Главная / Другое / Доклад “Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы”

Доклад “Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы”









Ғилем көнө” фәнни –ғәмәли конфренция Күмертау ҡалаһы 2015 йыл.

Данлы йылдар, шанлы йылдар”

(Һуғыш осоро шағирҙары ижады буйынса)







Толобаева Зәлиә 11 класс уҡыусыһы

Уҡытыусыһы – Сәғитова Г.Ә.









Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы Республика спорт йүнәлешле 5-се мәктәп интернаты



Доклад

Тема Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы

3353040.jpg


Үтәне: Тулубаева Зәлиә.

11-се синыф уҡыусыһы

Етәҡсеһе: Сәғитова Гөлнур

Әхмәт ҡыҙы

Юғары категориялы уҡытыусы



Доклад буйынса план:

  • Илем һинең сикһеҙ киңлектәрҙә, күкрәп үтте һуғыш дауылы....



  • Йыр өсөн, тыуған ил өсөн ,мин фронтҡа китәм иптәштәр!



  • Мостай Кәримдең тормошо.

  • Ижады.

  • Һуғыш хәтирәләре.



  • Тыуған ергә еңеп ҡайтырмын мин,утеп ошо һуғыш йылдарын!



  • Назар Нәжмиҙең тормош юлы



  • Һуғыш лирикаһы.



  • Онотмаһын мине тыуған ил!



  • Батырыбыҙ Мәлих Харис тураһында.



  • Ҡоростар иреп янды – беҙ яҙманыҡ!























1941-1945 йылдарҙа барған Бөйөк Ватан һуғышы

...Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл...

Кешелек донъяһын тетрәткән афәттәр...

Дошман менән алышҡан, йәндәрен аямаған яугирҙарыбыҙ...

Йөрәктәр әрней... Шинель кейеп, мылтыҡ тотоп һуғышҡа китеүселәр бик күптәр.

Һуғыш... Ҡорбандар... Еңеү...

Һуғыш әфәтенә бөтә илебеҙ ҡаршы сыҡҡан. Еңеүҙе ҙур юғалтыуҙар менән ҡаршы алған...

Мин илем Башҡортостаным менән ғорурлана алам, сөнки еңеү көнөн яҡынайтыуға Республикам ҙур өлөш индергән төбәктәрҙең береһе.

Ул хаҡта күп әйтелгән, архивтарҙа бай материал тупланған.

Һуғыш башланғандан алып 1944 йылға ҡәҙәр Башҡортостандан СССР Хәрби Көстәренә 559 мен 200 кеше алынған. 1941 йылдың сентябрь, октябрь айҙарында 361-се уҡсылар, 74-се һәм 76-сы кавалерия дивизиялары төҙөлә, ә бер аҙҙан йәнә ике – 112 –се башҡорт кавалерия һәм 113-сө кавалерия дивизиялары туплана.

1942-1943 йылдарҙа республикабыҙҙа тағы ла ике уҡсылар дивизияһы , ундан артыҡ миномет, артиллерия полктары ойошторола. Башҡортостандың бик күп улдары һәм ҡыҙҙары башҡа төбәктәрҙә төҙөлгән хәрби часттәрҙә дошманға ҡаршы батырҙарса һуғыша.

Башҡа һалдаттар менән берлектә беҙҙен шағирҙарыбыҙ ҙа, яҙыусыларыбыҙ ҙа бер рәткә баҫа. Улар, бер ҡулдарына ҡорал, икенсе ҡулдарына ҡәләм тотоп, фашисттарға ҡаршы сығалар.

Әҙип һәм һалдат...

Былар үҙ-ара һыйышмаған төшөнсәләр түгел.

Илде дошман баҫҡанда, борон-борондан сәсәндәр ир-егеттәрҙе изге яуға саҡырып оран һалыр булғандар, ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ тотоп ат менгәндәр, батырҙарҙы данлап ҡобайырҙар, йырҙар сығарғандар.

Тыныс илебеҙҙе Гитлер баҫып ингәс, йәштәре еткән яҙыусылар, мөҡәддәс бурысты ана шулай тәрән аңлап, изге яуға сығалар. Күптәре азатлыҡ өсөн сығып яу ҡырында ҡорбан булды. Улар: Маһзар Абдуллин, Ғамир Дәүләтшин, Нур Исмәғилов, Ғайса Йосопов, Сабир Кинйәкәй, Низам Ҡәрип, Төхфәт Морат һәм башҡалар...

