытта күрмәҫ күҙҙәр күрә башлар, телһеҙҙәрҙең теле асылыр, тәнегеҙгә таҙалыҡ, күңеле¬геҙгә изгелек хисе тулыр.



Ҡ ы ҙ. Эй яҙ ҡыҙы, яҙ ҡыҙы, Хуш киләһең, уҙ инде. Ҡунаҡ булып килер тип, Күптән көттәк беҙ һине.

Әбей. Әйҙәгеҙ, балалар, Науруз-бикәнән йылдың нисек килерен юратайыҡ.

Наурузбикә. Яҡшы килер йылыбыҙ, Туҡ булыр һәр көнөбөҙ. Ямғыр яуып, ҡояш сығыр, Емешләнер гөлөбөҙ. Илгә килер именлек, Һау булырҙар уландар. Иген ишелеп уңыр. Ҡуйырырҙар урмандар. Әбей. Амин, шулай ғына була күрһен инде, балаҡайҙар. Юрағанығыҙ юш килһен. Науруз мөбәрәк булһын!

«Яҙ килә» йырын башҡарыу. (Х. Кәрим һүҙҙәре, Ж. Фәйзи музыкаһы.)

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ әле, уйын уйнап алайыҡ.

«Ҡурай» халыҡ йыр-уйыны башҡарыла. Алып барыусы. Кемдәр һүҙгә оҫта, сығығыҙ майҙанға. Шиғыр һөйләп алайыҡ.

1-се бала. Көндәр аяҙ, күктән алһыу Нур һибеп, ҡояш көлә. Ергә тама көмөш тамсы, Һағынып көткән яҙ килә.

2-се бала. Әйтегеҙсе, ҡайһы ваҡыт Яҙҙағынан йәмлерәк? Ҡыш айҙарын да яратам, Әммә яҙ күңеллерәк.

3-е ө бала. Көндәр йылы, күктән алһыу Нур һибеп ҡояш көлә. Йәйге шатлыҡ, көҙгө байлыҡ Яҙ менән бергә килә.

4-с е бала. Йәмле яҙ нурҙары менән Селтәрләнә йомшаҡ ҡар. Епшек ҡар һыуҙары менән Тулып шаулай шаршылар.

5-се бала. Науруз байрамында бөгөн Уйнайбыҙ ҙа йырлайбыҙ. Һәр саҡ шулай уйнап-көлөп, Үтһен бала сағыбыҙ.

Алып барыусы. Ҡәҙерле балалар! Бына шулай беҙ яҙ килеүен бөгөн шатланып ҡаршы алдыҡ. Хәҙер һуңғы тапҡыр Наурузбикәгә һүҙ бирәйек тә рәхәтләнеп үҙебеҙҙең хазиналағы ризыҡтар менән һыйланып алырбыҙ.

Наурузбикә. Донъялар тыныс булһын, зәңгәр күкте ҡара болот ҡапламаһын, үләндәр һәр саҡ йәшел булһын, игендәр мул уңыш бирһен!



Конспект внеклассного мероприятия на тему "Науруз байрамы"
  • Начальные классы
Описание:

Навруз-байрам – это старинный праздник, который отмечают жители многих стран Азии и ряда регионов России. Дата его проведения – двадцать первое марта. Это день весеннего равноденствия. Кроме того, по астрономическому солнечному календарю, который официально используется в Афганистане и Иране, Навруз-байрам является первым днем в наступившем новом году.

Автор Юламанова Нурия Фларисовна
Дата добавления 05.11.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров 382
Номер материала MA-061991
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