Яуҙа шағир...

Шиғыр ҡайғыһымы, күҙгә үлем,

Үлем ҡарап торған сағында.

Ә ул, яуҙан ваҡыт урлай-урлай,

Яуҙа йөрөгән егет хаҡында

Яҙа һаман... Ҡулда ҡәләм икән,

Ә мылтығы тора янында.

(Назар Нәжми)

Яу ҡырында яҙылған шиғырҙарҙы тыныс ҡына бүлмәлә ултырып яҙылған, һунынан ҡат-ҡат уҡылып шымартылған әҫәрҙәр менән сағыштырырға ярамай. Яҙышырға шарттар булмауға ҡарамаҫтан, бында шиғри нәфислеге менән аптыратҡан, ашыҡ-бошоҡ ҡына яҙылғандары ла бар. Ләкин нисек кенә булмаһын , уларҙың иң ялҡынлылары фронт газеталарында баҫылып, совет һуғышсыларының күнелдәрендә Тыуған илгә мөхәббәт, фашизмға нәфрәт уты ҡабыҙып, уларҙы ҡаһарманлыҡҡа этәргәндәр. Улар яҙған өскөл хаттар район йәки республика гәзиттәрендә баҫылып, халыҡтың енеүгә ышанысын арттырған, рухын кутәргән. Профессионал шағирҙар тарафынан яҙылған хаттар, йыр һәм бәйеттәр эҙһеҙ ҡалманы: уларҙы барлыҡ тыуған- тыумаса, күрше-күлән, бөтә ауыл халҡы уҡып, һуғыштың еңеү менән тамамланасағына өмөттәрен нығытты. Һәр кем, хатта ас-яланғас етем ҡалған балалар ҙа, үҙҙәрендә илаһи көс тойоп, Еңеү хаҡына эш, хеҙмәткә тотоналар.

Ҡош осоп етмәҫ ерҙәргә

Ут аша барҙың атлап.

Һәр аҙымын ауыр әкиәт,

Һин ни күрмәнең, һалдат!?

Бомбалар төштө өҫтөңә,

Һушыңдан яҙҙың ҡай саҡ,

Күпме тереләй күмелдең...

Һәм иҫән ҡалдың, һалдат!...



Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн –

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Һуғыш башланғандың беренсе көнөндә үк “ Мин фронтҡа китәм, иптәштәр “ тигән шиғыры менән ил һаҡларға саҡырып яҙа беҙҙең фронтовик шағирыбыҙ Мостай Кәрим.

Мостафа Сафа улы Кәримов – күренекле шағиры һәм драматургы, Башҡортостандың халыҡ шағиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Шағир 1919 йылдың 20 октяберендә Шишмә районы Келәш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт факультетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алына.



Еңеүҙәрем, уңыштарым булды,

Бүләк алдым, хөрмәт татыным;

Менмәһәм дә, һыйпағаным булды

Алтын ялын шөһрәт атының.



Тик тырыштым иреп төшмәҫкә мин

Килеп китер шатлыҡ ҡаршында.

Сөнки бәхет була тиҡ иртәгә,

Тылсымлы ил — диңгеҙ артында.



Ләкин булды бер саҡ бәхетемдән

Түбәләрем күккә тейгәне.

Ул көн миңә: "Иң бәхетле кеше

Ерҙә мин ул!" — тине һөйгәнем.



Мостай Кәримден шундай шағир булып китә алыуына уның ғәилә тәрбиәһе ҙур роль уйнай. Ябай булмаған ғаиләлә үҫә – Оло инәһе, атаһы һәм дә кесе инәһе унын ҙур шәхес булып формалашыуына ҙур өлөш индерәләр. Әммә күбеһенсә уны бала саҡтан алып Оло инәһе күберәк ҡарай. Оло инәһе шағирҙың эске тормошон байыта, халыҡ йолалары традициялары менән бала саҡтан уҡ таныштыра.Оло инәһе уны тик яҡшылыҡҡа ғына өйрәтә: изгелекле, кешелекле булырға өйрәтә. Уның үҙ әсәләренә һоҡланыуын шиғыр юлдарында күрәбеҙ:

Өс мөғжизә мине әсир алды —

Ер,

йәнә күк,

йәнә ҡатын кеше.



Өс сер мине уйға, шомға һалды —

Ер,

йәнә күк,

йәнә ҡатын кеше.



Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.

Төбө күренер бына асылыр ҙа.

Ҡатын кеше генә

Асылмаҫ сер,

Тылсым булып ҡалыр асылында.



Ул фронтовик- шағирҙар рәтендә тороусыларҙың береһе.

Шағир-яугир – ябай яҙыусы ғына туүгел, ә һуғыштың бар ауырлыҡтарын татыған һалдат. Уның хәтирәләренән: “Ярты йыл тирәһе бер нимә лә ижад итә алманым, башыма бер уй ҙа килмәй ине. Һәм килделәр. Шиғырҙар менән бергә килде күңелгә бушлыҡ. Тыуған яҡтарым , туғандарым иҫкә төштө – барыһын да үлеп һағынған инем.” Һуғыш темаһы унын артабанғы китаптарында сағылыш тапты: шиғырҙар йыйынтығы, китабы “Минең атым”, “Шиғырҙар китабы”, “Декабрь йыры”, “Үлмәҫбай” тигән кеүек поэмаларында.



Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә,

Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә;

Бәлки, үсем кәмер дошманға,

Тәнемдәге тимер иреһә.

Ун туғыҙ йыл әрней ул яра,

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.



Мостай Кәрим азат һәм бәхетле иленең хужаһы булып үҫә. Ул был тормошҡа ҡунаҡҡа түгел, ә хеҙмәткә килеүен аңлай. Шуға ла ул үҙенең тормоштағы шәүлә хужаһы булып йәшәүҙе түгел, ә хеҙмәт итеп йәшәүҙә күрә. “Мин һыбайлы булһам, хеҙмәт – йүгерек ерән” ти ул. Бөйөк һынауҙар килгәс , ул башҡалар менән бергә иң алғы сафҡа баҫа.Шундай ҡыйыу, ғәйрәтле быуындың алғы сафҡа баҫыуы ябырылыусы дошманды кире ҡағасағына шик ҡалдырмай.



Был – окоп түгел, крепость,

Был- минен Ватан,

Был минең быуын яҙмышы,

Намыҫ, иркем, дан!

Был окоп – атайымдың өйө,

Мин үҫкән урам,

Был окоп – еңеү усағы –

Мәскәү һәм Урал!



Шағирыбыҙ халыҡтың еңелмәҫ көс булыуын образлыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн, ҡаһарман халыҡты әкиәт батырҙарына, ә дошмандарҙы ул ҡот осҡос аждаһа менән тиңләй:

Әкиәттәрҙә лә юҡ батыр

Халҡымдан ашҡан –

Ике аяғын ике диңгеҙ

Ярына баҫҡан.

Мостай Кәрим уҙенең “Үлмәҫбай” поэмаһында халыҡтың һуғыш йылдарындағы батырлығын хикәйә итә. Белеүебеҙсә батырҙар уҙҙәренең яуҙа ҡылған батырлыҡтары менән маҡтанырға яратмай, шуға ла шағир поэмала Үлмәҫбай һәм Теребай исемле егеттәрҙең атҡарған яу эштәрен мәрәкә итеп, яғымлы шуҡлыҡ менән һөйләп бирә.

Ошо ике образ аша ул башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, һуғышсан традицияларына ла мөрәжәғәт итә. Борон башҡорт халҡы һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Үлмәҫбай ҙа хәрби йомоштарға барыуын “һунарға сығыу” тип ҡарай:



-Һунарсы минең ырыуым,

Һунарсы ата-бабам,

Һунарсы ҡаны үҙемдә,

Һунарсы булыр балам.



Үлмәҫбай образында М.Кәрим ябай һәм ҡыйыу тәбиғәтле яугирҙың образын кәүҙәләндергән. Әҫәрҙең халыҡсан, ябай, юғары художестволы эшләнеше менән был поэма шағирҙың үҙ ижады өсөн генә түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә башҡорт совет әҙәбиәте өсөн дә күренекле бер әҫәр булып танылды.



Үлемде еңеүсе Мөхәббәт – һис ҡоро һүҙ тугел, ә йәшәүҙең оло мәғәнәһен раҫлаусы, батырлыҡҡа этәреүсе психологик фактор. Ҙур һөйөү һалдатҡа яңы көс өҫтәй. Мостай Кәрим дә үҙенең “ Таш өҫтөндәге гөлдәр”, “Яр ситендә”, “Трубка” тигән шиғырҙарында фронттағы мөхәббәт темаһына ҡағыла.

Мостай Кәрим: “ Окоп лирикаһы тигән термин тик метафора ғына, - ти,- сөнки шиғырҙар окопта тыумай, окопта уларҙың ҡайғыһы юҡ, унда икенсе ҡайғылар башты сорнап алалар... Үҙемдең әҫәрҙәремдең күбеһен мин госпиталдә ятҡан саҡта яҙҙым,”-ти.

Эй Тыуған ил, ап-аяҙ күкле Ватан!

Көндәр уҙа, кис килә, һарғая таң,

Ҡарайһың да ҡояш күмелгән яҡҡа,

Һин көтәһең кеүек беҙҙе тупраҡҡа...

Һәр бер языусыны ҡыҙыҡһындырған кеүек, Мостай Кәримде лә уның ижадын кемдәр уҡый тигән һорау борсой. Тула ҡалаһында госпиталдә ятҡан саҡта, ул үҙенең яҡташын осрата. Ул кеше үҙенен ҡуйынында Мостайҙың шиғырҙар йыйынтығын алып йөрөүен әйткәс, шағирҙың түбәһе куккә тейерҙәй була. Ул үҙе: “ Ошо осрашыу мине бик шатландырҙы. Әгәр ҙә минең китабым берәү ҡуйынында йөрөй икән, тимәк минен ижадым кемгәлер кәрәк,”-тигән.

Үҙенең һуғышта ҡатнашыуын ул : “Мин артыҡ батырлыҡ та күрһәтмәнем, ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ла ҡатнашманым, “тел” алып килгәнем булманы...”- ти.

Бына уның һуғыш хәтирәләре:

  • Йыш һуғышты иҫкә төшөрәһегеҙме?

-Мин һуғышты былай йыш иҫкә алмайым. Иҫкә алам кешеләрҙе...

Күптәр минең менән осрашҡанда һуғышта булған осраҡтарҙы һөйләүемде һорайҙар.

Ә мин кешеләрҙе иҫкә алам...

Унда кешеләр араһында оҙайлы осрашыузҙар юҡ ине...

Бына үлем, бына тормош…….

Бына еңеү, бына еңелеү…….

Һәм кешеләр берләшә алдылар, ауырлыҡтарҙа ярҙам иттеләр.Бик күп яҡшы кешеләрҙе осраттым мин һуғышта. Һәр ваҡыт минә яҙышыуҙа ярҙамлаша инеләр.

Мәҫәлән, Тулала госпитәлдә ятҡанымда минен яҙыша-һыҙыша икәнемде белгәстәр, айырым палатаға күсерҙеләр.

Мәскәүҙә резервта булған саҡта , ул ваҡытта яҙ миҙгеле ине, резерв начальнигы сәскә ултыртырға ҡушты. Миңә тағы ике ярҙамсыһын да бирҙе, һаман да иҫләйем сәскә ултыртып йөрөгәнемде. Бик аптыраған инем был хәлгә! 43-сө йыл...Һуғыш бара, ә мин сәскә ултыртып йөрөнөм..

Хәҙер иҫләйем дә, уйлайым, нескә күнелле кеше булғандыр. Кире элекке тыныс тормошто ҡайтарырға теләгәндер...

Һуғышта мине рухи яҡтан һынып төшмәҫкә, ныҡ булырға дуҫтарым өйрәтте. Ысын, ныҡлы һалдаттар дуҫлығы... Тағы ла күңелдәребеҙҙе күтәрер өсөн әртистәр, музыканттар,юмористар килә инеләр...

Фронтта яҙып булмай тиһәләр ҙә, яҙырға тырыша инем.Окоптарҙа яҙышыуы ҡыйын булһа ла, ял итергә сыҡҡан саҡтарҙа, госпитальдәрҙә ятҡанда, яҙыр инем.

Ин ҙур һуғыштан алған һабағым, шул : беҙ ғүмерҙә лә халҡыбыҙ күрһәткән батырлыҡты , улар күргән ыҙалыҡтарҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Снарядтар, миналар ғына ярылманы, кешеләрҙең йөрәктәре ярылды – фронтта һәм дә тылда.Бына ошо ярсыҡтар арҡаһында беҙ енеү яулай алдыҡ та инде. Ошо изге нәмәне оноторға ярамай.

Тағы ла оноторға ярамай шуны: Бөйөк Ватан һуғышы ысында ла Ватан өсөн көрәш булды, тиеүе мине һоҡландыра.

Мин тағы һоҡландырған шағирҙарымдың береһе - Назар Нәжми.

Уның тураһында “Литературная газета” 1970 йылда 23 июль Лев Аннинский былай ти:

Поэзия Нажми... выявляет состояние человека «на грани»... Человек, от природы мягкий, он становится солдатом, он ощущает жестокую историческую необходимость долга, – в своей душе он остро ощущает оба начала: и суровость, и сострадание, она жестка, как железо, эта солдатская душа, но она же – мягче воска, и – «сочатся слёзы из-под век».

Дөйөм әйткәндә Назар Нәжми уҙенең үҙенсәлеклеге, уға ғына хас булған сихрилығы менән уҡыусыларҙы үҙенә тартып тора.

Назар Нәжмиҙең иң яҡшы ижал өлгөләре хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеш кимәлен генә билдәләп ҡалмай, бәлки күп милләтле Рәсәй поэзияһын да байыта. Уның рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары,баллада һәм поэмалары илебеҙ китап уҡыусыларының ихтирамын йылдан-йыл күберәк яулай.


Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә: “Назар Нәжми сафтың артында ла, уртаһында ла түгел. Ул – башҡорт лирикалары сафының, бер командиры.

Ә командирның урыны марш ваҡытында ҡайҙа икәнен һәр кем белә. Ул сафтан саҡ ҡына алдарак бара.

Әҙәбиәткә һәр кем үҙенсә килә. Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, «бәғҙеләр», бер, ике, хатта өс китап сығарып та, үҙҙәрен шағир итеп таныта алмай яфалана. Уҡыусы йәш шағирҙың өлгөрөүен, уның үҙ тауышын табыуын сабырлыҡ менән көтә. Көтә-көтә зарығып бөтә. Йәш шағир бара торгас, мораҙына бер сама ирешә, йә бөтөнләй ирешә алмай ҡала.

Назар Нәжми уҡыусының, сабырлығы менән шаярманы. Уның беренсе китабы «Тамсылар» беҙҙең поэзиябыҙға тамсылар булып тамып ҡына түгел, яңы шишмә булып бәреп инде. Шуны ла әйтергә кәрәк, шағир үҙенең тәүге китабын сығарырға ашыҡманы. «Ниңә беренсе китабыңды ҡалыныраҡ сығарманың?» – тигәс, шағир былай тип яуап бирҙе: «Күнекмәләр китап өсөн эшләнмәй, ижад өсөн эшләнә».

Поэзияла... тамаҡ ялғап алырлыҡ бары бер генә ҡыйырсыҡ икмәк һалынған ҡапсыҡты асып, зур таҡыр юлдан атлаусылар ҙа, көткән кешеләренә шатлык килтерерлек ҙур йөк йөкмәп тар һуҡмаҡтан атлаусылар ҙа бар. Хиҡмәт юлда ғына түгел. Әммә шуныһы асыҡ: Назар Нәжми күтәреп килгән йөк мул, шатлыҡлы, ҡәҙерле.”

Нәжметдинов Хәбибназар Нәжметдин улы 1918 йылдың февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Беренсе белемде ауылдағы ете йыллыҡ мәктәптә ала. Һуңынан Өфө металалургияһы рабфагында уҡый. 1938 йылда Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә, тик артабан уҡый алмай, ул өсөнсө курста һуғышҡа китә.

Назар Нәжмиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙған шиғырҙары әллә ни күп түгел. Шағирға һуғыштың тәүге йылдарында ижад итергә форсат теймәй. Һалдаттарҙың батырлыҡтарын күреү, һағыныу хисе уны әленән-әле ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итә.

Уның фронт лирикаһы үҙәгендә һалдат образы тора.Шағир күңел байлығын, еңеүгә ихтыярын сағылдырырға тырыша. “Совет һалдатына” тигән шиғырында ул ут- һыу кискән яугирҙең үлемһеҙлеген йырлай.

Ҡош осоп етмәҫ ерҙәргә

Ут аша барҙың атлап,

Һәр аҙымың ауыр әкиәт

Һин ни күрмәнең, һалдат!?

Бомбалар төштө өҫтөңә,

Һушыңдан яҙҙың ҡай саҡ.

Күпме тереләй күмелдең...

Һәм иҫән ҡалдың, һалдат!...

Фронтта яҙылған “Окоптағы уйҙар” шиғырында ла окоп тирәләй ут-ғәрәсәт уйнағанда, һалдатты һәр минут үлем һағалап тороуға ҡарамаҫтан, шағир кеше ғүмере, үлемһеҙлеге, еңеү тураһында уйлана:

Тыуған ергә еңеп ҡайтырмын мин,

Үтеп ошо һуғыш йылдарын.

Мин ышанам, барыбер осрашырбыҙ.

Үлем юҡ ул беҙгә, дуҫтарым!-

тип өндәшеп яҙа ул фронттағы дуҫтарына.

Яу йылдары һалдат рухының ныҡлығын да, күңеленең нескәлеген дә асты. Назар Нәжми, фронт һыҙығында һалдаттың тыуған яҡтарын, ғаиләһен, дуҫ-иштәрен өҙөлөп һағыныүын, йырлау аша уның күңел байлығын, тағы тәрәнерәк сағылдыра. Яҡты һағыш шағырҙың күңелен сафландыра, матур хәтирәләр тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ тойорға ярҙам итә,рухи көс бирә. Үҙенең “Иҫән ҡалһам” шиғырында ул ана шул тойғоларын яҙып бирә лә инде:

Тыуған ил һәм хеҙмәт көткән өсөн,

Оҙаҡ көткән өсөн матурым,

Иҫән ҡалмау миңә мөмкин түгел,

Мөмкин түгел – мин һау ҡайтырмын!

Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн яу ҡырында ятып ҡалған яүгирҙәребеҙ, уларҙы хәтерләү, эштәрен мәңгеләштереү Назар Нәжмиҙең “Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә” поэмаһында яңғырап килә. “Үлемегеҙ менән һеҙ үлемһеҙ,еңеү булып ҡайтты данығыҙ” – ти шағир уларға.Әгәр яуҙа ятып ҡалған һалдаттарға һәр ҡайҙа һәйкәлдәр һалынған икән, билдәһеҙ һалдат ҡәбере өҫтөндә мәңгелек ут яна икән, халыҡтың ил батырҙарының исемен, улемһеҙ дандарын мәңгеләштереү билдәһе ул.

Ут яна ҡәбер өҫтөндә,

Мәңгелек ул ут!

Яна һалдат йөрәгенең

Ялҡыны булып.

Йыр тураһында баллада”. Йыр һәм батыр тураһындағы баллада, Мәлих Харистың яҡты иҫтәлегенә бағышланған. Ә балладаның эпиграфы итеп Мәлих Харистың үҙенең шиғыры алынған:

...Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте!

Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

Уландарын иҫкә алғанда,

Онотмаһын мине Тыуған ил!

Мәлих Харис бик йәшләй Бөйөк Ватан һуғышы яланында батырзарса һәләк булып ҡалған.Шуға ла уның ижад ғүмере бик ҡыҫҡа булған, сәскә ата алмайынса өҙөлгән.Әммә шул бер нисә йыл эсендә уны әҙәбиәт һөйөүселәр уҙ итеп, яратып өлгөргән ине. Һуғыш йылдарында фронттан яу батырҙары тураһында балладалар, шиғырҙар яҙып ебәргән, ләкин “Батыр тураһында баллада” һәм “Онотмаһын мине Тыуған ил!” тигән әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән батырҙарса үлеп ҡалған һалдат кеүек, шағир үҙе лә яу ҡырында ятып ҡала. Илгә, дуҫтарына уның тик шиғырҙарын ғына ҡайтаралар.

Шағирҙың яҡын дуҫы, һабаҡташы булараҡ, Назар Нәжми Мәлих Харистың шиғырҙарын йыйып, китап итеп сығарыша, уның ижады хаҡында яҙа. 1962 йылда ижад иткән “Йыр тураһында баллада” әҫәрен ҡәләмдәш дуҫына арнай.

Һеҙ ҡайҙарҙа ятаһығыҙ икән,

Ниндәй тупраҡ, ниндәй ерҙәрҙә?

Ҡайтабыҙ, тип киткәйнегеҙ ҙә бит,

Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә.

( Назар Нәжми)

Ошо йөрәкте әрнеткес һүҙҙәр тыуған яҡтарына ҡайта алмай яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡалған батырҙарыбыҙға арналғандыр.

Мәлих Харис улы Харисов – билдәле башҡорт яҙыусыһы, 1919 йылда Саҡмағош районы Яңыкүл ауылында тыуа. 1941 йылда башҡорт педагогия институтын тамамлай. Ошо уҡ йылда хеҙмәткә алынып , офицерҙар курсын бөтөрә.1944 йылда Украина янындағы һуғышта батырҙарса һәләк була.

Уның ғүмере бик ҡыҫҡа булған. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай, һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә. Һуғыш алды көндәрендә ул көр һәм саф тауышлы, күтәренке рух менән һуғарылған әҫәрҙәре менән әленән-әле сығыш яһап тора. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирларға тырыша, үҙ мөнәсәбәтен йырлай.

«А. С. Пушкинға», «Йәшлек», «Диңгеҙгә», «Руставели», «Әсә тураһында йыр», «Мин һөйәм» кеүек поэтик ынйылары бөтә башҡорт поэзияһында билдәле урын тоталар. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урын биләй.

Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алманы.

Уның «Йөрәк тауышы» тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң, 1944 йылда баҫылып сыҡты.

1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Н. Нәжмиҙең баш һүҙе менән баҫылып сыҡты. Үҙенсәлекле шағир Мәлих Харис поэзияһы әле лә беҙҙең сафта бурысын үтәп килә.

М. Харистың шиғырҙары рус телендә 1974 йыл «Башҡорт лирикаһы өлгөләре» серияһында сыҡты.

Дуҫтары иҫләүе буйынса ул оялсан кеше булған. Ул әҙәбиәткә бик ҡаты ҡараш менән ҡарар булған, шуға ла бөтөр-бөтмәҫ, ашыҡ-бошоҡ шиғырҙарын сығартырға теләмәгән. Ҡыҫҡаҡ ғүмере эсендә ул шул принциптарға таянып йәшәгән.Ул үҙенең фронттан яҙған хаттарының береһендә Сәйфи Ҡудашҡа: “Шиғырҙарға ҡағылғанда күберәк уҡырға кәрәк,ә яҙышҡанда – ысын күңелдән килергә тейешлебеҙ,”-ти.

Күберәк уҡыу – Мәлих Харис өсөн бик мөһим булған, белемле кеше булараҡ ул уҡырға яратҡан. 1940 йылда уға 25 йәше тулыуға Мәлих Харис башҡорт һәм рус классиктарының традицияларын үҙләштереп, һеңдереп алған шағир булып формалаша. Ул күберәк тәржемә итеү менән булыша. Беҙ башҡорт телендә уҡыған Лермонтовтың, Навоиның шиғырҙары – уның бөйөк эше.

Фронтта булһынмы, былай тыныс тормоштамы – Мәлих Харис ижад итеү теләге менән янып йәшәй.

1943 йылда фронтта булғананыда ул Александр Матросов тураһында ҙур поэма яҙыу теләге менән яна. Тик ул теләге тормошҡа ашмай.Үкенескә ҡаршы, хыялдары, теләктәре уның менән бергә мәңгелеккә фани донъяға китә.

Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә

Уның данын, намыҫын яуланы,

Ул йығылды, ләкин башҡаларға

Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы.”

Яугир-шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡыған һайын уҡығы килә,улар күргән михнәттәр күҙ алдынан ҡурҡыныс төш булып уҙа.

Яуғирҙәргә бигерәк тә һуғыш йылдарында күргән михнәттәр тынғы бирмәй – төндәрен һаташтыра,төштәренә ғазаплы юлдарҙа баштарын һалған дуҫтары керәлер.Тамуҡтың үҙендә булған, уның ғазаптарын татытҡан фанилыҡ бөгөнгө булып күҙ алдына баҫалыр.

Олоғайған һайын үҙен нығыраҡ һиҙҙерәлер был һуғыш ҡалдырған яралар.Бәлки тәндә ғүмерлеккә урын алған, инде етмеш йылға яҡын ошо тәненең бер өлөшөндә әйләнгән яранан да бигерәк, яҙмыш һалғандары йөрәкте телгеләйҙер. Кеше олоғайғас уҙенең үткән ғүмеренә күҙ һала тиҙәр: нисек йәшәлгән һуң ул, бушҡа үтмәгәнме? Ошо ваҡытта тормошоңдағы иң иҫтәлекле, шатлыҡлы, йәки йөрәген әрнетеп уйылған хәл- ваҡиғалар ғына мейе һырҙарына йәбешеп ҡала.Ә ҡалғаны хәтер шыйыҡсаһы менән бергә кибеп оса.Ул мәлдәрҙең ҡайһыһы тәнгә рәхәтлек бирә, ә ҡайһылары йөрәккә ҡан һауҙыралыр...

Тән яраһы епшек ҡар яуғанда, болоттар ямғыр алып килгәндә, арҡыры иҫкән ел сығырҙай булып ҡоторғанда һыҙлана. Тормошта күргән ғазаптары яңғыҙ ҡалған һәр минуттарын һағалап торалыр, хәтер муҡсайыңда соҡсоналыр.

Яуғирҙәребеҙ 9 май көнөндә мәңгелек утҡа ҡарап ниҙәр тураһында уйланып баҫаларҙыр, быныһы беҙгә билдәһеҙ.Әммә беҙ шуны беләбеҙ – беҙгә тыныс тормош бүләк иткән батырҙарыбыҙҙы беҙ оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Беҙ уттар эсендә үттек көрәште,

Һәм көрәш беҙҙе һөйөргә өйрәтте.

Һөйөү ҡанаты талыуын белмәнек,

Кирелеп нәфрәт ҡылысын һелтәнек.

Ҡоростар иреп янды, - беҙ янманыҡ,

Онталды таш, ләкин беҙ онталманыҡ.

Эйе, улар онотолманы. Улар Европаға азатлыҡ таңы, ысын тормош яҙы алып килгәндәр һәм, данға күмелеп, үҙебеҙҙең илгә ҡайтҡандар... Бына инде етмеш йыллап ваҡыт үтте, ә һәләк булғандар һаман онотолмай. Онотолмаһын!

1941-1945 йылдарҙа барған Бөйөк Ватан һуғышы киләсәктә лә, рәссамдар, композиторҙар, әҙиптәр иғтибарын йәлеп итһен ине!

Улар киләһе йәш быуыныбыҙға һуғыш мәшхәрәһен һүрәтләүсе, дошман менән алышҡанда йәндәрен аямағандарын онотмаҫ өсөн, тере килеш күңелдәрҙә тоторға теләп яңы әҫәрҙәр ижад итһендәр ине.

Бөгөнгө һәм киләсәктә сафта торған йәштәр,уларға алмашҡа үҫеп килгән үҫмерҙәр,йәғни беҙ ветерандарҙың өмөтөн, ышанысын аҡлаһаҡ ине, тигән теләктә сығышымды тамамлайым.

Эй,ғүмерҙең һуңғы сәғәте!

Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

Батырҙарын шулай иҫкә алғанда,

Онотмаһын мине лә Тыуған ил.





Докладта ҡулланылған материалдар:

  • Йөрәктәрҙә ҡалыр еңеү көнө” 1995 йыл Өфө китап авторҙар коллективы


  • Дәһшәтле йылдар шаңдауы” 2005 йыл авторҙар коллективы, Өфө китап


  • Әҫәрҙәр. I том: шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2009



  • mega-stars.ru›writers/mustaj_karim.php



  • Журналдар “Ватандаш” 2005-2015 йылдар


  • Избранные произведения. II том. Стихи и поэмы. Уфа: «Китап», 2012. 432 с. (на баш. яз.)произведения. I том. Стихотворения. Уфа: «Китап», 2008. 416 с. (на баш. яз.)


  • Иду к тебе. Стихи и поэмы. Предисловие Г.Рахима. Казань: Таткнигоиздат, 1988. 144 с. (на тат.яз.)


  • Приближение. Стихи и поэмы. Предисловие Х.Гиляжева. Уфа: «Китап», 1994, 416.с. (на баш.яз.)


  • Йөрәк тауышы. Өфө, 1954;


  • Избранная лирика. Предисл. Н. Наджми, Уфа, 1967


  • Башҡортостан Уҡытыусыһы”

Доклад “Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы”
  • Другое
Описание:

Доклад о Великой Отечественной войне 1941-1945 гг. на башкирском языке прочитанный ученицей 11 класса на научно-практической конференции "День науки. Годы опаленные войной". В докладе говорится о героях войны выходцах из Башкирии. В их числе писатели и поэты. Так же проводится анализ их произведений о Войне.

Автор Сагитова Гульнур Ахметовна
Дата добавления 01.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Другое
Просмотров 70
Номер материала MA-068222
Скачать свидетельство о публикации

Оставьте свой комментарий:

Введите символы, которые изображены на картинке:

Получить новый код
* Обязательные для заполнения.


Комментарии:

↓ Показать еще коментарии ↓